» » Диспансеризация үтергә килегеҙ!

Диспансеризация үтергә килегеҙ!13.04.2018

Диспансеризация үтергә килегеҙ!Бушлай комплекслы медицина тикшереүе 18 йәштән өлкән граждандар өсөн ойошторола. Кешенең эшләү-эшләмәүе (уҡыуы) мөһим түгел.
Әлеге хеҙмәттең маҡсаты - сирҙәрҙе йәки ил халҡының инвалидлығына һәм ваҡытынан алда вафат булыуына килтергән хәүеф факторҙарын иртә стадияларҙа асыҡлау, иҫкәртеү.
Быйыл 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары диспансеризация үтергә тейеш.
Өс йылға бер тапҡыр үткәрелгән тикшереүҙе теркәлеү урыны буйынса поликлиникала үтергә мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн беҙ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Жанна Балясоваға мөрәжәғәт иттек.
- Баҡса эштәре башланғанға тиклем махсус бригада менән ауылдарға йөрөп ҡалырға тырышабыҙ. Ҡайһы бер биләмәләрҙә халыҡ диспансеризация үтеүҙә бик актив ҡатнаша. Был урындағы фельдшерҙарҙың халыҡҡа аныҡ аңлатма биреп, үҙ эштәрен еренә еткереп эшләйҙәр тигән һүҙ.
Йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә елһенеүе, йыуан эсәк ауырыуҙары бөгөн йыш осрай. Улар башлыса ҡан баҫымының юғары, шәкәр һәм холестериндың күп булыуы, һимереү, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш күп ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәр арҡаһында барлыҡҡа килә.
Ошо сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау маҡсатында 2013 йылдан алып поликлиникаларҙа халыҡҡа диспансеризация үткәрелә башланы. Тәүге йылдарҙа төрлө насар ауырыуҙар бик күпләп асыҡланды. Башта халыҡ диспансеризацияның ни өсөн кәрәклеген аңлап еткермәне, төрлө сәбәптәр табып, ситкә тайпылдылар. Хәҙер хәлдәр яҡшыра. Әлеге ваҡытта ауырыу модала түгел бит. Сәләмәт йәшәү рәүеше киң пропагандалана.
Әммә йәш быуын, ҡырҡ йәшкә тиклемгеләр, һаман да һаулыҡтың ҡәҙерен аңлап етмәй. Диспансеризацияла бик һүлпән ҡатнашалар. Ә йәштәрҙә хәҙер артыҡ ауырлыҡ күҙәтелә. Был иһә шәкәр диабеты ҡурҡынысы менән янай тигән һүҙ.
Һаулыҡтың беренсе шарты булып, дөрөҫ туҡланыу тора. Ошоно күҙ уңында тотһаҡ, шәкәр ауырыуы һ.б сирҙәр ҙә булмаҫ ине.
Хәҙер күптәр, шулай уҡ балалар ҙа, гамбургер, бутерброд, чипсыларҙы ҡоролай ашап, кетерләтеп йөрөйҙәр. Һуңынан улар үҙәк көйөүгә зарланып, дауаханаға килә, гастрит менән ауырыйҙар. Шуға ла страус кеүек башығыҙҙы ҡомға тығып ҡалмағыҙ, ә һаулығығыҙҙы тикшертергә килегеҙ, тип өндәйем мин бөтә яҡташтарҙы. Ирҙәрҙән 45-51йәшкә тиклем простата яман шешенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан енси аналыҡтан анализ алына. 39 йәштән 51 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар мотлаҡ рәүештә ике йылға бер тапҡыр маммографта тикшерелергә тейеш. 49 йәштән өлкән һәр кеше шулай уҡ ике йылға бер тапҡыр эсәк яман шешенә тикшереләсәк.
Хәүеф төркөмөндә булған кешеләр өсөн иһә дөйөм медицина тикшереүе йыл һайын тәғәйенләнә. Ҡәҙимгесә. Былар бөтәһе лә бушлай. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.
Статистика буйынса колоректаль яман шеше ВИЧ менән бергә иң беренсе урында тора. Өфөлә был ауырыуҙы диагностикалау проекты эшләнә. Әлегә көтөү өҫтөндәбеҙ. Проект тормошҡа ашҡас та ул тәғәйен бер районда тикшереү үтәсәк, аҙаҡ ҡына республиканың бөтә райондары ла ҡуллана башлаясаҡтар. Был диагностика кешелә бер ниндәй үҙгәрештәр булмағанда ла, ауырыуҙың башланып торған осоронда ғына асыҡларға ярҙам итәсәк.
Киләһе йылдарҙа быны ҡуллана башларбыҙ, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ.
Өйҙән сыға алмаған оло йәштәгеләр өсөн шулай уҡ мобиль бригадалар ойошторолған. Улар өйгә килеп анализ алып, кардиография үткәреп китәләр.
Алкоголизм, тәмәке тартыу буйынса бөтә Рәсәйҙә проблемалар етерлек. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер кешеләр элекке кеүек ҡайҙа етте, шунда тәмәке борхотоп, төпсөк ташлап йөрөмәйҙәр. Тимәк, халыҡ аҡрынлап аңлай бара.
Район халҡын ваҡытында диспансеризация үтергә саҡырам. Үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһына эш көндәрендә 410-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Көтәбеҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Туберкулез - мәкерле сирТуберкулез - мәкерле сир
Туберкулез нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп ҡалған кешеләрҙең дә ауырыуы мөмкин.... Тотош уҡырға
Туҡланыуың дөрөҫмө?Туҡланыуың дөрөҫмө?
Һуңғы осорҙа туҡланыуға бик ҙур иғтибар бүленә, телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа ла һәр кем үҙенсә дөрөҫ туҡланыу серҙәрен асып, кешеләргә... Тотош уҡырға
Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағандаШеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда
Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,... Тотош уҡырға
Халыҡ һаулығы һағындаХалыҡ һаулығы һағында
Илдең ныҡлы киләсәге халыҡтың рухи һәм физик сәләмәтлегенә ҡайтып ҡала. Был кешеләрҙең үҙ һаулығына яуаплы ҡарашына, медицина ярҙамының сифатына... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.