» » Һаҡланғанды Һаҡлар…

Һаҡланғанды Һаҡлар…02.09.2014

Һаҡланғанды Һаҡлар…Яңы Рәсәй тарихында иң аяныслы, иң мәрхәмәтҺеҙ фажиғәгә 10 йыл үтте. Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаҺында шатланып, ҡупшы кейенеп, тормошҡа яҡты хыялдар ҡороп, Белем байрамына йыйылған балаҡайҙарҙы кешелек фиғелен юйған террорсылар аманатлыҡҡа алғайны. Һис ғәйепҺеҙ 1128 уҡыусы Һәм оло кешенең ғүмерҙәре хәүеф аҫтына ҡуйыла. ҺөҙөмтәҺе билдәле инде - 334 кеше, шул иҫәптән 186 сабый Һәләк булды….

Аҡыллыға - ишара, тигәндәй, беҙгә лә бер ваҡытта ла уяулыҡты юғалтырға ярамай. Янғын хәүефҺеҙлеге ҡағиҙәләре тураҺында гәзитебеҙҙә йыш яҙабыҙ, был тапҡырҙа «Көндәлек эшмәкәрлек шарттарында хеҙмәткәрҙәрҙең Һәм уҡыусыларҙың именлеген, террорҙан Һаҡланыуын тәьмин итеү буйынса дөйөм белем биреү учреждениеҺы етәксеҺенә инструкция»нан өҙөктәр килтереп китеү урынлы булыр:
- билдәләнгән хеҙмәткәр көн Һайын учреждениеның бөтә бина-биләмәләрен ҡарап тикшереп йөрөргә тейеш;
- шикле, урында теркәлмәгән граждандарҙы ремонт Һәм техник хеҙмәтләндереү эштәренә йәлеп ителеүгә юл ҡуйылмай, бындай эштәрҙең барышын мәктәп администрацияҺы вәкиле күҙәтеп тора;
- бөтә масса саралары хоҡуҡ Һаҡлау органдарын алдан иҫкәртеп үткәрелә, хәүефҺеҙлек өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнә, балалар транспорт менән ситкә сығарыла икән - юл хәрәкәте хәүефҺеҙлеге инспекцияҺына (ЮХХДИ) хәбәр ителә;
- учреждение биләмәләренә инеү урыны ҡапҡа, шлагбаум йә башҡа таранға ҡаршы ҡоролма менән нығытыла, айырым рөхсәт алмайынса автотранспорт үтеү Һәм урынлаштырыу тыйыла;
- учреждение биләмәләрен белем биреү Һәм тәрбиә эштәренән тыш тәғәйенләнештә ҡулланыу (коммерция, хужалыҡ эшмәкәрлеге, сит кешеләрҙең ял итеүе Һәм башҡа маҡсаттарҙа) тыйыла;
- сит кешеләрҙең учреждение биләмәләренә үтеүе сикләнә, эш менән килеүселәрҙе, шул иҫәптән тикшереү башҡарыусыларҙы индерер алдынан документ-танытмаларын ҡарау шарт. Ниндәйҙер әйберҙәр ҡалдырып китеүҙәренә юл ҡуйылмай;
- ҡыңғырау Һәм көсәйтелгән тауыш аша барыҺын да хәүеф тураҺында иҫкәртеү системаҺы булдырылырға тейеш;
- ата-әсәләрҙең балалары менән осрашыу, ҡаршылау урындары Һәм тәртибе аныҡ билдәләнә;
- террор хәүефе тураҺында ялған хәбәр биргән өсөн яуаплылыҡ тураҺында аңлатыу эше үткәреү зарур;
- хоҡуҡ Һаҡлау органдары менән ышаныслы бәйләнеш булдырыла, бөтә шикле булып күренгән хәл-ваҡиғалар тураҺында (таныш булмаған предметтар пәйҙә булыу, бик емерелеү, таныш булмаған кешеләр, автотранспорт үтеп инеү Һәм башҡа) кисектермәй хәбәр итергә.
- Һәр уҡытыусы, дәрес башлар алдынан класс бинаҺын диҡҡәт менән ҡарап сығырға тейеш;
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәүефһеҙлек - тәүге урындаХәүефһеҙлек - тәүге урында
Кәңәшмәлә муниципаль район территорияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, халыҡты көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙан ҡурсалау мәсьәләләре ҡаралды. Төп доклад... Тотош уҡырға
Күҙ йәшенә йыуынмаКүҙ йәшенә йыуынма
Ҡоро, эҫе, көслө елдәр иҫә. Янғын йәһәтенән үтә хәүефле осор. Барыбыҙҙан да айырыуса һаҡлыҡ талап ителә. Бәләкәй генә булып күренгән ҡайтышлыҡ та оло... Тотош уҡырға
Күңел-сафа ҡорғанда…Күңел-сафа ҡорғанда…
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев «2014 йылда һыуҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлау саралары тураһында» тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта һыу... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.