» » Маҡсатлы тотонорға кәрәк

Маҡсатлы тотонорға кәрәк06.08.2014

Маҡсатлы тотонорға кәрәк«Күп балалы ғаиләбеҙ. Беҙгә социаль контрактты ҡайҙа оформить итергә була?
Р. Саримова».


Хатҡа халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Лизиә Мостафина яуап бирә:
- 2014 йылдың 16 июнендәге БР Хөкүмәте ҡарары менән аҙ тәьмин ителгән айырым категория граждандарына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Бындай контракт Башҡортостанда даими йәшәүсе Рәсәй Федерацияһы граждандары менән килемдәре айына йәшәү минимумынан артмаған осраҡта төҙөлә. 1 июлгә йәшәү минимумы 6790 һум тәшкил итте.
Социаль контракт менән файҙаланыуҙа күп балалы, тулы булмаған балалы, баланы опекаға алған, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе, атаһы йәки әсәһе (икеһе лә) инвалид булған ғаиләләр, эшкә яраҡлы яңғыҙ йәшәүсе граждандар (ирҙәр - 18-60 йәш, ҡатындар - 18-55 йәш) өҫтөнлөклө категорияға инә.
Бындай төр социаль ярҙам бер тапҡыр ғына үҙ эшеңде ойоштороу, шәхси эшҡыуар булып теркәлмәгән осраҡта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн күрһәтелә. Социаль адаптация программаһы сиктәрендә сығымдар сметаһы 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ шәхси йорт хужалығы алып барырға теләүселәр ҙә ошо программаға таяна ала. Мәҫәлән, эре мөгөҙлө мал, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт, уларға тәғәйенләнгән аҙыҡ һатып алыу, баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн. Сығымдарҙың 50 мең һумға тиклем булыуы шарт.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам айырым формалағы ғариза, һуңғы өс айҙа алған килемегеҙ тураһында документ, шәхси документтарығыҙ нигеҙендә күрһәтелә.
Үҙ эшегеҙҙе ойоштороу һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн - бизнес-план, ә шәхси йорт хужалығы алып барырға теләгән осраҡта уның үҫеше һәм эффектлылығы хаҡында план талап ителә.
Социаль контракттың ваҡыты 3 айҙан алып 1 йылға тиклем. Бындай төр ярҙам күрһәтеү йәки күрһәтмәү тураһында ҡарарҙы район хакимиәтенең ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советы ҡабул итә. Ярҙам күрһәтелеп тә аҡса икенсе маҡсатта тотонолһа, сумманы кире ҡайтарырға тура киләсәк, яуаплылыҡ ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәтте БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында, шулай уҡ ҡалабыҙҙағы халыҡты социаль яҡлау бүлегендә (Ленин урамы, 4-се йорт, 1-се һәм 11-се кабинеттар, тел.: 6-10-03, 6-85-71) алырға мөмкин.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡЯрҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ
Украинанан килгән мәжбүри күскенселәр статус алыу өсөн иң беренсе ҡала-райондарҙағы федераль миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Эшкә... Тотош уҡырға
Ситтә ҡалмағыҙСиттә ҡалмағыҙ
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге хәбәр итеүенсә, 1 июлдән районыбыҙҙа «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы старт ала. Күп балалы,... Тотош уҡырға
Балаға айлыҡ пособиеБалаға айлыҡ пособие
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте балаға айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Положениеға... Тотош уҡырға
Алдан яҙылығыҙАлдан яҙылығыҙ
Белорет ҡалаһы һәм районындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге филиалының Учалы ҡалаһы һәм районындағы бүлеге граждандарҙы алдан... Тотош уҡырға
Субсидия юлларға онотмаСубсидия юлларға онотма
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йылдан-йыл хаҡ күтәрелә. Айырыуса матди хәле ауыр булған кешеләр өсөн был сығымдар ныҡ һиҙелә. Шуға күрә килемдәре аҙ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.