» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?27.03.2018

Был донъяла ниҙәр бар?РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән сығыш яһағанында, яңы ҡорал тураһында бәйән итеп, дошмандарҙы ныҡ ҡурҡытҡайны. Һәм рәсәйлеләргә тәҡдим яһаны - яңы системаларға исемде бар халыҡ менән бирергә. Интернет аша тауыш биреүҙә 9 көндә 7,6 миллион кеше ҡатнашты! Шулай итеп, халыҡ биргән исемдәр: атом двигателе ҡуйылған, башҡа бер кемдә булмаған континет-ара ракета - «Дауылғош» («Буревестник»), шулай уҡ атом бомбаһы менән ҡоралланған һәм атом двигателе ҡуйылған ғәйәт ҙур торпеда - «Посейдон», дошман самолеттарын юлдан яҙҙырған хәрби лазер комплексы - «Пересвет».

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында сығыш яһағанында, 3 йыл ағымында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөү һәм ремонтлауға Башҡортостан бюджетынан 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе. Был аҡсаның бер өлөшө беҙҙең Учалы ҡалаһында хирургия корпусы төҙөүгә китәсәк, тип тә әйтелә.
Тимәк, күптәнге бер проблемабыҙ тамам хәл ителеп килә. Ә иң ҙур объект - республика кардиоүҙәгенең яңы корпусын булдырыу 36 мең квадрат метрлыҡ һәм заманса йыһазландырылған бинаның тәүге сиратына ғына 5 миллиард һум китәсәк. Бик яҡшы, юғиһә, йөрәк сирҙәренән кеше күп ҡырыла бит...

Рәсәйҙең «Космокурс» шәхси компаниияһы 2025 йылдан йыһанға туристарҙы осора башлаясаҡбыҙ, тип белдерҙе. Әле проекттары экспертиза үтә, һуңынан карап төҙөлә башлаясаҡ. Хаҡтары ғына һағайта. 14 минут космонавт булып, 220 километр өҫкә күтәрелеүгә бер билет сама менән 250 мең доллар торасаҡ, тип самалайҙар - беҙҙең аҡсаға әйләндерһәң, 15 миллион һум тирәһе була.

Хоҡуҡ тигеҙлеге тураһында күп әйтелһә лә, байтаҡ һөнәрҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарҙы яллау закон менән тыйыла. «Рәсәй тимер юлдары» компанияһы исемлекте яңыртыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Баҡһаң, гүзәл затҡа шпал һалырға рөхсәт ителә икән, ә бына тепловоз (электровоз) машинисы йә ярҙамсыһы булырға тыйыла. Ысынлап та, сәйер - хатта, самолет менән ҡатындар идара итеүҙәренә бер кем дә ҡаршы түгел... РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин был мәсьәләне ентекләп ҡарарға вәғәҙә итте. Паравоз йөрөтһөндәр әйҙә, тик бындай сикләүҙәр ҡатындарҙы кәмһетеү менән түгел, именлектәрен хәстәрләү менән бәйле икәнлеген дә онотмайыҡ. Миҫал өсөн тыйылған башҡа шөғөлдәрҙе лә атайыҡ: ағас төптәрен ҡутарыусы, урман ауҙарыусы, балта оҫтаһы, канализация селтәрен ремонтлаған сантехник, бульдозер йә быраулау ҡоролмаһы машинисы, металл иретеп ҡойоусы, ҡара ҡурғаш рудаһы байытыусы, бейеклектә тимер һәм тимерле бетон конструкцияларын монтажлаусы - һәммәһе 456 позиция.

Глобализация тигәндәре шул булалыр инде - донъяның икенсе осонда - Австралияла йәшәгән украин милләтселәре Рәсәйгә ҡаршы демонстрацияға сыҡмаҡсы була. Тик бына уларҙы Австралияла борондан көн күргән «Байкал арты казак ғәскәрҙәре» активистары ҡыуып ҡайтара. Тегеләр казактар менән бәй-ләнеүҙән ныҡ шөрләй икән.

Американың Корсикана ҡалаһының балалар майҙансығында нисәмә йыл ҡара маймыл скульптураһы торған була. Ирмәк һәм һөйкөмлө, барыһына ла оҡшай. Тик бына ошо арала кемдеңдер башына тай типкәндер - маймыл негрҙарға оҡшаған, афроамериканлыларҙы мыҫҡылларға ярамай, тип яр һала. Балаларҙы илатып, скульптураны һүтеп ташлайҙар. Бушап ҡалған урынға сабыйҙар сәскә гөллөмәләре килтереп һала, ти. Бүрәнә артында бүре күрә башлаһаң, буш урында янъял ҡуптарыу бер ни тормай шул!

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
√ Быйыл Рәсәйҙә ғүмерҙә булмаған рекорд ҡуйылды - тулайым 132 миллион тонна иген урып алынды (былтыр ҙа тарихта булмаған күрһәткескә ирешкәйнек - 121... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* АҠШ ныҡ енләнһә лә, В.В.Путиндың Һиндостанға визиты көтөлгәндән дә һөҙөмтәлерәк килеп сыҡты. Төҙөлгән контракттарға ярашлы, 10 йыл дауамында 10 млн... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Грозный ҡалаһында ғәйәт ҙур «Канвас» исемле люкс-ҡунаҡханаға нигеҙ һалынды. Төҙөлөш 2 йылда тамамланасаҡ, проект хаҡы - 4,2 миллиард һум. Ике шәйех... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.