Тыуым кәмей10.11.2017

Тыуым кәмей30 октябрҙә район хакимиәтендә демография һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәлә социаль хеҙмәттәр етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.

Ағыуланып үләләр
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко йәмғиәтебеҙ-ҙе борсоған проблемаларға етди туҡталды. Алкоголь, наркотик ҡулланыу арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыусылар динамикаһына анализ яһаны. Республи-кала психоактив матдәләр ҡулланыу арҡаһында сиргә һабышыусылар кәмегән. 2016 йылда ун дүрт йәшкәсә тиклем 201 баланың һәм 15-17 йәшлек 1039 үҫмерҙең араҡы эсеп психикалары һәм тәртиптәре ҡаҡшауы теркәлгән. Хроник алкоголизм һәм алкоголь психоздар менән яфаланыусыларҙың һаны ла аҙайған. 2012 йыл менән сағыштырғанда беренсел сирлеләр кимәле - 20,4 процентҡа, дөйөм сирлеләрҙеке 9,7 процентҡа түбәнәйгән. 2016 йылда хроник алкоголизмдың беренсел 2247 осрағы теркәлгән. Һуңғы биш йылды алған-да ауырыуҙар һаны 20,8 процентҡа кәмегән.
Көнкүреш ағыуланыуҙарға килгәндә, республикабыҙҙа былтыр 3287 осраҡ теркәлгән. Нигеҙҙә, кешеләр эсеп ағыулана. Районда ошондай дүрт осраҡ теркәлгән, уның өсәүһе ҡалала. Икенсе урында дарыу препараттары эсеп ағыуланыуҙар - республикала туҡһан биш кеше үлгән. Наркотик менән ағыуланыуҙың 242 осрағы теркәлгән, 54 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ике кеше тәмәке ҡатышмаһынан ағыулана, береһе өсөн был тартыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғыһы була.

Балалар әҙәйгән
Зөһрә Гордиенко статистика хаҡында фекер алышҡанда социаль хеҙмәттәргә йәштәр араһында аңлатыу эшен нығыраҡ алып барыу кәрәклеген билдәләне. Ауыл хакимиәте башлыҡтарына иһә, әгәр ҙә биләмәләрендә законһыҙ рәүештә спирт продукциялары менән һатыу иткән нөктәләр барлығын белеү менән шундуҡ эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә ҡушылды.
Ҡала-районыбыҙҙың демографик хәле тураһында ЗАГС бүлеге начальнигы Зифа Мотаһарова сығыш яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Ағымдағы йылдың туғыҙ айын алғанда тыуымдың кә-меүе күҙәтелә.
Мәҫәлән, былтыр был мәлдә 761 сабый теркәлһә, әле - 644 (15,7 процентҡа әҙ), 316 малай һәм 328 ҡыҙ. 527 бала тулы ғаиләлә донъяға килгән, ата-әсәһе законлы никахта тора. 57 сабыйҙың (8,9 процент) атаһы асыҡланған, 59-ын әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй, бер баланан баш тартҡандар.

90-сы йылдар ғәйепле
Шулай ҙа төп ғәйеп тәү сиратта 90-сы йылдарҙағы ата-әсәйҙәрҙә, ти белгестәр. Демография йәшәү кимәленә бәйле булғанлыҡтан тыуым тап ошо осорҙа шаҡтай кәмегән. Бөгөн иһә, шул ваҡытта тыуғандар үҙҙәре ата-әсә. Шуға ла халыҡтың артыуын тәьмин итер өсөн дәүләтебеҙгә йәш ғаиләләргә яңы программалар булдырыуҙы уйларға кәрәк. Мәҫәлән, өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаларға аҡсалата ярҙам күрһәтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ.
Йәштәрҙең никахтарын теркәргә ашыҡмауҙары бор-соуға һала. Күптәр граждан-лыҡ никахы менән йәшәүҙе өҫтөн күрә. Туғыҙ ай эсендә былтыр 387 пар теркәлһә, быйыл - 380 пар. Элек татыу ғаилә ил күрке тиһәләр, хәҙер иһә, ныҡлы ғаилә - иҡтисад нигеҙе тип әйтергә мөмкин. Сөнки ғаилә ныҡ булһын өсөн тәү сиратта матди хәлдең яҡшы булыуы мөһим. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе элеккесә аҡ-саһыҙлыҡҡа, ир кешенең ғаиләһен ҡарай алмауына, йәшәргә урын булмауына бәйле.
Тағы ла күңелде ҡырғаны, төбәгебеҙҙә һуңғы йылдар-ҙа тыуым үлемде уҙған ине, быйыл иһә үлем тыуымды үтеп киткән. 644 бала тыу-ған, 663 кеше үлгән.
Суицид осраҡтары күбәйеүе хафаға һала. Былтыр 23 кеше үҙенә ҡул һалһа, быйыл егерме һигеҙ осраҡ.
Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының балалыҡ һәм бала табыу буйынса баш табип урынбаҫары Арслан Фәйзуллин халыҡҡа аку-шер-гинекологик ярҙам ойоштороу хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Был өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа бар, хәҙер ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар УЗИ-скринингты Белорет ҡала дауаханаһын-да үтә. Шулай уҡ 35 йәштән үткән ҡатындар бала табырға рөхсәт алыу өсөн мотлаҡ перинаталь үҙәккә йәки Өфөнөң республика дауаханаһына йүнәлтелә.

Ауылда йәшәргә була
Ахун ауылы хакимиәте башлығы Әмир Харисов биләмәләрендә демографик һәм миграцион хәл тураһында бәйән итте. 2016 йылда 32 сабый тыуған, йыл аҙағына тиклем тағы өс бәләкәстең донъяға килеүе көтөлә. Үлем тыуымдан күберәк, хакимиәт башлығы әйтеүенсә, 2013-2015 йылдарҙа ғына үлем тыуым-дан түбәнерәк булған.
Ултыраҡта тормош көтөү өсөн шарттар яҡшы. Эш мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкин. Мәҫәлән, ялҡауланмаһаң, шәхси хужалығыңды асырға, йәиһә урындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына эшкә урынлашырға була. Балалар баҡсаһы, мәктәп, клуб, китапхана, спортзал, почта, амбулатория, дарыухана, музей, магазиндар бар. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың күпләп ҡалаға күсенеүен дә телгә алды.
Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса бүлек начальнигы Гүзәл Шәғәлина төбәгебеҙҙә «Йәш ғаилә» пилот программаһының нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.
Ултырышты йомғаҡлап Зөһрә Гордиенко 2018 йылға бурыстар билдәләне һәм иң мөһиме - районыбыҙҙа демографик хәлде яҡшыртыу буйынса һөҙөмтәле, комп-лекслы эш йүнәлеше алып барылырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлиә ДАУЫТОВА.



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Үҫмерҙәр енәйәте артаҮҫмерҙәр енәйәте арта
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республиканың ҡала-район муниципалитеттары башлыҡтары, балиғ булмағандар эше һәм... Тотош уҡырға
Хаҡ - кеше ғүмереХаҡ - кеше ғүмере
Бөтә донъя СПИД менән көрәш көнөнә район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса ... Тотош уҡырға
Берҙәм эш һөҙөмтә бирәсәкБерҙәм эш һөҙөмтә бирәсәк
Район хакимиәтендә үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, фельдшер-акушер пункттары, табип амбулаториялары мөдирҙәре, ауыл Советы... Тотош уҡырға
Халыҡ һаулығы һағындаХалыҡ һаулығы һағында
Илдең ныҡлы киләсәге халыҡтың рухи һәм физик сәләмәтлегенә ҡайтып ҡала. Был кешеләрҙең үҙ һаулығына яуаплы ҡарашына, медицина ярҙамының сифатына... Тотош уҡырға
Ғаилә - дәүләт нигеҙеҒаилә - дәүләт нигеҙе
Ҡалабыҙҙа республика ЗАГС бүлектәре начальниктарының күсмә ултырышы үтте. Унда бөгөнгө ғаилә хәле, проблемалары, бүлектәр эшмәкәрлегенең һорауҙары... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.