» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?09.01.2018

Был донъяла ниҙәр бар?РФ Хөкүмәте министрҙарының былтырғы эш хаҡтары тураһында хәбәр ителде. Иң күбе финанстар министры Антон Силуанов алған - айына 1,73 миллион, йылына - 20,7 миллион һум. Һәм ошо аҡса йыл әйләнәһенә министр алған бар килемдең биштән бер генә өлөшө, ти! Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында инде... «Көмөш» һәм «бронза» миҙалдарға иҡтисади үҫеш һәм энергетика министрҙары лайыҡ булған - айына 1,27 һәм 1,16 миллион һум.

Көрсөк, көрсөк, тигәндәренә ышаныуы ла ҡыйын. Кемгә көрсөк һәм оптимизация, кемгәлер - йән рәхәте. Былытыр донъяның иң бай 500 кешеһе 4,4 триллион долларлыҡ милеккә эйә булһа, быйыл - 5,3 триллион.

Һиндостанда бирнәләре, туй үткәрергә аҡса-лары булмағас, байтаҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай. Ярай ҙа каньядаан тигән йолалары бар: хәлле кеше кәләштең атаһы ролен башҡара ала. Махеш Савани атлы миллиардер быйыл 251 ҡыҙға бирнә әҙерләй, бергә йыйып, оло мәжлес итеп туй үткәрә. Был лайыҡлы әфәнде барлығы ике меңдән ашыу ҡыҙға «атай» булған.

Аҡса хаҡына кеше ниндәй генә түбәнселеккә төшмәй! Мәскәүҙә 39 йәшлек ир шәрәмәте әбей булып кейенеп, мәрхүм әсәһенең паспортын тотоп, банк учреждениеһына 75 мең һум кредит юллап бара. Хәйләһе шул инде - үлгән кешенән бурысты түләтә алмаясаҡтар, тип иҫәп тота, ә әсәһенең хәтеренә, выждан сафлығына төкөрөп тә бирмәй. Әйткәндәй, таксист булып эшләгәс, аҡсаға ла әллә ни интекмәгәндер. Тик рецидивистар шаҡшы холоҡтарын бигүк ташлап бармай инде, быға тиклем кеше талаған, наркотик һаҡлаған өсөн хөкөм ителгән була. Тотолдо, суд алдына баҫтырыласаҡ.

2005 йылда бер ҡытай кешеһе бабаһын үлтерә лә, ауылдан ҡаса. Ситтә эшкә урынлаша, өйләнә, балаһы тыуа. Ҡайҙан, кем икәнлегенә төпсөнмәһендәр өсөн телһеҙ булып ҡылана. 12 йыл үткәс, полиция барыбер эҙенә төшә. Был ваҡытҡа ысынында ла һөйләшеү һәләтен юғалтып өлгөргән, ти. Ғәйебен дә яҙма рәүештә генә таный алған.

Бер айға сәйәхәткә сыҡҡан Польша спортсыһының бәләкәй яхтаһы боҙола, ете ай буйына Һинд океанында ҡаңғыра. Ямғыр һыуын йыйып, етер-етмәҫ эсә, аслыҡтан интегә (көнөнә ярты «бич-пакет» туҡмас менән сикләнә), әммә үҙе менән бергә бәләгә тарыған бесәйгә лә өлөш сығарырға йәлләмәй. Кем белә, бәлки, ошо эскерһеҙ мәрхәмәтлеге өсөн дә һуңынан Хоҙай үҙен ҡотҡарғандыр әле! Диңгеҙ сик һаҡсыларын тап итә.

Пенсильвания университеты (АҠШ) ғалимдары күләмле тикшереү үткәрҙе. Баҡһаң, балалар ни тиклем йышыраҡ балыҡ ашай, шул тиклем аҡыл ҡеүәләре юғарыраҡ була һәм тынысыраҡ йоҡлайҙар, ти. Ә яҡшы йоҡлағандарҙың сәләмәтлеге лә арыуыраҡ була, шул иҫәптән, баш яҡшыраҡ эшләй. Профессорҙар, балаларға ике йәштән балыҡ ите бирә башларға кәрәк, тигән фекерҙә.

Америкала 58 йәшлек Мэри Хоромански ханымға электр компанияһынан түләү ҡағыҙы килгәс, ниңә Раштыуа байрамына гирляндалар ҡуйҙым, ҡалай энергияны күп ашаған, тип көйөнә. 284 миллиард доллар күрһәтелгән була бит! Ярар ҙа оҙаҡ ҡайғырмай: ире ҡайта, компанияға шылтырата, хата ебәрелгәнен асыҡлай - 284 доллар ғына бурыслылар икән.

Яңы мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, белем алыу өсөн кеше ғүмерендә иң ҡулайлы арауыҡ - 17-20 йәш тигән һығымтаға килде Нидерланды ғалимдары. Был хаҡиҡәт заман медицина аппараттары ҡулланып билдәләнә, ти. Шулайҙыр, юҡҡа ғына тап ошо йәштә училище-университеттарҙа уҡытмайҙарҙыр бит. Йәш ғүмер бушҡа үтмәһен!

Грузияла бер ҡатынға операция яһағанда ҡарынында тимер пинцет табыла. Сирек быуат элек операция яһатҡанда хирург онотоп ҡалдырған икән.

АҠШ санкцияларына эләккәс, Чечня башлығы Рамзан Ҡадировтың Фейсбук һәм Инстаграм социаль селтәрҙәрендәге аккаунттары (шәхси биттәре) ябылды. Р. Ҡадировтың иҫе китеп торманы, хәҙер фото һәм яҙмаларҙы таратыу өсөн Чечня структуралары булдырған Mylistory селтәренә күсеүе тураһында ғына белдерҙе. Фейсбук-Инстаграмда яңылыҡтарын ҡарап барған биш миллионлап кеше (!) уның артынан яңы селтәргә күсһә, шундуҡ популярлаша ла китәсәк бит инде.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Донъяла иң ҙур сәйәси берләшмә - 89 мил-лион ағзаны туплаған Ҡытай коммунистары партияһы XIX съездарын үткәрҙе. Беҙҙән айырмалы рәүештә бер ҙә... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Халыҡ-ара һөйләшеүҙәр уратып-уратып ҡына алып барыла торған. Шулай ҙа, ҡайһы саҡ күҙгә тура бәреп әйтеү ҙә кәрәктер. Һәр хәлдә лә Чечня башлығы... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Япондар Курил утрауҙарына болашыуҙан туҡтамай. Дәғүәләрҙән ялҡыптыр инде, Рәсәй хөкүмәте ҡыҙыҡ итте үҙҙәрен. Японияға яҡын урынлашҡан ныҡ бәләкәй,... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.