» » Урман мәсьәләләре күтәрелде

Урман мәсьәләләре күтәрелде30.03.2018

Урман мәсьәләләре күтәрелде
Урман мәсьәләләре күтәрелдеБашта аңлатма бирергә кәрәктер. «Бөтә урманды ҡырҡып бөтөрҙөләр, киләһе быуындарға ни ҡала!?», - тип шыңшыу әлегә ысынбарлыҡҡа бигүк тура килмәй бит ул.
Ҡоро һүҙ булмаһын: 2017 йылда Учалы районында «иҫәптәге ҡырҡынды» 26 процентҡа үҙләштерелә. Ә урман хужалығы мәнфәғәттәренән сығып ҡарағанда, 229 мең 200 кубометрҙы киҫеү маҡсатҡа яраш-лы булыр ине. Бының сәбәбе: тик яҡыныраҡ үҫкән һәм юғары сифатлы ағасҡа урман сәнәғәтселәренең күҙе төшә, кәкре-бөкрө йә төпкөл кварталдарҙағы ағас бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Төбәгебеҙҙә өлгөргән һәм ҡартайған урман 81 800 гектар биләй, запас 15 миллион 694 мең кубометр тәшкил итә!
«Кәрәкмәгән» ағас проблемаһын 2014 йылдың боҙло ямғыры көсәйтте. Хәтерегеҙҙәлер, ниндәй афәт булды! «Учалы урман хужалығы» учреждениеһы етәксеһе Айбулат Байғарин түбәндәге мәғлүмәт менән уртаҡлашты:
- 2014 йылғы тәбиғәт ҡасафатынан һуң 14 мең гектарҙа санитар сәләмәтләндереү саралары үткәрелде, 350 мең кубометр тирәһе ағас алынды. Әммә эш тамамланды тип әйтерлек түгел - кәмендә 4 мең гектарҙа тикшереү эштәре башҡараһы бар. Санитар-сәләмәтләндереү саралары талап ителгән участкалар Кирәбе, Илтабан, Төньяҡ Урал, Илсеғол участка лестничестволарының төпкөл кварталарында, унан ағас сығарыу ғына түгел, барып етеүе лә ҡатмарлы. Хәйер, министрлығыбыҙ ҡарамағындағы башҡа урман хужалыҡтары ярҙамға килеүҙәре көтөлә. Күмәкләп ыратырбыҙ.
Ошо көндәрҙә боҙло ямғыр эҙемтәләрен тамам бөтөрөү тураһында район хакимиәтендә ҙур кәңәшмә үтте. БР Урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов урманда ҡороп-аунап ятҡан ағастарҙың ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырыуҙары тураһында ентекләп бәйән итте:
- бындай ағастар фитопатология йәһәтенән үтә хәүефле, төрлө ауырыу үрсеткесенә әйләнәләр. Был мәсьәлә бик актуаль - әлеге мәлдә урмандар күпләп төрлө сирҙәргә бирешеүе мәғлүм бит;
- шулай уҡ ҡоротҡос бөжәктәр таралыу сығанағына әйләнәләр;
- ҡоро-һары туҙып ятҡан участкаларҙа янғын ихтималы ҡырҡа арта. Ә бит боҙло ямғырҙан һуң байтаҡ ҡороған ағастар эленгән килеш тә ҡалған. Тап улар «бикфорд шнуры» ролен башҡарыуҙары мөмкин: сағыштырмаса хәүефһеҙ «түбәнге янғындар» (ерҙә түшәлеп ятҡан япраҡ-ылыҫ төтәү) ошо ағастар буйынса үрмәләп, бәләне ҡот осорғос «үрге янғынға» әйләндереүҙәре бар... «Ә бит Учалы районының байтаҡ ауылдары урман кварталдарына терәлеп урынлашҡан!» - тип тә иҫкә төшөрҙө Азат Зиннәт улы.
Фитопатология тикшереүҙәре ва-ҡытында санитар ҡырҡыуға тәғәйенләнгән ағас һатыу-һатып алыу килешеүҙәре буйынса халыҡҡа күпләп бирелде, аукциондарға ҡуйыл-ды (унда эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр ҡатнаша). Быйылғы йыл башына ошо рәүештә боҙло ямғырҙа зыян күргән 94 мең кубометр ағас халыҡҡа ебәрелде - ифрат ҙур күләм был. Теләгәндәр ҡоро ҡалмаһын.
Аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер: боҙло ямғыр ваҡытында зыянланған, әммә яҡшы сифаттағы тө-ҙөлөш ағасын алырға теләүселәр һәр саҡ күп. Ташырға юлдарҙың булыу-булмауы ғына кәртә ҡуя ала. Бына был кәңәшмәлә лә Ҡытай Халыҡ Республикаһы йүнселдәре ҡатнашты, «деловой» ағас алыу, урман сәнәғәтенә инвестициялар яһау мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһындылар. Ниәттәре килеп сығырмы-юҡмы, уныһын тормош күрһәтер, әммә ҡабатлап яҙабыҙ - барыһына ла яҡшы ағас кәрәк. Ә бына ваҡ-төйәкте, кәкре-бөкрөнө ҡайҙа итергә?Артабан серерме?
Кәңәшмәлә был проблеманы хәл итеү юлы ла төҫмөрләнде буғай. Өфөләге сәнәғәт гиганты - «Кроношпан - Башҡортостан» заводын-да ағас төптән эшкәртелә, теләһә ниндәй тиерлек сеймалдан да сифатлы төҙөлөш материалдары етештереү яйға һалынған. Эшкә яраҡһыҙ тип һаналған ағасты ла һатып алырға әҙ-ерлектәре тураһында белдерҙеләр. Учалы тимер юлы станцияһы менән килешкәндәр ҙә икән, вагондарға тейәп оҙатыу күҙ уңында тотола.
Бар мәсьәлә - хаҡтары урман менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра аласаҡмы? Былай, барыһы менән дә уртаҡ тел табырға тырышасаҡбыҙ, тип ышандыралар.
... «Кроношпан» төбәгебеҙҙә түбән сифатлы һәм алыҫ кварталдарҙағы урман запасын тулыраҡ үҙләштерергә ярҙам итһә, бер ҙә насар булмаҫ ине. Был бит өҫтәмә эш урындары, урындағы ҡаҙнаға өҫтәмә килем, тигән һүҙ. Экология йәһәтенән дә ылыҡтырылыҡ: ҡартайған урман районда саманан тыш күп икәнле-ге тураһында мәҡәләнең башында билдәләп үттек инде.
Урманға һаҡсыл ҡараш - ағастарға ҡартайғансы теймәйенсә серетеү түгел, ә урманда ла быуындар алышыныуға булышлыҡ итеү. Был эш урман культуралары йә тәбиғи тергеҙелеүгә булышлыҡ итеү саралары аша башҡарыла. Образлы әйткәндә, һауын һыйыр ҡартайып үлгәнсе аҫралмай бит, билдәле ваҡыттан һуң оло «һәүкәште» йәлләмәй һуйып, урынына йәш тана алыу хәйерле.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Мәңгелек урман» һағында«Мәңгелек урман» һағында
Урман өлкәһендәге структур үҙгәрештәр артынан ситтән күҙәтеп өлгөрөүе лә ҡатмарлы инде... Быйыл Яңы йылдан «Учалы лесничествоһы» ҡаҙна ... Тотош уҡырға
Хәүефле осор башланаХәүефле осор башлана
Күпселек янғындар кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Уларҙың күбеһе урман фонды һәм уға сиктәш ерҙәрҙә, юл, күл, йылға буйҙарында сыға. Ағас... Тотош уҡырға
Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!
Халыҡҡа ағас биреү тәңгәлендә һорауҙар күбәйеп киткәс, «Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Айбулат Алик улы Байғарин урындағы... Тотош уҡырға
Зыян барланаЗыян барлана
18-19 октябрь боҙло ямғыр яуғайны. Бер тәүлек эсендә 28 миллиметр яуым-төшөм теркәлә, был иһә айлыҡ нормаға бәрәбәр. Бар бәлә электр сымдары өҙөлөү... Тотош уҡырға
Дөйөм бурысыбыҙДөйөм бурысыбыҙ
«Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда биләмәләрендә 2 урман янғыны осрағы теркәлә, 5 гектар майҙан утҡа... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.