» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?03.04.2018

Был донъяла ниҙәр бар?Телевизорҙан патриотлыҡ, Ватанды һөйөү тураһында һөйләргә яратҡан әфәнделәрҙең байтағының ғаиләләре сит илдәрҙә йәшәй. Әйтәйек, Бөйөк Британияла 300 мең Рәсәй гражданы ваҡытлыса йә даими тамырланған, тип хәбәр ителә. Юҡҡа ғына «Лондонград» атамаһы килеп сыҡмаған инде. Ошо килмешәктәр 180 миллиард долларлыҡ активтарға эйә булыуҙары мөмкин тип тә фаразлана. Тик бына элеккесә хөрриәт тормош улар өсөн дә тамамлана буғай: Англияла «Енәйәтсел финанстар тураһында»ғы закон ҡабул ителде. Бында төпләнгән сит ил гражданы 70 мең долларҙан ашҡан аҡсаһын ҡайҙан алыуын раҫлай алмай икән, харам байлыҡ суд ҡарары менән тартып алыныуы мөмкин. Беҙҙә лә шундай закон күптән кәрәк! Ришүәтселектән төшкән, урланған байлыҡтың ғына ҡайҙан килеүен аңлатыуы ҡыйын бит ул.

Франция президенты Эммануэль Макрон иғлан итте: киләһе йылдан 3 йәштәре тулған бөтә сабыйҙар мотлаҡ рәүештә балалар баҡсаларына йөрөтөлөргә тейеш. Элек һәр баланың бындай хоҡуғы булһа, хәҙер иһә йөкләмәгә әйләндерелә. Ә берәйһе ғаиләлә генә тәрбиәләргә теләһә? Бына һиңә азатлыҡ һәм демократия! Макрон әфәнде яҡындан бәләкәстәрҙе күргәне лә юҡтыр, буғай. Үҙенән 24 йәшкә ҡартыраҡ уҡытыусыһына өйләнгәс, балалары юҡ бит.

Англияның Питерборо һәм Хоршем ҡалалары араһында 225 километр. Ошо маршрутта донъяла беренсе булып тик компьютер идара иткән поезд йөрөй башланы. Пассажирҙар ҡурҡмаһын өсөн әлегә машинист барлығын бар, ләкин ул тик ишектәрҙе асыу-ябыу менән шөғөлләнә, ти. Ошо көндәрҙә Шанхай метроһында (Ҡытай) тулыһынса автоматлаштырылған поездар һынау үтә башлаясаҡ, тип тә хәбәр ителде. Хәлдәр былай барһа, оҙаҡламай иҡтисад даирәһендә тере кешенең кәрәге бөтөнләй ҡалмаҫтыр.

Флюорография, йәғни үпкәләрҙе рентген аша тикшереү - туберкулезды асыҡлау һәм профилактикалау буйынса иң эффектлы алымдарҙың береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми позицияһы шулай. Ошондай ябай хәҡиҡәтте ниңә телгә ала, тип аптырамағыҙ. Украинаның һаулыҡ һаҡлау министры Ульяна Супрун, флюорографияның кәрәклеге - совет дәүеренең эшкә ашмаған уйҙырмаһы, тип телмәр тота. Уны, йәнәһе лә, табиптарҙың анкета алыуы (һорауҙар биреүе) алмаштыра ала. Бындай килмешәк министрҙар (АҠШ гражданы) пост биләгәндә, ниңә Украинала туберкулез Европанан уртаса 9 тапҡырға йыш осрай тип аптырайһы түгел инде!

Бурыслы үлмәй, тигән булалар. Тик Рәсәй-ҙә генә «МММ» финанс пирамидаһы менән 10-15 миллион ватандашын тишек кәмәгә ултыртҡан Сергей Мавроди 63 йәшендә вафат булды. Яңғыҙы йәшәй, йөрәк өйәнәге сыҡҡас, урамдағы осраҡлы кешеләрҙән ярҙам һорап маташҡан була, тегеләре «Ашығыс ярҙам» саҡырта, әммә һуң була инде. Харам миллион-миллиардтар әжәлдән ҡотҡара алмай шул. Хәҙер мәйете нисә көн моргта ята, алыусы юҡ, бер туған ағаһы Сергей Пателлеевичты ата-әсәләре янында ерләргә тыйған, тип тә хәбәр ителде. Байлығы ҡалдымы - билдәһеҙ...

Бәғзе кешеләр әллә саманан тыш хәйләһеҙ, әллә, дөрөҫөн әйткәндә, алйот булалар шул! Архангел ҡасабаһында 44 йәшлек ханым ҡунаҡҡа китеп барғанында урамда РГД-5 гранатаһын абайлай. Берәйһе булһа, шундуҡ полицияға хәбәр итер, тирә-йүндәгеләрҙе иҫ-кәртер ине. Ә был ханым муҡсаһына һалып ала ла ҡунаҡта «ҡыҙыҡ» табышы менән маҡтана башлай. Ярар ҙа ҡалғандар аҡыллыраҡ булып сыға, шундуҡ тейешле инстанцияларға шылтыраталар. Бәхеткә күрә, ысын түгел, һөжүм гранатаһының күнекмә макеты икәнлеге асыҡлана. Әммә муҡсаға һалғанында ҡатын был хаҡта белмәгән була бит әле!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Православие динен тотоусылар өсөн «Бөйөк пост» башланды. Мосолмандарҙың ураҙаһы менән оҡшаш ғибәҙәт. Быйылғы һынау дәүере үтә ҡурҡыныс башланды -... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең бер бөтөн ил икәнлеге шөбһә лә уятырлыҡ - төрлө төбәктәрҙә тормош шарттары саманан тыш айырыла бит. Бына, мәҫәлән, халыҡтың реаль... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Талайҙар, туҡмайҙарТалайҙар, туҡмайҙар
БР буйынса Эске эштәр министрлығы ошо көндәрҙә Учалы ауылында булған ваҡиға тураһында хәбәр итте. Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡһаған, тип... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
Донъяла иң ҡиммәт торлаҡтар исемлеге төҙөлдө. Беренсе урында Һиндостандан Мукеш Амбани атлы әҙәмдеке. Мумбаи ҡалаһында төҙөткән 27 ҡатлы йорто 1... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.