» » Социаль үҙенсәлеккә эйә

Социаль үҙенсәлеккә эйә05.12.2017

Социаль үҙенсәлеккә эйәБашҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә аныҡ комментарий бирҙе:
«2017 йылдың Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын - ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, был юлы төбәк башлығы үҙенең сығышында мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле».
Парламент спикеры башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, бизнес берләшмәләре вәкилдәре, киң йәмәғәтселек тә Мөрәжәғәтнамәнең тезистарын иғтибар менән өйрәнер тигән ышаныс белдерҙе. Күптәр ошо документты республиканы үҫтереүҙең дөйөм стратегияһы булараҡ ҡабул итә, был Мөрәжәғәтнамәнең һәр тезисын тиҙ арала үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.
Һәм эш һүҙҙә генә ҡалманы. Ошо арала БР башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан төбәктәге дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең (240 мең кеше) эш хаҡы дүрт процентҡа арта. Был мәғариф, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, спорт, йәштәр сәйәсәте, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, ауыл һәм урман хужалығы, ветеринария өлкәһендәге дәүләт һәм муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең бөтә категорияларына ҡағыла.
Указды тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аҡса Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға бюджетында һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона ҡаралған.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тотороҡло субъектТотороҡло субъект
30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Үҙ сығышында төбәк етәксеһе... Тотош уҡырға
Төбәк Башлығы менән һөйләшеүТөбәк Башлығы менән һөйләшеү
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов һәм ВГТРК филиалы – “Башҡортостан” дәүләт... Тотош уҡырға
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮРЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлгә баһа бирҙе.... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Республика йортондағы оператив кәœәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын... Тотош уҡырға
Ваҡытынан алда үтәсәкВаҡытынан алда үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда - 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.