» » «Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән19.12.2017

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмәнРәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017» премияһын биреү тантанаһында киләһе йылды Ирекмән йылы итеп билдәләү тураһында иғлан итте, был хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сарала яҡташыбыҙ Анна Мөхәмәтйәрова ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
- «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙар мәктәбе етәксеһе һәм БР Йәмәғәт Палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы эксперты булараҡ, 4-6 декабрҙә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында ҡатнаштым, - тип бәйән итте беҙгә Анна, - Былтыр үҙем «Рәсәй ирекмәне - 2016» конкурсында еңеүсе булғайным, быйыл да сара бик сағыу, күләмле һәм тулҡынландырғыс итеп ойошторолдо. Тәжрибә уртаҡлашыу, яңы методикалар менән танышыу, арҙаҡлы кешеләрҙең сығыштарын тыңлау - тыныс ҡына ултырырға һис кенә лә форсат ҡалдырылманы.
Мин, мәҫәлән, ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций») - йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квалификациялы әҙерлек ойоштороу проекты тураһында сығыш яһаным.
Күптәр ҡыҙыҡһынды, эшлекле бәйләнештәр булдырҙыҡ, артабан да хеҙмәттәшлек итергә ниәт бар.
Башҡортостан командаһы ысын мәғәнәһендә «команда» исеменә лайыҡ булды: гел бергә булдыҡ, бер-беребеҙҙе дәртләндерҙек һәм ярҙам иттек. Ошондай татыу коллективҡа эләккәс, ирекһеҙҙән дә үҙеңдең Башҡортостандан икәнлегеңә ғорурланаһың! Беҙҙе бергә туплаған, арымай-талмай ойоштороу эштәрен башҡарған БР Ирекмән хәрәкәте һәм йәштәр инициативаларына булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илшат Бикҡоловҡа ҙур рәхмәт әйтеп китер инем.
Форумды ябыу тантанаһына Владимир Путиндың килеүе айырыуса мәртәбә өҫтәне, ә инде киләһе йыл ирекмәндәргә бағышланасағын белдергәс, тамам күңелдәребеҙ илһамланды. Тимәк, беҙҙең, йәштәрҙең тырышлығы юғалмай, иң юғары кимәлдә лә баһалана. Беҙгә булышлыҡ итергә әҙерҙәр!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Илһам һәм көс алдыҡ!»«Илһам һәм көс алдыҡ!»
Сочи ҡалаһында шау-гөр килеп XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтте. Форумда донъяның 188 иленән 25 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.Рәсәй... Тотош уҡырға
Төбәк данын таратыпТөбәк данын таратып
Тормош шулай инде, берәүҙәр «...хәҙер барыһы ла тик аҡсаға ҡоролған, кеше мөнәсәбәттәренә урын ҡалманы. Ә йәштәр тамам аҙҙы!» - тип ләстит һата,... Тотош уҡырға
Киләсәк -  йәштәр ҡулындаКиләсәк - йәштәр ҡулында
Ял көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған... Тотош уҡырға
Стратегия аныҡландыСтратегия аныҡланды
3 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мµрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда киләсәккә ил үҫешенең төп йүнәлештәре... Тотош уҡырға
Таҫма таратасаҡтарТаҫма таратасаҡтар
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты - Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.