» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?26.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар? Баста тигән әҙәм тураһында ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр әле - бортаҡ һүҙҙәр ҡулланыуҙан бер ҙә уңайһыҙланмаған рэп-башҡарыусы, йәғни көйгә һалып шиғырҙар һамаҡлаусы.
Йәштәр араһында популяр. РФ Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин да йәш кеше шул (1982 йылғы) - үҙе етәкләгән министрлыҡ Яңы йыл кисәһе үткәргәндә тап шул Бастаны саҡыралар. Зал яллауға, артисҡа гонорар түләүгә, фуршет (аяғүрә ашау һәм эсеү) ойоштороуға 9,8 миллион һум дәүләт аҡсаһын һис тә йәлләмәйҙәр. Ҡаҙна хаҡына эштә күңел-сафа ҡороуҙар тыйылғас, сараны ниндәйҙер «...яңы эш алымын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләрен йомғаҡлау кәңәшмәһе» тип атағандар, ти. Хәҙер аңлайышһыҙ һүҙҙәр күп бит. Мәҫәлән, эш урынында күмәкләп эсеп тотолғандарға «Тимбилдинг менән шөғөлләнәбеҙ», - тип аҡланып ҡарарға мөмкин. Вазифа бурыстарына инмәгән өлкәләрҙә лә коллегаларҙың бергә булыуы, тупланыуы шулай атала.

Тәмәке хаҡын ҡырҡа күтәргәс, илгә контрабанда менән килтерелгән сигарет күләме артҡандан-арта бара. Былтыр - 12-13 млрд дана, быйыл - 18 миллиардтан ашыу. Аналитик Михаил Бурмистровтың фаразы буйынса, быйыл федераль бюджет ошо арҡала 35 миллиард һум алып еткерә алмаясаҡ. Эх, хөкүмәттә ике аҙым алға күрә белгәндәр күберәк булһын ине!

Владимир Жириновский РФ Дәүләт Думаһына яңы закон проектын индерҙе, тип хәбәр ителде. Баҡһаң, Думаға үткән партиялар үҙ файҙаһына һәр һайлаусының тауышы өсөн 152 һум иҫәбенән ҡаҙна аҡсаһы ала икән. Ә президент һайлауҙарында - кандидаты, исмаһам, 3 процентлыҡ «тупһаны» ашаҡлай алһа, уны күрһәткән партияға бер тауышҡа 20 тәңкә иҫәбенән генә түләнә. Фракция башлығы ошо «ғәҙелһеҙлекте» бөтөрөргә, был кампанияла ла кеше тауышы хаҡын 152 һумға еткерергә ниәтләнә. Ҡыҙыҡ өсөн самаланыҡ: былтыр учалылар, ғүмерҙә булмағанса, ЛДПР партияһына күп тауыш бирҙе - 8340 һайлаусы. Үҙебеҙ ҙә аңғармаҫтан 1 миллион 267 мең һум бүләк иткәнбеҙ икән. Киләһе йылда үтәсәк һайлауҙарҙа Владимир Вольфович күпме аҡса эшләй алыр инде?

«Яндекс» эҙләү системаһы ҡыҙыҡлы факт тураһында бәйән итте. Рәсәй халҡы нимә һа-тып алыу тураһында интернет аша күберәк ҡыҙыҡһына тип уйлайһығыҙ? Беренсе ур-ындарҙа транспорт билеттары, фатир, ав-томобиль һәм кеҫә телефондары - быларын күҙаллауы ҡыйын түгел. Әммә 7-се урынға са-могон ҡыуыу апппараты сыҡҡан, ти!
Ә эш эҙләү тәңгәлендә һаҡсы, администратор, келәтсе, мерчандайзер (тауар белгесе), бухгалтер, шәфҡәт туташы, психолог вакансиялары ме-нән күберәк ҡыҙыҡһынғандар.

Йәмәғәт урындарына ҡуйылған видеока-мералар буйынса Ҡытай донъяла беренсе урында - 170 миллион дана, киләһе өс йылда йәнә 400 миллион тоташтырырға йыйыналар. Ни өсөн? Эксперимент өсөн бер журналистың фотоһын «енәйәтсе» тип юрамал компьютер системаһына индерәләр, ул 4 миллион кеше йәшәгән ҡала буйынса сығып китә. Ни бары 7 минут үтеүгә полиция үҙен эләктереп тә ала! Быйыл ҡытай ғалимдары яңы технология әҙерләне: кешенең йөҙө видеокамераға күренмәгән осраҡта ла, нисек атлауына, үҙен тотоуына ҡарап, кем икәнлеген билдәләп буласаҡ.

Көньяҡ Италияла Круколи тигән бәләкәй ҡала бар - ни бары өс меңләп кеше йәшәй. Һәм йәштәр күпләп ҙур ҡалаларға китә, күсеп килеүселәр юҡ. Шуға ла властар ҡырҡыу аҙымға баҙнат итте - ултыраҡта йәшәргә йыйынған һәр кешегә таштан һалынған буш йорттар бушлайға милеккә бирелә. Ике генә шарт - ремонт үткәреү һәм дәғүәсенең Евросоюз гражданы булыуы. ... демография хәле артабан да киҫкенләшә барһа, беҙҙә лә ошондай хәл булмаҫ тимә.






 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
ЛДПР партияһы бер тауыштан РФ Прези-денты һайлауҙарына Владимир Жириновскийҙың кандидатураһын күрһәтте. Былтыр РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар барғанда... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Беренсе Советтар Союзы миллионеры Артем Тарасов үпкәгә һыуыҡ тейеүҙән өйөн-дә яңғыҙы үлеп ятҡан. «Медицинала яңы технологиялар индереү өҫтөндә... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Давостағы Бөтә донъя иҡтисад форумында аяныс факт бәйән ителде: бар кешелектең 50 процентына ҡарағанда ни бары 8 кешенең байлығы күберәк. Ер йөҙөндә... Тотош уҡырға
Был донъяла  Ниҙәр барБыл донъяла Ниҙәр бар
Европала «шартһыҙ килем» концепцияһы нығына бара. Ҡыҫҡаса әйткәндә - дәүләт һәр гражданына (эшләгәнгә лә, эшләмәгәнгә лә) йәшәйеш мөмкинлеге тәьмин... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.