» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?22.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар? * Грозный ҡалаһында ғәйәт ҙур «Канвас» исемле люкс-ҡунаҡханаға нигеҙ һалынды. Төҙөлөш 2 йылда тамамланасаҡ, проект хаҡы - 4,2 миллиард һум. Ике шәйех инвестор булып сығыш яһай - Берләшкән әрәп Эмираттары принцтары Мөхәммәт бин Заеда Аль-Нахайяна һәм Тахнуна бин Заеда Аль-Нахайяна. Үҙ сиратында Чечен Республикаһы Севастополь ҡалаһында мәсет төҙөү тураһында ҡарар сығарҙы, аҡса хәйриә фондтарынан йүнәлтеләсәк.

* Алдамаһалар, АҠШ ғалимдары диңгеҙ һыуын яғыулыҡ сифатында ҡулланыу технологияһын астыҡ тип белдерҙе. Тәүге сиратта яңы энергия сығанағына хәрби-диңгеҙ флоттарын күсерергә самалайҙар, ти. Америка был эш менән күптән шөғөлләнә. Бер нисә йылдан һынау үтәсәк тип хәбәр итәләр. Бер яҡтан, кешелек бындай ҡаҙанышҡа ирешә алһа - бик яҡшы. Икенсе яҡтан - бер ҙә ауыл хужалығында йә башҡа файҙалы йүнәлештә ҡулланырға йыйынмайҙар бит әле, фәҡәт кеше үлтереү өлкәһендә… Ә өсөнсөнән, американдарҙың бөтә һүҙенә лә ышанырға кәрәкмәйҙер - буш хәбәр сығарып, нефть хаҡын төшөрөргә маташыуҙары ла ихтимал!

* Йыһан тикшереүҙәре институты директоры Лев Зеленый яҡын киләсәккә пландар тураһында бәйән итте. Төп көс Айҙы өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк, ти. Шул иҫәптән, 15-16 йылдан Ерҙең юлдашында база төҙөләсәк, кешеләр унда вахта ысулы менән эшләйәсәк. Бына шулай, Себергә вахтаға йөрөгән яҡташтарыбыҙҙың балаларына, бәлки, тағын да алыҫыраҡ йөрөргә тура килер әле.

* Голландияла һынау рәүешендә 500 метр яңы төр юл һалынды. Махсус буяу менән эшкәртелгәс, көндөҙ ҡояш нурҙарын туплай ҙа төнөн 8 сәғәткә тиклем яҡтылыҡ сығара. Хатта, фонарҙарҙың кәрәге ҡалмай. Беҙгә бындай хөрриәт тәтемәйәсәге алдан билдәле, исмаһам, юлдарыбыҙҙағы хәтһеҙ соҡор-саҡырҙарҙы мөғжизәле буяу менән күрһәткәндә лә бүребеҙ олор ине…

* Ике йыл элек Гарвард дин мәктәбе профессоры Карен Кинг боронғо ҡулъяҙма менән барыһының да иҫен килтергәйне. Уға ярашлы, христиандар табынған, беҙ иһә пәйғәмбәр итеп ҡабул иткән айсаның (Иисус Христостың) хәләл ефете булыуы ихтимал - Мәрйәм (Мария, әсәһенең аҙашы). Әлегә тиклем ул өйләнмәгән булған тип иҫәпләнде бит. Күп диндарҙар ялған, тип инҡар итергә ашыҡты. Шуға ла был папирус ҡағыҙ ентекләп тикшерелде. Оҙайлы экспертиза шуны раҫланы - эстәлеге хаҡмы, хаҡ түгелме - билдәһеҙ, әммә ҡомартҡы, ысынлап та, бик борон яҙылған.

* Элекке Италия хакимы Сильвио Берлускони һалым түләмәгән өсөн 4 йыл иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителгәйне. Тик илдәренең закондары буйынса, үтә ауыр енәйәт ҡылмай икән, оло кешеләр төрмәгә ултыртылмай. Шуға ла экс-премьер-министрға яза алыштырылды - йәмәғәт эштәре башҡарыу өсөн ҡарттар йортона йүнәлтелә. Үҙенә лә 77 йәш бит, тиңдәштәрен тәрбиәләһен әйҙә.

* Америкала порошок рәүешендәге хәмер - палкоголь етештереү һәм сауҙа итеү рөхсәт ителде. Магазин кәштәләрендә көҙ күренәсәк. Һыуға бутап эсәсәктәр. Айырым кешеләр (тамам диуаналарҙыр) аш-һыуға тәмләткес сифатында һала. Ҡәҙимге шыйыҡ хәмерҙән өҫтөнлөгө - күпкә осһоҙ торасаҡ, урынды ла әҙерәк ала, быяла һауыт та кәрәкмәй. Әлегә тиклем Германия менән Японияла ғына сығарыла ине.

* Белорет ҡалаһы кешеләренә банктарҙан хат килә башлай - алтын биҙәүестәр һәм йыһаз алған өсөн кредитты ҡаплауҙы талап итәләр. Бер ни аңламаған граждандар полицияға йүгерә. Баҡһаң, был кешеләр кредит һорап ҡараған булалар, банк үтенестәрен үтәүҙән баш тарта, ә сос банк хеҙмәткәре уларҙың әҙерләгән документтары нигеҙендә үҙенә ҡиммәтле тауарҙар ала. Тикшерә башлағас, мут ҡатын ике балаһын өләсәйҙәренә ҡалдыра ла билдәһеҙ йүнәлештә юҡ була. Кредит-маҙарҙан арыраҡ йөрөү хәйерле инде ул, алданмаған хәлдә лә, ҡутарғансы өҫтәп ҡайтарырға тура киләсәк бит.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Рәсәй территорияһында 25 Украина гражданы ҡулға алынған, араларында яман даны таралған «Уң сектор» ультрарадикал ойошмаһы ағзалары бар. Байтаҡ... Тотош уҡырға
Иҫәпкә бар, һанға юҡИҫәпкә бар, һанға юҡ
20-се район-ара һалым инспекцияһы еңел автомобилдәрҙә һәм маршрут таксиһында пассажирҙарҙы йөрөтөүсе эшҡыуар һәм юридик берәмектәрҙе тикшерә. ... Тотош уҡырға
Еңел генә үтмәҫ…Еңел генә үтмәҫ…
Район хакимиәтендә агрономдар конференцияһы үтте. Яҙғы сәсеүҙе үткәрәсәк крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереүсе... Тотош уҡырға
Алда ҡәҙимге эшАлда ҡәҙимге эш
Йәшерәһе-батыраһы юҡ, Сочи Олимпиадаһы тамамланғансы күңелдә шом торҙо. Интернетта туҡтауһыҙ хөсөт сәселде бит. Мәҫәлән, Мәскәүҙең Карнеги үҙәге... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Шулай итеп, Ҡырымда референдум үтте, әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса 95-96 процент халыҡ Рәсәйгә ҡушылыу тураһында тауыш бирҙе. Аҡылдарын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.