» » Йәштәргә ярҙам

Йәштәргә ярҙам06.08.2014

Йәштәргә ярҙамҺөйгән йәрең менән ҡыуышта ла ожмах тиһәләр ҙә, хәҙерге заман өсөн был әйтем актуаль түгел. Йәшәргә урын булмау - йәш ғаиләләрҙең башын ауырттырған төп мәсьәләләрҙең береһе. Күптәрҙең фатир, шәхси йорт, ер участкаһы һатып алырға аҡсалары етмәй, ә ғаилә ишәйә, балалар тәрбиәләр өсөн үҙ нигеҙең кәрәк. Ипотека алыуҙың юғары проценттары, оҙайлы йылдарға һуҙылған түләүҙәр ҡурҡыта. Әммә барыһы ла шулай уҡ өмөтһөҙмө?

Республикабыҙҙа «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» программаһы эшләп килә. Уның сиктәрендә йәштәр фатир һатып алыу йәки йорт төҙөү өсөн аҡсалата субсидия, бала тыуғандан һуң (уллыҡҡа алынғас) түләүһеҙ субсидия алыуҙа ҡатнаша. Һуңғы варианттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын районыбыҙҙың йәш ғаиләләре үҙ тәжрибәһендә татыны. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов 8 ғаиләгә балалары тыуғандан һуң социаль түләүҙәргә сертификат тапшырҙы.
Гөлшат һәм Эльдар Сәитғәлиндар программаға 2009 йылда торғандар. Улдары Радмирға ике йәш, оҙаҡламай ғаиләнең тағы ла артыуы көтөлә.
- Программаға торған саҡта сираттың ҙур булыуы хафаға һалды. Шулай ҙа социаль ярҙамды алыусы ғаиләләрҙе күреп, белеп йөрөй инек. Башҡаларға булғас, беҙ ҙә ситтә ҡалмаҫбыҙ, тип ышандыҡ. Ипотеканы өсөнсө тапҡырҙан ғына алдыҡ. Тәүгеләрендә банк ыңғай яуап биреп тә түләү ваҡыты оҙайлы булыуы ҡурҡытты. Әлбиттә, беҙҙең ғаилә өсөн был сертификат ҙур ярҙам. Артабан да программала ҡатнашырға ниәтләйбеҙ, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Сәитғәлиндар.
Программаға ярашлы, йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылып, ипотекаға фатир алһа, беренсе балалары тыуғас - 8, икенсеһенә - 12, артабанғы балаларға 16 кв.м күләмендәге хаҡы дәүләт тарафынан ҡаплана.
Ҡужай ауылы ҡыҙы Әлфиә һәм Амангилде егете Ғәлим Әминевтар ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Әлиә балалар баҡсаһына йөрөһә, Ислам улдары ата-әсәһе шатлығын уртаҡлашырға килгән. Ғаилә башлығы машинист булып хеҙмәт итә, Әлфиә иһә декрет ялында, үҙләштергән иҡтисадсы һөнәре бу-йынса әлегә эшләргә тура килмәгән.
- Бөгөнгө көндә йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен үҙ аллы хәл итеүе еңел түгел. Ә ярҙамға ышаныс булһа, ҡурҡмай ипотекаһын да алырға мөмкин. Программа буйынса сиратҡа биш йыл элек торҙоҡ. Өс йыл инде үҙ фатирыбыҙҙа йәшәйбеҙ, - ти Ғәлим Әминев.
Олеся һәм Рәмил Кәбировтар ҙа сертификат алыуға ҡыҙҙары менән килгәндәр. Алты йәшлек Лиана тантананың ата-әсәһе өсөн мөһим ваҡиға булыуын абайлаған, ә бына ике йәшлек Диана ололарҙың йөҙөндә сағылған хистәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Дәүләттән ярҙам алыуҙа үҙенең тос өлөшөн аңлап етмәй шул әле ҡыҙыҡай.
- Ипотека хаҡынан иҫәпләү икенсе ҡыҙыбыҙ өсөн генә булды, сөнки Лиана тыуғанда фатир алып өлгөрмәгәйнек. Әммә уныһына ла шатбыҙ, беҙҙең өсөн был ҙур ярҙам, - ти ғаилә башлығы.
- Ә беҙҙең фатир тулыһынса түләнеп бөттө тиерлек, - тип шатлығын йәшермәй Гөлнара Ситдиҡова. Баймаҡ районы ҡыҙы бәхетен Учалы ерендә тапҡан. Тормош иптәше Артур менән игеҙәк ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Үҙе БДУ-ның Учалы вәкиллегендә китапханасы булып эшләй, ә Артур тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.
- Сыңғыҙ менән Динә донъяға килерҙән бер аҙна алда ғына фатир һатып алдыҡ. Шуға күрә 20 кв м хаҡы ҡапланасаҡ. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ, әлбиттә. Дәүләткә ошондай ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ, - ти улар.
Өйө барҙың, көйө бар, ти халыҡ мәҡәле. Заман ҡаршылыҡтарынан ҡурҡмайынса үҙ бәхетенә табан атлаған, ҡыйын хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләгән, ышанған, көткән, өмөт иткән ғаиләләргә уңыш, һис шикһеҙ, йылмаясаҡ. Дәүләттән ярҙам алыуға өлгәшкән йәштәргә ғаилә именлеге, балалар бәхете теләйһе ҡала.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Селпәрәмә килгән хыялдарСелпәрәмә килгән хыялдар
Виталий Корнюков Украинаның Луганск өлкәһе Краснодон ҡалаһында 1989 йылда тыуып, шунда үҫә. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк балалар баҡсаһына йөрөй,... Тотош уҡырға
Әсәлек капиталына - торлаҡӘсәлек капиталына - торлаҡ
«Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан Республикаһында 181 мең... Тотош уҡырға
Субсидия юлларға онотмаСубсидия юлларға онотма
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йылдан-йыл хаҡ күтәрелә. Айырыуса матди хәле ауыр булған кешеләр өсөн был сығымдар ныҡ һиҙелә. Шуға күрә килемдәре аҙ... Тотош уҡырға
Торлаҡлы булам тиһәңТорлаҡлы булам тиһәң
2014 йылда Башҡортостан халҡы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юҫығында яңы ысул менән файҙалана ала. Апрелдә республикала торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.