» » Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?

Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?22.12.2017

Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?Учалы тегеү фабрикаћының учредителе - «Өфө эш кейемдәре тегеү комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Ул Рәсәйгә үткәрелгән төрлө тендерҙәрҙә ҡатнашып, аукциондарға еңеп, иң ҡатмарлы фасон һәм моделдәргә Учалы тегеү фабрикаћына тапшыра.


Эш алымы - яңыса
Предприятие юғары технологиялы тегеү, бесеү, сигеү ҡорамалдары менән тулыландырылған. Хеҙмәткәрҙәр «Джуки», «Sunstar» һәм «Гербер» фирмаларында етештерелгән автомат һәм ярым автомат тегеү машиналарында, шулай уҡ компьютерлаштырылған бесеү комплекстарында эшләйҙәр.
Бөгөнгө көндә фабрикала һигеҙ йөҙ ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт итә, уларҙың 120-һе декрет ялында. Ауылдан да йөрөп эшләйҙәр. Әлеге көндә 180 кеше Ураҙ, Ҡунаҡбай, Ахун, Бөйґө ауылдарынан эшкә килә. Транспорт мәсьәләһе хәл ителгән. Махсус автобус барып ала, эштән һуң ауылдарына илтеп ҡуя. Йөрөп эшләүсе гүзәл заттар эш шарттары менән ҡәнәғәт.
- Тегеү машинаһы операторы булып алты йыл эшләйем. Әлеге көндә «Рәсәй тимер юлдары» предприятиеһына машинист формаһы тегәбеҙ. Мин эшкә килгәндә бер нәмә лә тегә белмәй инем, әммә мастерҙар һәйбәт итеп өйрәтәләр. Автобус та ауылдан килеп ала, алып барып ҡуя. Эш графигы ла уңайлы - ике көн эшләйбеҙ, ике көн ял итәбеҙ. Предприятиела һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр, - ти Иманғол ауылынан Зөлфиә Мәсәлимова.
Бурансы биҫтәһенән йөрөп эшләүсе Венера Ҡадирова ла бында хеҙмәт итеүенә үкенмәй:
- 1989 йылдан алып эшләйем, 3-сө разрядлы тегенсемен, хәҙер иһә бригадир вазифаһын да башҡарам. Беҙҙең цехта туҡһан хеҙмәткәр булырға тейеш, алтмыш алты ғына тегенсе эшләйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, планды үтәйбеҙ. Социаль пакет менән тәьмин ителгәнбеҙ. Профсоюз комитеты аша профилакторийға, шулай уҡ балаларға йәйге ял лагерҙарына путевкалар бүленә. Күптән эшләгәндәр эш менән ҡәнәғәт, тик яңы килгән ҡыҙҙар ғына бик сыҙамай. Йәштәргә шунда уҡ күп аҡса кәрәк бит. Был эштә сыҙамлы, тырыш булыу шарт. Йәштәр араһында ла ундайҙар юҡ түгел, әлбиттә.

Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?Ышаныс күрһәтәләр
Сәнәғәт ҡеүәте төрлө заказдарҙы үтәргә мөмкинлек бирә. Бығаса предприятие «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте өсөн эш кейемдєре теккән, Рәсәйҙә үткән олим-пиадала ла сараны хеҙмәтләндереүселәр Учалы тегеү фабрикаћында әҙерләнгән эш кейемендє йөрөнө.
Ваҡ заказдарға килгәндә, ҡаланың предприятие-ойошмалары ла эш кейемдәре тектереү өсөн Учалы тегеү фабрикаһына мөрәжәғәт итә. Предприятие Белорет һәм Учалы ҡала мәктәптәренең кадет кластарына кейемдәр әҙерләгән булған.
Ниндєй генє љатмарлы заказ булмаћын, предприятие уны теүәл һәм ваљытында үтәй. Әлбиттә, иҡтисади көрсөк йылдарында заказдар кимәлен һаҡлап ҡалыу еңел түгел. Эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарғандар ғына ышаныс яулай. Күптән түгел Өфө эш кейемдәре тегеү комбинаты тендерҙа еңеп, ҙур эш күләмен Учалы тегеү фабрикаһына йөкмәткән.

Ситтән тегенселәр
саҡырыласаҡ

- Еңел сәнәғәт тармағында конкуренция бик ҙур. Шуға ла төп девизыбыҙ - сифатлы эшләү. Бер тапҡыр ғына заказсы ҡәнәғәт булмаһа, ул икенсе тегенсене эҙләйәсәк.Предприятиела заказды үтәү өсөн 100 кешегә өҫтәмә эш урындары булдырылған. Эш хаҡы 15-20 мең һум тәшкил итә. Әммә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар эшкә килергә ашыҡмай. Шуға ла башҡа ысулдарҙы барлайбыҙ. Мәҫәлән, республиканың башҡа райондарынан килеп эшләргә теләүселәр өсөн вахта ысулы менән эш ойоштороу, хатта дөйөм ятаҡ төҙөп, сит ил граждандарын эшкә саҡырыу мөмкинлеген дә күҙаллайбыҙ. Ауылдарҙа эшһеҙҙәр һанының күп булыуына ҡарамаҫтан, нисә йылдар дауамында инде предприятиела эшсе кадрҙар мәсьәләһе асыҡ ҡала килә. Ә инде буш урындарға Корея, Ҡытай йәки Урта Азия вәкилдәре урынлашһа, урындағы гүзәл заттарға Учалы тегеү фабрикаһына эшкә урынлашыу күпкә ҡатмарлы буласаҡ.
Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙың мәшғүллек үҙәгендә 489 кеше эшһеҙ сифатында иҫәптә тора. Тегеү фабрикаһында эш бар, тик тегенсе булып эшләргә теләүселәр генә юҡ, - тип борсолоуон йәшермәй предприятие етәксеһе Фәйрүзә Степаненко.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөҙөмтә эшебеҙҙә күренәҺөҙөмтә эшебеҙҙә күренә
Уҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажитдинов эш сәфәре менән... Тотош уҡырға
Килешеү үтәлеше тикшерелдеКилешеү үтәлеше тикшерелде
31 март социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссияның ултырышы үтте. Урындағы профсоюз, эш биреүселәр берекмәһе һәм... Тотош уҡырға
Табиптар етешмәйТабиптар етешмәй
Ҡаланың «Урал» кинотеатрында мәшғүллек үҙәге «Йәштәргә - эш!» акцияһын ойошторҙо. Был көндө тиҫтәнән ашыу учреждение, предприятие, ойошма үҙҙәренә... Тотош уҡырға
Беҙҙә яңы цехБеҙҙә яңы цех
Учалы тегеү фабрикаһында һөйөнөслө ваҡиға - 1300 квадрат метр майҙанлы тегеү цехы төҙөлдө. Тантаналы асыу сараһына район һәм һала хакимиәттәре... Тотош уҡырға
Вакансиялар күпВакансиялар күп
Ҡаланың «Стиль» йәштәр үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе уҙҙы. Сарала ҡала-райондың 17 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Эш эҙләп килеүселәргә 276... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.