» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?31.10.2017

Был донъяла  ниҙәр бар? √ Быйыл Рәсәйҙә ғүмерҙә булмаған рекорд ҡуйылды - тулайым 132 миллион тонна иген урып алынды (былтыр ҙа тарихта булмаған күрһәткескә ирешкәйнек - 121 миллион тонна тирәһе булды). Тик бына РФ Халыҡ хужалы-ғы академияһының Агросәнәғәт сәйәсәте үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Василий Узун самалауынса, Рәсәйҙә 10 миллионлап тонна игенде һаҡларлыҡ урын етешмәй.
- Илебеҙ потенциалы 1 миллиард 300 миллион кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ирек бирә. Иртәме-һуңмы, әммә тап шулай буласаҡ, - тип сығыш яһаны Дәүләт Думаһының аграр һорауҙар буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Айрат Хәйруллин. (Белешмә өсөн - Рәсәйҙең үҙендә 146-147 миллион кеше иҫәпләнә).

√ Санкт-Петербург губернаторы Г.Полтавченко РФ хөкүмәтенә рәсми хат яҙҙы - Рәсәйҙең «мәҙәни баш ҡалаһында» икмәккә ҡытлыҡ, хаҡ күтәрелеүе ихтимал. Бар сәбәп - тирмәндәргә бойҙай килтереү өсөн вагондар етешмәй, ти. Тарих ҡабатланып ҡуймаһын инде! 1917 йылдың башында ла Рәсәйҙә аш етерлек була, тик төрлө сәбәптәр менән Петроградҡа ташыу ритмдан сыға. Сираттар теҙелә башлау Февраль революцияһы тоҡаныуға бик тә булышлыҡ итә.

√ Билдәле Норвегия социологы Йохан Галтунг, АҠШ-та Д.Трамп президент итеп һайланғас, был илдең тарҡалыу процесстары шәбәйҙе, тип сығыш яһаны. Уның фаразы буйынса, Америка 2020 йылға тиклем ғәйеп буласаҡ. Төрлө күрәҙәселәр эт көтөүе кеүек, тип кенә ҡул һелтәрлек түгелдер: был ғалим Советтар Союзы тарҡалыуҙы теүәл фаразлаған була, башҡа әйткәндәре лә тура килә, ти.

√ Өфө торлаҡҡа хаҡтар буйынса Рәсәйҙең иң ҡиммәтле 10 мегаполисы иҫәбенә инде. Фатирҙың уртаса хаҡы 2,56 миллион һум тәшкил итә, бер квадрат метрҙың хаҡы - 59,6 мең һум. Бындай «ҡаҙаныш» менән бер ҙә ғорурланаһы килмәй!

√ Шәкәр менән артыҡ мауыҡмағыҙ, тип юҡҡа иҫкәртмәйҙәр икән. Канада табиптары билдәләне - шәрбәткә ныҡ әүрәгән кешеләр ҡалғандарға ҡарағанда наркотик ырғағына йышыраҡ эләгә, ти.

√ Халыҡтан аҡса йыйып, Францияла Фели-сетт ҡушаматлы космонавт бесәйгә һәйкәл ҡуйырға йыйыналар. Ғәҙәттә йыһанға эт һәм маймылдарҙы осорған булһалар, 1963 йылда француздарҙың Авиация медицинаһының ғилми-тикшереү үҙәге тап Фелисетты 160 километр бейеклеккә осора. Йыһанда 5 минут булып өлгөргән йәнлек иҫән-һау төшөрөлә, әммә ғүмере оҙон булмай: организмындағы үҙгәрештәрҙе ентекләп тикшереү өсөн үлтерәләр бахырҙы... Совет ғалимдары күпкә мәрхәмәтлерәк булған икән - эксперимент барышында Ер тирәләй осҡан эттәр Белка һәм Стрелка ҡартайғансы йәшәп, ҡәҙер-хөрмәттә баҡыйлыҡҡа китәләр.

√ Билдәле инглиз хирург-ортопеды Скарлетт Мак Нелли ғилми журналда баҫтырылған мә-ҡәләһендә сәйер тәҡдим яһаны: транспортта ололарға һис тә урыныңды бирмәҫкә. Баҡһаң, аяҡ сирҙәренең бик күп өлөшө ҡартайыуға түгел, ә олоғайғас хәрәкәт етмәүгә бәйле. Автобуста аяғүрә һелкенеп барыу ҙа яҡшы физик күнекмә, тигән фекерҙә табип.

√ Йомағужа һыу һаҡлағысы төбөндә табылған һуҡыр ҡыҫалалар - донъяла башҡа бер ерҙә лә осрамаған ҡыҫалаларҙың уникаль төрө, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Ғалимдарҙың асышы ҙур бәхәс тыуҙырҙы.
Ер шарында йылына 10-лаған яңы хайуан төрө теркәлә. Шуға мәғлүмәт ғилми нигеҙләүҙе талап итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты лабораторияһында уникаль төрҙө тулыһынса тикшерҙеләр. «Башҡортостанда һыу аҫты мәмерйәләре бик үк өйрәнелмәгән, беҙҙе тағы ла күберәк ҡыҙыҡлы асыштар көтә тип уйлайым. Ҡыҫалаларҙы өйрәнә башлауҙан тыш, Һаҡаҫҡы мәмерйәһендәге һыуҙы тикшерәбеҙ һәм тағы ла берәй ҡыҙыҡлы нәмә табырға өмөтләнәбеҙ», - тип һөйләне Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультеты деканы Наталья Суханова.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ Милли разведкаһының элекке директоры Джеймс Клэппер борсолоу белдер-ҙе: атом ҡоралы системаһы шулай ҡоролған, әгәр ҙә Дональд Трамп Кореяға һөжүм... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Беренсе Советтар Союзы миллионеры Артем Тарасов үпкәгә һыуыҡ тейеүҙән өйөн-дә яңғыҙы үлеп ятҡан. «Медицинала яңы технологиялар индереү өҫтөндә... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
«Рәсәй почтаһы» компанияһы генераль директоры менән контракт оҙайтылманы, 1 июлдән эшһеҙ ҡалды. 2014 йыл эшмәкәрлеге өсөн 95,4 миллион түгел, ни... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Жириновский иҫәрләнеп, Дәүләт Думаһында хеҙмәт бурыстарын башҡарған журналистарҙы, шул иҫәптән, ауырлы ҡатынды мәсхәрәләп йәберләгәйне. Ул әйткән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.