» » Быуат эпидемияһына әйләнгән сир

Быуат эпидемияһына әйләнгән сир05.12.2017

Быуат эпидемияһына әйләнгән сирҠыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекцияһы бөгөнгө көндә быуат афәтенә әйләнде.
Учалыла 2000 йылда бер генә пациент теркәлгән булһа, хәҙер уларҙың һаны 117-гә еткән. Улар етди диспансер күҙәтеү аҫтына алынған. 59-ы - ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар - 58, бер ҡатын ауырлы. Шуныһы күңелде йылыта, балалар араһында ВИЧ-инфекциялылар әлегә теркәлмәгән. 31 сирле анти-ретровирус терапияһы ала, улар араһында бер йөклө ҡатын бар. Сирле менән бәйләнешкә кереүселәр - 38, уларҙың 26-һы тикшерелгән, бер кеше тикшереү үтеүҙән баш тартҡан. Ҡалғандарын әлегә эҙләйҙәр, таба алмайҙар.

Хәл киҫкен
ҡала

2014 йылда 89 бәләгә тарыған кеше иҫәптә торһа, 2015 йылда - 102, ә былтыр уларҙың һаны 109 кешегә еткән. Күреүебеҙсә, хәл киҫкен ҡала. Районыбыҙҙа хәлде күпме генә контролдә тоторға тырышһалар ҙа, сир сигенергә уйламай. Быйылғы йылдың 10 айы эсендә ҡала-районыбыҙҙа 8756 кеше, йәғни халыҡтың 12,24 проценты ВИЧ тикшереү үткән, 450-һе хәүеф төркөмөнән. Былтыр иһә төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ни бары 6 проценты ғына (4618) тикшереү үткән булған. 2016 йылда - 18, быйыл 9 ай эсендә - 29 (20 - ир, 9 - ҡатын-ҡыҙ) ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәпкә алынған. Сирлеләр араһында ирҙәр ҡатындарға ҡарағанда күберәк. 2016 йылда ВИЧ-тан 12 кеше үлгән, быйыл 9 ай эсендә ун бер кеше (4 ҡатын, 7 ир) сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ҡала-район халҡының ВИЧ-инфекцияға анализ биреүгә етди ҡарамауы борсоуға һала. Ни бары 12 процент ҡына тикшереү үткән, ә ҡалған 88 процент яҡташтарыбыҙ араһында нисә кешенең ҡурҡыныс инфекция йөрөтөүен беҙ белмәйбеҙ ҙә.
Республикабыҙҙа йыл башынан 2501 кешелә ВИЧ асыҡланған, шуларҙың 1575-е ир-егет, 926-һы ҡатын-ҡыҙ. Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы учреждениеларында 329 сирле кеше иҫәпләнә.
2017 йылда ВИЧ-инфекциялы 689 кеше үлгән. ВИЧ-инфекциялы 337 йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, ауырыу әсәләрҙән 300-гә яҡын сабый тыуған.

Ҡотҡо
таратыусылар

Һуңғы арала йәмғиәтебеҙҙә ВИЧ-диссиденттарҙың күбәйеүе лә хәүефкә һала. Йәғни, был кешеләр халыҡ-ҡа ВИЧ юҡ, тип ҡотҡо һала, ҡурҡыныс инфекциянан дауаланыуҙан баш тартырға өндәй. «Роспотребнадзор» хәбәр итеүенсә, ВИЧ-диссиденттарҙың хәүефле эшмәкәрлеге оҙаҡламай тыйыласаҡ, әле документтар әҙерләнә.
Чиновниктарҙың башлан-ғысы власть органдарында раҫлау тапһа, ҡурҡыныс сирҙән дауаланмауы пропагандалаған кешеләр хөкөм ителәсәк. Закон проекты авторҙары Енәйәт кодексына ла ошоға бәйле үҙгәрештәр индерергә, ВИЧ-инфекциялы балаларҙы дауалау ҡағиҙәләрен үҙгәртер-гә ниәтләй.

Яза кемдәргә
янай?

Йәмғиәттә ВИЧ-инфекцияһын инҡар итеүселәр, анализ тапшырыуҙан, уны дауалауҙан баш тартырға өндәүселәр бар. Ундайҙарға административ штраф һа-лынасаҡ, унан тыш, социаль селтәрҙәрҙә «ВИЧ юҡ!», «СПИД - уйлап сығарылған сир», «Вирусты кем күргән?» тигәнерәк лозунгтар аҫтында әүҙем эшмәкәрлек алып барғандарға ла сара табыласаҡ. Ул ғына түгел, һәр һүҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк: сирҙе инҡар итеп яҙылған бәләкәй генә комментарий ҙа, вирус тураһында яҙған мәғлүмәт таратҡан ҙур текстар ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Ғөмүмән, социаль селтәрҙәр аша кешеләрҙең башын бутаған әҙәмдәр генә түгел, матбуғат сараларында ошо темаға баҫылған, күрһәтелгән мәғлүмәт тә күҙәтеү аҫтында буласаҡ.
Ҡайһы бер йәмәғәтселәрҙең фекеренсә, яҡынса тиҫтә йыл самаһы элек тап эре федераль телеканалдарҙың башланғысы менән халыҡ араһында ВИЧ хаҡында ялған мәғлүмәт таратыла башлаған. Абруйлы журналист «ВИЧ - фармацевтик компанияларҙың марке-тинг алымы» тигән фекерҙе еткергән, был мәғлүмәткә бихисап кеше ышанған.
Сирҙе инҡар итеү - кешенең ҡурҡыу реакцияһы һәм проблеманы ҡабул итеүҙең беренсе стадияһы. Беҙҙең илдә күптәр, ВИЧ йоҡторғанын белгәс, ошо стадияла бай-таҡ йылдарға туҡтап ҡала, һөҙөмтәлә бер нисә йылдан үлеп тә китә, ти белгестәр. Сит илдәрҙә иһә был хәлгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү ойошмалары бар. Беҙҙә иһә ундай ойошмалар йәмәғәт башланғысында ғына эшләй.
Тәҡдим ителгән яңылыҡтарҙың тағы береһе - ВИЧ-инфекциялы балаларҙы мәжбүри дауалау. Әлеге ҡағиҙәләр буйынса, баланың ата-әсәһе йәки опекуны ме-дицина ярҙамы күрһәтеүгә яҙма рөхсәт бирергә тейеш. Әммә ҡайһы бер осраҡта диссидент ата-әсәләр дауалау түгел, анализ тапшырыуҙан да баш тарта, бының менән сабыйҙы күрәләтә һәләкәткә дусар итә. Яңы ҡанун ҡабул ителгән осраҡта, был хәлде күпкә еңеләйтәсәк.
Башланғыстың авторҙары белә тороп йоғошло сир таратҡандарҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырырға, язаны ҡатыраҡ итергә саҡыра.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тыуым кәмейТыуым кәмей
30 октябрҙә район хакимиәтендә демография һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәлә социаль хеҙмәттәр... Тотош уҡырға
Туберкулез - мәкерле сирТуберкулез - мәкерле сир
Туберкулез нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп ҡалған кешеләрҙең дә ауырыуы мөмкин.... Тотош уҡырға
Хаҡ - кеше ғүмереХаҡ - кеше ғүмере
Бөтә донъя СПИД менән көрәш көнөнә район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса ... Тотош уҡырға
Тотанаҡһыҙлыҡ афәтеТотанаҡһыҙлыҡ афәте
Беҙҙең шәхси фекергә 27 май Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының идаралығында булған ғәҙәттән тыш хәлдә (дөрөҫөрәге, фажиғәлә), урындағы властар һәм ... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.