» » Эш беләктә түгел, йөрәктә

Эш беләктә түгел, йөрәктә07.11.2017

Эш беләктә түгел, йөрәктә«Эшһеҙлек неврозы»
Медицина белгестәре «эшһеҙлек неврозы» тигән термин ҡуллана башланылар: кеше үҙен йүнһеҙ, бер кемгә кәрәкһеҙ, бер нимәгә йоғонто яһарға һәләтһеҙ итеп тоя, ти. Бындай психология буйынса Рәсәйҙә төплө ғилми тикшереүҙәр үткәрелмәгән. Быуаттай ваҡыт Совет власында йәшәгән кешеләргә яңы һәм бөтөнләй ят күренеш бит. Ә бына «Харрисон теорияһы» буйынса, эшһеҙҙең психологик торошо өс этапҡа бүленә.
1-се стадия - шаңҡыу
Кеше эштән сығарылыуына, хеҙмәте һәм үҙе кәрәк булмауға бер нисек тә ышана алмай. Ғәйеплеләрҙе эҙләй, бартамлай һәм өҙгөләнә.
2-се стадия - өмөт
һәм ышаныс

Бәләнән ҡурҡып йәшәү бәләнең үҙенән дә яманыраҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Күпмелер ваҡыттан, киреһенсә, өҫтән тау төшкәндәй еңеллек килеүе бар. Был осорҙа сәләмәтлек тә, кәйеф тә яҡшырып ала. Ундайҙарға эшкә урынлашыуы еңелерәк. Кеше актив рәүештә яңы эш эҙләй. Үҙен был дәүерҙә бик юғары баһалай әле, шуға ла потенциаль рәүештә ҡәнәғәтләндерерлек күп тәҡдимдәрҙән баш тарта.
3-сө стадия - төшөнкөлөк
Сама менән 6 ай үткәнсе яңы эшкә урынлаша алмай икән, кеше үҙенә-үҙе ҡул һелтәй, активлығы һәм эшләргә теләге ныҡ кәмей. Ә күпмелер ваҡыттан эш табылыуҙан ҡурҡа ла башлай, ти.
Был стадия кеше сәләмәтлеге өсөн яҡшы түгел: Американың Дюк университеты тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, эшһеҙ ҡалған, йыш эш алмаштырған кешеләрҙе инфаркт йышыраҡ һуға. Йәмғиәт өсөн дә яҡшы түгел - Американың Джон Хопкинс университеты мәғлүмәттәре буйынса, илдә эшһеҙлек бер процентҡа артыу үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар - 4,1 процентҡа, төрмәгә ултыртылыусылар - 5,7 процентҡа, кеше үлтереүҙәр 4 процентҡа күбәйеүгә килтерә. Бик ҡурҡыныс һандар!
Эшһеҙ оҙаҡ ултырыу шуныһы менән дә яман: кешенең социаль бәйләнештә-ре юғала бара, депрессияға бирелә, заман талаптарына яраҡлаша белеү һәләте хөртәйә, квалификацияһы түбәнәйә, нәҡ ошо сәбәптәр арҡаһында (ә йүнһеҙ булғаны өсөн түгел!) яңы эшкә урынлашыу мөмкинлеге кәмей бара.

Нимә эшләргә?
Муллалар: «Хоҙай әҙәм балаһына ул күтәрерлек һынау ғына бирә», - тип әйткәненә психологтар ҙа ауаздаш. Тормошҡа, коллегаларға үпкәләү, кенә йөрөтөү, үҙеңде йәлләргә тотоноу - яҡшыға илткән юл түгел. Һеҙҙең, һеҙҙекенән дә күпкә хөрт хәлдә миллион-миллион кеше элек тә ҡалған, киләсәктә лә ҡаласаҡ. Тик үҙеңдең бәләләрҙе генә күреү - эгоизм һәм иманһыҙлыҡ билдәһе. Шулай ҙа, оло кешенең эшһеҙ ҡалыуы - тормошонда иң ҡатмарлы һынауҙарҙың береһе. Үҙенә, тирә-йүндәгеләргә булған иллюзиялар селпәрәмә килә. Был осорҙа айырыуса мөһим:
-шәхесеңә ҡарата позитив ҡарашты һаҡларға, үҙеңде-үҙең эстән кимереү һәм ғәйепләү яҡшы бер ни бирмәй;
- үҙгәргән тормош шарттарына нисек яраҡлашыу тураһында етди уйланыу зарур;
- үҙ яҙмышың тик үҙ ҡулыңда икәнлегенә ныҡлап төшөнөп эш итергә;
- бар сығымдарҙы етди контроль аҫтына алып, аҡсаны юҡҡа туҙҙырмаҫҡа;
- үҙегеҙҙең бар ыңғай һәм кире яҡтарҙы айыҡ аҡыл менән барлап сығырға, шуның нигеҙендә эш итергә;
- актив рәүештә яңы эш эҙләргә. Оҡшамаған эшкә ваҡытлыса урынлашып тороуҙан да мәғәнә бар. Элекке һөнәр менән генә сикләнмәҫкә, бөтөнләй уйламаған шөғөл ҡыҙығыраҡ та, аҡсалыраҡ та булыуы ихтимал. Мәшғүллек үҙәгендә теркәлеү генә етмәй, учреждение үткәргән яңы һөнәр үҙләштереү курстары айырыуса иғтибарға лайыҡ;
- квалификацияны күтәреүҙе хәстәрләү зарур - ниндәйҙер курстарға яҙылыу, үҙаллы камиллашыу, сит тел өйрәнеү һәм башҡа;
- яңғыҙ ҡалмаҫҡа. Йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу төшөнкөлөктән һаҡлау менән бер рәттән мөнәсәбәттәр даирәһен киңәйтеп, яңы эш табыуға булышлыҡ итеүе лә ихтимал.
Кемдең арбаһына ултыраң, шуның йырын йырлайһың.
Эш һорап килгәндә предприятие-учреждениелағы ғәҙәттәр тураһында алдан белешеү артыҡ түгел. Мәҫәлән, бөхтә кейенеп йөрөйҙәр икән, алама джинсы-свитерҙа һөйләшеүгә килеү килешмәҫ. Кейем ҡиммәт булыуы ла шарт түгел, таҙа һәм үтекләнгән булыуы мөһим. Һөй-ләшкәндә саманан тыш эшлекле булып ҡыланыу ҙа, баҙнатһыҙлыҡ күрһәтеү ҙә яҡшы түгел. Психологтар йәнә бер урынға иғтибарҙы йүнәлтә - йоҡо туйҙырып, тамаҡ ялғап килегеҙ, йонсоған-хәлһерәгән ҡиәфәт бер кемгә лә оҡшамай.
«Кеше эшләү өсөн йәшәмәй, йәшәү өсөн эшләй» тигән хәҡиҡәткә ныҡлап төшөнөргә кәрәк. Юғиһә, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булыу - кешенең үҙ-үҙенән ҡасырға маташыуының сағылышы. Ә иң мөһиме - «Хоҙай көнөн бирһә, йүнен дә бирә» тигән әйтемде һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. «Берәү бысраҡ күләүек кү-реп ерәнә, икенсе күләүектә сағылған йондоҙҙарҙы күреп һоҡлана». Эйе, эшһеҙ ҡалыуҙың да ыңғай яҡтары бар. Кеше саҡ ҡына булһа ла тын ала, яҙмышы тураһында уйланырға форсат сыға, бәғзеләр өсөн бындай «ял» артабан күтәрелер өсөн старт һыҙығына әйләнә.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең бер бөтөн ил икәнлеге шөбһә лә уятырлыҡ - төрлө төбәктәрҙә тормош шарттары саманан тыш айырыла бит. Бына, мәҫәлән, халыҡтың реаль... Тотош уҡырға
Һөйрәткән  атҡа  тейәйҙәрҺөйрәткән атҡа тейәйҙәр
Һорауҙарға яуап бирегеҙ ҙә, түбәндәге нисбәт буйынса сумманы иҫәпләгеҙ: «гел шулай» - 4 балл; «йыш» - 3 балл; «һирәк» - 2 балл; «бер ваҡытта ла улай... Тотош уҡырға
Сәләмәт йәндә-   сәләмәт тәнСәләмәт йәндә- сәләмәт тән
Тормош матурлығын, йәшәү йәмен тойоуыбыҙ иң элек күңелебеҙ торошона, уның һаулығына бәйле. Юҡҡа ғына халыҡта ла тән ғазабынан йән ғазабы ауыр,... Тотош уҡырға
Ауырлыҡтар ваҡытлысаАуырлыҡтар ваҡытлыса
Эшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Әлеге ваҡытта илдәге иҡтисади көрсөк арҡаһында был проблема күптәргә... Тотош уҡырға
Йоҡоң тәмле булһын!Йоҡоң тәмле булһын!
Төнгө йоҡо тәбиғи булырға тейеш, әммә күптәр өсөн был хыялға әйләнеп бара. Ни өсөн? Дарыу эсмәйенсә генә йоҡоно көйләп буламы? Боронғолар уны бәләкәй... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.