» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?07.11.2017

Был донъяла ниҙәр бар?√ РФ Президенты В. Путин рәсәйлеләрҙе шаҡ ҡатырҙы: илебеҙҙә АҠШ яллаған ойош-малар кешеләрҙең биоматериалдарын йыйыу һәм тикшереү менән аҫтыртын шөғөлләнә.
Иң борсолдорғаны - беҙҙең организм үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған учреждение Американың Ҡораллы көстәре системаһына инә. Рәсәй Федерация Советының Именлек һәм оборона комитеты рәйесе урынбаҫары Франц Клинцевич былай тип комментарий бирә: «Биология ҡоралы яһайҙар тип раҫламайым, әммә мәгәр бындай хәшәрәт эшкә тотонһалар, юҡ итергә самалаған этностарҙың төрлө тәбиғәт шарттарындағы үҙенсәлектәрен теүәл билдәләү талап ителә». Бындай ҡылмыштарға сик ҡуйыла, тип тынысландырҙы.

√ «Аҡса юҡ, аҡса юҡ!» - тип тылҡығандарына ышаныуы ҡыйыныраҡ. Былтыр Рәсәйҙә миллиардерҙар һаны (доллар иҫәбендә) 25 процентҡа артып, 96 башҡа еткәндәр, тип яҙа «Форбс» журналы. Донъя буйынса миллиардерҙар 2016 йылда байлыҡтарын 17 процетҡа арттырһа, Рәсәйҙә - 37 процентҡа һимерәләр.
Доллар иҫәбендә миллионерҙар һаны артымы буйынса ла алда барабыҙ, шул иҫәптән Ҡытай темптарынан беҙҙә 2 тапҡырға күберәк үрсейҙәр, ти. Ошондай ҡаҙаныштар булғанда, былтыр 20 миллион РФ граждандары ярлы тип танылды (айлыҡ килем 10 мең һумдан ашмай), тип иҫкә төшөрөү ҙә уңайһыҙ кеүек.

√ Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф йәш-тәрҙе «Тәүлегенә 18 сәғәт эшләгеҙ, шул осраҡта һис шикһеҙ уңышҡа өлгәшерһегеҙ», - тип өндәне.
Ирекһеҙҙән иҫкә төшөрлөк: теүәл 100 йыл элек Халыҡ Комиссарҙары Советы беренсе декреттар менән Рәсәйҙә 8 сәғәтлек эш ваҡытын рәсмиләштерҙе. Донъяла беренселәрҙән булып.

√ Молдаван һәм румын телдәре шул тиклем оҡшаш, хатта бер үк һөйләш түгел микән, тигән бәхәстәр тынмай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Молдовала бер үк телдә һөйләшкән халыҡтың 52,7 проценты - молдаван, 23,2 проценты - румын телен ҡулланам тип хис итә. Был сетерекле мәсьәлә филология юҫығынан сәйәсәт даирәһенә күсте - Молдованың Конституция суды ҡарар сығарҙы: молдаван теле шул уҡ румын теле. Ил президенты Игорь Додон быны Молдованың дәүләтселегенә хыянат тип баһаланы. Ҡаң-ғыралар инде, әйтерһең башҡа ҡайғылары юҡ!

√ Ҡаҙағстан президенты Н.Назарбаев ҡаҙаҡ телен быға тиклемге кириллицанан латин хәрефтәренә күсереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Әллә инде, «...ҡысытмаған урынды тырнау» кеүек килеп сыҡмаһа булды инде, беҙгә туғандаш халыҡ бит. Юғиһә, бәғзе РФ сәйәсмәндәре был аҙымды бик ауыр ҡабул иттеләр, ә файҙаһы әллә бар, әллә юҡ. Яңы ҡаҙаҡ алфавитында 32 хәреф (беҙҙекендә - 42).

√ Әстерхан ҡалаһында балалар өсөн курткалар һатыла, еңдәренә фашист гербтарына оҡшаш һүрәт яһалған. Эксперттар фекеренсә, әллә ниндәй мәкерлек юҡтыр бында: ғәҙәттә Ҡытай эшҡыуарҙары ниндәй үҙҙәренә матур тойолған билдә-символ күрәләр, шуны әйбергә төшөрәләр. Әммә уйындан уймаҡ сығыуы ла бар: Рәсәй Федерацияһы закондары менән нацизм символдары һәм атрибутикаһын (йә уға оҡшаш) кеше алдына сығарған, пропагандалаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.

√ АҠШ ғалимдары, аҡыл ҡеүәһе юғары булған кешеләр күңел төшөнкөлөгөнә, астма һәм аллергияларға йышыраҡ бирешә, тигән һығымта яһаны. Бала саҡта: «Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың», - тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ: һытыҡ йөҙ менән йөрөү үҙе генә бер ҙә аҡыл билдәһе түгел! Ә бәлки, ысынында ла аҡыллы кешеләр был тикшереүҙә ҡатнашып та тормағандарҙыр.

√ Электр энергияһы етештереү өсөн ел тирмәндәре ҡулланыу даирәһе киңәйә бара. Айырыуса гел елдәр иҫкән диңгеҙ буйында отошлолар. Ошо арала Шотландия буйында революцион аҙым яһанылар: генераторҙар йөҙгән платформаларҙа диңгеҙҙең эсенә үк урынлаштырыла. Ғәйәт ҙур ҡоролма һыу өҫтәнән 176 метрға күтәрелә, ҡанаттарының диаметры - 154 метр!
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡысытмаған урынды тырнау беҙҙең илгә генә хас түгел. Украина президенты яңы законға ҡул ҡуйҙы - уҡыусы ниндәй генә милләт кешеһе булмаһын, 5-се... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр барБыл донъяла ниҙәр бар
Абруйлы «Форбс» журналы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙә доллар иҫәбендәге миллиардерҙар һаны 77 баштан 96 башҡа еткән. Иң бай 200 рәсәйле бер... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла  Ниҙәр барБыл донъяла Ниҙәр бар
Рәсәйҙә йәшәйеш минимумынан да аҙыраҡ килемгә көн күреүселәр 2014 йылда 16,1 миллион булһа, 2015 йылда 19,2 миллионға еткәндәр. Ҡурҡыныс һан инде,... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.