» » Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр31.10.2017

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрБайрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек тә алдынғылыҡты бирмәһә, әле лә һынатмайҙар. Заманында «Байрамғол» совхозы тирә-яҡта дан тотһа, хәҙер иһә үҙенең алмашсыһы - «Байрамғол» агрофирмаһы» юғары күрһәткестәре менән ҡыуандыра.
«Иң мөһиме - ауыл хужа-лығы тармағы йәшәп килә», - тип ҡыуана ошо тирәлә көн күргән оло быуын ветерандары. 80 йәштәрен ваҡла-ған апай-ағайҙар үҙҙәренең ең һыҙғанып совхозды күтәрәбеҙ, тип ал-ял белмәй эшләгәндәрен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйҙәр. Күптән түгел Яңы Байрамғол ауы-лының аҡһаҡалдары менән осрашырға тура килде. Һәр береһенең ғүмер юлы ауыл хужалығы менән бәйле.
Рифҡәт Ғабдулла улы Игликов оҙаҡ йылдар «Байрамғол» совхозында механизатор булып хеҙмәт итә.
- Ун биш йәштән тракторға ултырҙым, етенсе класты тамамлағас хеҙмәткә алындым. Ҡайтҡас яратҡан эшемде дауам иттем, - тип бәйән итә туҡһан йәшен ваҡлаған аҡһаҡал. Ансар Игликовтың дә хеҙмәт юлы совхозға бәйле, оҙаҡ йылдар һөт ташыусы, келәт мөдире булып эшләй.
Рәшиҙә Динисламова Һөйәрғол ҡыҙы, быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләгән. 40 йыллыҡ эш стажы бар. 11 йәштән иген утарға йөрөй, бесәнен дә саба. Ун өс йәшендә фермаға эшкә килә, быҙауын да ҡарай, тиҫтерҙәре менән тана бәйләп һауырға өйрәтә. Алдынғы һауынсы була, юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн теген машинаһы менән бүләкләнә. Бындай ҙур бүләктәр ул заманда иң яҡшы эшләгәндәргә генә бирелә.
Урал Хәлилов та ғүмер буйы малсылыҡта эшләй. Һыйыр, башмаҡ ҡарай, тороҡтороусы булып эшләй. Ауыл хужалығында ҡырҡ биш йыл хеҙмәт итеп, 2001 йылда хаҡлы ялға сыға.
Фәйзулла Хәйруллин Яңы Байрамғолда мәктәпте тамамлағас почтала радио-монтер булып эшләй. Венгрияла хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас совхозға электрик булып урынлаша, һуңынан 35 йыл фермала слесарлыҡ эшен алып бара. 26 миҙгел комбайнда йөрөргә лә тура килә. 2008 йылда хаҡлы ял-ға китә. Фәйзулла Сибәғәт улы тырыш хеҙмәте өсөн С. Юлаев ордены менән наград-лана. РФ Почет грамотаһына лайыҡ була.
Ринат Жамалов та ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Мәктәп-те тамамлап фермала төрлө эштәрҙә йөрөй, СПТУ-ла уҡып сыҡҡас үҙен комбайнға ярҙамсы итеп ҡуялар. 1982 йылда уға клубҡа эшкә килергә тәҡдим яһағас кире ҡаҡмай. 32 йыл клуб мөдире булып хеҙмәт итә. «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен ала. «Байрамғол егеттәре» ансамблен ойоштороусы, әле лә ансамбль сафында.
Ололарҙың әүҙемлегенә, уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Совет тәрбиәһе менән сыныҡҡанғамы - дисциплина, берҙәмлек кеүек сифаттар һаман да улар менән. Хеҙмәт йылдарын намыҫ менән үтәп, хаҡлы ялға сығып тыныс тормошта балалар үҫтереп, олатай-өләсәй булып йәшәүе үҙе ҙур бәхеттер.
Әдилә ХӘКИМЙӘНОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Эше менән күркәмЭше менән күркәм
Хәҙерге заманда почта хеҙмәте менән файҙаланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Интернет селтәренән айырылмай, электрон хат-хәбәрҙәр алышҡан тормошта йәшәһәк... Тотош уҡырға
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөнФиҙаҡәр хеҙмәте өсөн
Минең ағайым Әхмәҙулла Хәйбулла улы Ғәйнетдинов Яңы Байрамғол ауылынан. Оҙаҡ йылдар «Байрамғол» совхозында комбайнсы булып эшләй. 1963 йылда... Тотош уҡырға
Байрамғол МараттарыБайрамғол Мараттары
Бала саҡтан ошо ергә бәйле төрлө ҡыҙыҡлы лаҡаптар хаҡында ишетеп үҫкәнгәлер инде, Мараттарҙың һәр ҡайһыһына, уларҙың холоҡ-фиғеленә, ғаилә һәм эшкә... Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеХеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бер төркөм алдынғылар намыҫлы хеҙмәт, тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн юғары... Тотош уҡырға
Ауылым уңғандарыАуылым уңғандары
Һәр ауылдың данлыҡлы һәм уңған, абруйлы кешеләре булған кеүек, Иманғол ауылы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бер Советтар Союзы Геройы (Ж.Ғ.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.