» » Мөһим эш башланды

Мөһим эш башланды15.05.2014

Мөһим эш башланды2 майҙан октябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда «Мәк-2014» тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-профилактик операция үткәрелә.

Наркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте идаралығынан тыш, эске эштәр министрлығы, федераль именлек хеҙмәте, таможня, ауыл хужалығы министрлығы, ветеринар һәм фитосанитар надзор идаралығы, «Россельхознадзор», властың муниципаль органдары һәм башҡа ойошма-учреждение вәкилдәре ҡатнаша. Төп маҡсаты - үҫемлектәрҙән етештерелгән наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен асыҡлау, иҫкәртеү һәм тамырынан өҙөү.
Эште координациялау өсөн оператив штаб булдырылды. Былтырғы ошондай операция ваҡытында 208 килограмм наркотиклы матдәләр тартып алынғайны, быйыл да актив үтәсәк.
Операцияла район хакимиәттәренә һәм фермер хужалыҡтарына мөһим роль бирелә. Үҙ биләмәләрендә үҫкән мәк һәм киндерҙе юҡ итеүҙе хәстәрләргә кәрәк буласаҡ. Тормош күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы биләмәләре эйәләре ҡайҙа наркотиклы үҫемлектәр үҫеүе тураһында хәбәрҙар була торған, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары күрһәтмә биргәс кенә юҡ итеүгә тотоналар. Иҫкә төшөрөп китергә кәрәктер - наркотиклы үҫемлектәрҙе культивациялаған өсөн ғәйеплеләргә штрафтан алып иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған. Ҡырағай рәүештә бындай үҫемлектәр таралыуға юл ҡуйған юридик берәмектәр һәм граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Ҡырағай рәүештә йә культивацияланып киндер һәм мәк үҫеү, наркотик әҙерләнеү йә һатылыу тураһында граждандар «ышаныс телефондары» буйынса хәбәр итә ала: Белорет наркоконтроленең дежур часы - 3-31-76 (код 34792), бүлектең 1-се төркөмө - 6-73-11, хеҙмәттең БР идаралығы - 8-800-347-20-30. Конфиденциаллек гарантиялана.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ағас ултыртылдыАғас ултыртылды
Республикабыҙ Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен һәм «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы»... Тотош уҡырға
Хәүефле «тәтәй»Хәүефле «тәтәй»
Гәзитебеҙҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ, законһыҙ рәүештә ҡорал йә яһаҡ тотаһың икән, иртәме-һуңмы, яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар. «Былай ғына ятты, бер ниндәй енәйәт... Тотош уҡырға
Яза ҡотолоғоһоҙЯза ҡотолоғоһоҙ
Йыл башынан янъял сығарған, эсеп йәмһеҙләнгән, тирә-йүнде бысратҡан һәм башҡа ошондай ҡылмыштарҙа ғәйепле 1762 яҡташыбыҙ административ яуапҡа... Тотош уҡырға
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.