» » Интенсив терапия кәрәк!

Интенсив терапия кәрәк!01.09.2014

Интенсив терапия кәрәк!Ошо көндәрҙә район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә - медицина хеҙмәтләндереүе һәм дарыуҙар менән тәьминәт кимәле.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рәмил ибәҙәтовтың сығышындағы мәғлүмәттәр бөтә гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ, ҡыҫҡаса ғына яҙып китәйек.


Дауахана үҙ аҡсаһына поликлиникала ремонт үткәрҙе. Аңлатма бирергә кәрәктер - элек муниципаль учреждение статусында булһалар, һуңғы 2 йыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы составында дәүләт автоном учреждениеһы. Финанслауҙың сама менән 80 проценты - медицина страховкаһы фондынан, 10 проценты - бюджеттарҙан, 10 проценты - бюджетҡа ҡарамаған сығанаҡтарҙан (спонсорҙар, дауаханалар үҙҙәре эшләп алған аҡса).
Оҙаҡламай неврология диспансерында тәҙрәләр яңыртыласаҡ, ә ныҡ иҫкергән инфекция бүлексәһендә комплекслы ремонт башланасаҡ. Киләһе йыл терапия корпусына тотонорға ниәттәре бар. Боронғо хирургия корпусын алыштырыу проблемаһы ғына хәл ителмәй, иң аянысы - проект та әҙерләнгән, ғәмәлдәге ваҡыты сыға икән, уны әҙерләтеүгә киткән күпме аҡса тәләф була. Ауылдарҙа ла байтаҡ эш башҡарыла. Шул иҫәптән, яуыз ниәт менән утта юҡ ителгән Ҡоҙаш фельдшер-акушер пункты быйыл көҙ төҙөлә башланырға тейеш.
РФ бюджеты иҫәбенә Юл-транспорт һәләкәттәрендә зыян күреүселәргә медицина ярҙамын камиллаштырыу программаһы сиктәрендә Учалы дауаханаһына 15 миллион һумға 10 берәмек махсус ҡоролмалар бүленә. 4 миллион һум самаһы торған «АРХМ-РЕНЕКС» маркалы хирургияла ҡулланылған рентгенодиагностик аппарат сафҡа индерелгән дә инде. Бынан тыш ҡиммәтле ортопедик операция өҫтәле, заман талаптарына яуап биргән ҡан тикшереү, үпкәгә вентиляция үткәреү буйынса һәм башҡа аппараттар алынған.
Белорет мәсьәләһе, әлбиттә, ҡалҡып сыҡты. Рәмил Үзбәк улы үҙе лә асыҡтан-асыҡ әйтә - инсульт йә инфаркт кисергән кешеләрҙе 100 саҡрым йөрөтөү бер ҙә яҡшы түгел. Ошо бәләне йырып сығыу өсөн әмәл бар икән - үҙебеҙҙә интенсив терапия блогы асыу. Бының өсөн аппаратура-йыһаз ҡайтартыу тәңгәлендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Социаль пакеттан баш тартмай федераль льготалы кешеләрҙең һәр береһенә билдәле сумма бүленә. Әммә ысынбарлыҡта тап шул суммаға дарыу менән тәьмин ителеүе шарт түгел: кемгәлер аҙыраҡ сумма китһә, кемгәлер байтаҡҡа күберәк сумма талап ителә. Дарыу - үҙ белдегең менән һорап (талап итеп) ала торған әйбер түгел, кемгә ни кәрәклеген табип ҡына белә ала. Ә табип яҙған рецепт буйынса аптекала дарыу юҡ икән - быныһы икенсе мәсьәлә, ваҡытлыса ҡытыршылыҡтар хәл ителә бара. Бындай осраҡта ашығыс ярҙам талап ителһә, пациент бер һүҙһеҙ стационарға һалына. Дауахана эшмәкәрлегендәге бөтә кәмселектәрҙең нигеҙендә - белгестәр етешмәү. Шуға ла сират көтөргә тура килә. Дауахана талап ителгәндән 60 процентҡа ғына кадрҙар менән тәьмин ителгән бит. Поликлиникаға көнөнә 1200-1300 кеше килә. Йыл һайын эшкә 7-8 йәш белгес ҡайтһа ла, барыбер аҙ.
- Көнөнә алкоголь менән ағыуланған 10-12 кешегә ярҙам күрһәтергә тура килә, ундайҙар кәмеһә, ҡәҙимге пациенттарға ваҡыт та, урын да күберәк ҡалыр ине, - тип Рәмил Үзбәк улы ололарға үҙе лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте - нисек тә булһа алкоголизмды кәметергә кәрәк.
Президиум ағзалары байтаҡ тәҡдим-дәғүәләрен белдерҙе, шул уҡ ваҡытта дауахана эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар ҙа хуплап телгә алынды. Күп шик-үпкә ысынбарлыҡтағы хәлде белмәүҙән дә килеп сыға торған, шуға ла бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте бик юғары. Әйткәндәй, дауаханала шиҡәйәттәр буйынса комиссия эшләй, һәр ялыу ентекләп тикшерелә.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Табиптар етешмәйТабиптар етешмәй
Учалыла эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева булып китте. Дәүләттең юғары вәкәләтле власть... Тотош уҡырға
Һаулыҡ һаҡсыларыҺаулыҡ һаҡсылары
Эй, кеше ғүмере! Ваҡыт үтә барған һайын, кеше һаулығы ла ҡаҡшай. Бына мине лә йөрәк һыҙлауы, Учалы ауылындағы участка дауаханаһына юллатты. Был... Тотош уҡырға
Ауылдаштар ярҙамыАуылдаштар ярҙамы
Юғары вазифалар биләп, абруйлы шәхес булғас та тыуған ауылын онотмаусылар һирәк. Улар араһында Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән Ғиниәт Ишбаевты яҡшы... Тотош уҡырға
Ышаныслы ҡулдарҙаЫшаныслы ҡулдарҙа
Шәфҡәт туташтарын аҡ халатлы фәрештәләр тип юҡҡа атамайҙарҙыр. Улар сирлеләрҙе дарыу һәм уколдар менән генә түгел, йылы ҡараш һәм яғымлы һүҙ менән... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.