» » Байрамдар тыныс үтһен

Байрамдар тыныс үтһен19.12.2017

Байрамдар тыныс үтһенТиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп алған сихри Яңы йыл етәсәк.
Мәҙәниәт усаҡтарында, мәғариф учреждениеларында күңелле кисәләр һәм иртәлектәр, мауыҡтырғыс конкурс-ярыштар ойошторолор. Байрамдар яҡшы, әлбиттә, шулай ҙа именлек, хәүефһеҙлек кеүек төшөнсәләрҙе лә оноторға ярамай. Мәҫәлән, ауыл эсендәге юлдарҙы, мәктәп, клуб, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эргәһен ҡарҙан таҙартыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһалар ине. Был иң элек махсус техника - янғын һүндереү, ашығыс ярҙам машиналары иркен үтә алһын өсөн эшләнә. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында, балаларҙы транспорт менән экскурсияларға йөрөткәндә, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә көнүҙәк булып ҡала.
Ауыл ултыраҡтарында халыҡ дружиналары хасил булһа, оҙайлы байрам ваҡыттарында әллә күпме күңелһеҙ осраҡтарҙы, шул иҫәптән террористик юҫыҡтағыһын да, иҫкәртеп буласаҡ бит.
Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Яңы йыл байрамы саралары планын раҫлаған да инде. Уға ярашлы, 26 декабрҙә 11.00 сәғәттә ҡала мәҙәниәт үҙәгендә уҡыу алдынғылары өсөн хакимиәт башлығы шыршыһы буласаҡ. 25 декабрҙә 17.30 сәғәттә ҡалабыҙҙа боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы планлаштырылған. Көньяҡ һәм Бурансы биҫтәләрендә Шыршы байрамы 26 декабрҙә 18.00 сәғәттә башлана. Рудникта был сара 27 декабрь көнө 18.00 сәғәттә үтәсәк. Байрамдар тыныс, имен һәм күңелле үтһен, тип теләйек. Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәйерле сәғәттә!Хәйерле сәғәттә!
1 сентябрь көнө төбәгебеҙҙә берсә ике байрам үтте - Ураҙа ғәйете һәм Белем көнө. Учалы ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закировтан алған... Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамдары имен үтһенЯңы йыл байрамдары имен үтһен
Сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәлә Яңы йылды ҡаршылау, ҡышҡы ялдарҙы имен уҙғарыу тураһында һүҙ барҙы. Төп доклад менән хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт... Тотош уҡырға
Байрамдар имен үтһенБайрамдар имен үтһен
27 апрелдә көндөҙгө 3 тирәләрендә ҡаланың Көньяҡ микрорайонында янғын сыға. Ваҡытлыса йәшәү өсөн файҙаланылған йәйге йортто ут солғай. Эстә дүрт... Тотош уҡырға
Күңелле үтһен байрамдарКүңелле үтһен байрамдар
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы уңайынан ҡала-районыбыҙҙа байтаҡ саралар ойоштороласаҡ. 1 май 10.30 сәғәттә барыһын да... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Билдәле булыуынса, студент осоро йәш саҡтың иң күңелле, иң ҡыҙыҡлы бер мәле. Ләкин ул ваҡыт, ысынлап та, күңелле генә түгел, ә файҙалы ла үтһен өсөн... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.