» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?28.11.2017

Был донъяла ниҙәр бар?ЛДПР партияһы бер тауыштан РФ Прези-денты һайлауҙарына Владимир Жириновскийҙың кандидатураһын күрһәтте. Былтыр РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар барғанда беҙҙең районда ЛДПР партияһы 18 проценттан ашыу тауыш йыйып ғәжәпләндергәйне. Киләһе йыл нисек булыр икән, «мөхәббәт» һүрелмәгәнме? Тик бына халҡыбыҙҙың «Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ», - тигән әйтеме бар бит әле, Владимир Вольфович биш тапҡыр был посҡа дәғүә итеп ҡараны, уңышҡа өлгәшә алманы. Күрәһең, «Тейенгә тейеүе шарт түгел, шартлауы (мылтыҡ атыуҙың) - шарт», - тип эш итәлер.

«Донъя ахыры билдәләренең беленеүен күрмәһә, һуҡыр ғына күрмәйҙер!» - тип сығыш яһаны Рәсәй православие динен тотоусылар башлығы патриарх Кирилл. Һәм барыһын да иманлы булырға саҡырҙы - уларҙың тәғлимәттәре буйынса, ахырызаман ҡасан етеүе кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тотоуҙарына бәйле икән. Шуны ла билдәләйек - патриарх Кирилдың олатаһы иерей Василий Степанович Гундяев заманында Башҡортостанда эшләп киткән икән, шуға ла баш дин әһеле республикаға айырыуса йылы ҡарашта, ти.

1980 йылдан алып Зимбабве менән идара иткән Роберт Мугабе отставкаға сығарылды. Уны тәхеттән төшөргән хәрбиҙәр, 93 йәшлек ҡарт барыбер бер ни хәл итмәй, уның исеме-нән 52 йәшлек ҡатыны Грейс Нтомбизодва Мугабе хакимлыҡ ҡыла, тип ғәйепләнеләр. Һәм байбикә яҡшы хакимлыҡ итмәйҙер инде - илдең иҡтисади хәле үтә хөрт. Әйткәндәй, 2009 йылда милли валюталарынан баш тартырға мәжбүр булалар. Сөнки инфляциялары (аҡса осһоҙланыу) донъя рекорды ҡуя. Мәҫәлән, 2008 йылда уртаса инфляция 231 миллион процент тәшкил итһә, октябрь айында беҙ ишетеп тә белмәгән 6,5 квинкватригинтиллион һанына етә. Күҙ алдына яҡшыраҡ килтереү өсөн: 4 июлдә 17.00 сәғәттә бер шешә һыра 100 миллиард зимбабве доллары торһа, ни бары бер сәғәттән хаҡ 150 миллиардҡа етә.

Марокко тигән Африка илендә хәйриә фонды ярлы халыҡҡа аш таратмаҡсы була. Ас халыҡ хәйергә ынтылғанда этешә-төртөшә. Һөҙөмтәлә 15 ҡатын тапалып үлә, 40-лап ҡатын имгәнә. Өйҙә ас ултырған сабыйҙарын туйҙырмаҡсы булып ашҡынғандарҙыр инде, бахырҙар...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса илебеҙҙең 55 процент ирҙәре һәм 60 процент ҡатын-ҡыҙҙары һимеҙлектән яфалана. Был касафат Ҡораллы көстәрҙе лә урап үтмәй. Шуға ла Оборона министрлығы күләмле тикшереү башлай, ти. Ныҡ һимеҙҙәр (медицина терминологияһы буйынса - 4-се дәрәжәләгеләр) хеҙмәттән бөтөнләй бушатылыуҙары көтөлә, 3-сө дәрәжәләгеләр сәләмәтлек ныҡ талап ителмәгән вазифаларға күсереләсәк.

Сит планеталарҙан билдәһеҙ заттар «тәрил-кәләр»ҙә Ергә осоп килеүҙәренә ышаныусылар бихисап. Интернет заманында теүәл иҫәп тә алып барыла. Быйыл, мәҫәлән, ошо хаҡта 84 мең хәбәр теркәлә, былтырғы осорҙан 12 процентҡа күберәк. Иң күбе Британия утрауы өҫтөндә серле күренештәр пәйҙә була, ти. Аңлашыла инде, ят цивилизация караптарын күреү осраҡтарының төп өлөшө - тәбиғәт күренештәре, яңы техниканы һынау сағылышы йә алдаҡсыларҙың (аҡылға бер көйҙәрҙең) уйҙырмалары. Шулай ҙа 84 мең - бик ҙур һан, күпмелер өлөшө ысын мөғжизә булыуы ла ихтималдыр.

Ҡытай тарихта беренсе булып уникаль операция үткәрҙе: бер пациент-ҡатынға робот ике теш ҡуйҙы. Үҙ аллы! Табиптар күҙәтеү менән генә сикләнә. Ә ошо көндәрҙә Сяо И исеме бирелгән робот табип эшмәкәрлеге алып барырға рөхсәт иткән дәүләт имтиханы тотто. 10 сәғәткә иҫәпләнгән ҡатмарлы һынауҙарҙы 1 сәғәт эсендә башҡарып, мөмкин булған 600 балдың 456-һын алды. Кеше булһа, табип булып хеҙмәт итергә рөхсәт ителер ине.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең бер бөтөн ил икәнлеге шөбһә лә уятырлыҡ - төрлө төбәктәрҙә тормош шарттары саманан тыш айырыла бит. Бына, мәҫәлән, халыҡтың реаль... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Рәсәй христиандарының башлығы патриарх Кирилл РФ Дәүләт Думаһы алдында сығыш яһай. Башҡаһынан тыш микрофинанслау учреждениелары эшмәкәрлеген тыйырға,... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
«Росстат» белдереүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2016 йылда халыҡ ҡулланыу тауарҙарына инфляция 5,4 процент тәшкил итте - Советтар Союзы... Тотош уҡырға
97 кандидат теркәлде97 кандидат теркәлде
Районыбыҙҙа 18 сентябрҙә бер юлы өс кимәлдәге һайлауҙар үтәсәк: 7-се саҡырылыш РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына, 4-се саҡырылыш Учалы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.