» » Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?

Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?09.09.2014

Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Һуңғы ваҡытта Украинала барған мәхшәр бар донъяны тетрәтте, уның «дауылы» беҙгә айырыуса ныҡ ҡағылды. АҠШ һәм Европа союзы илдәре Украинала барған һуғышта Рәсәйҙе ғәйепләп, сәйәси санкциялар менән берлектә иҡтисади өлкәлә лә сикләү саралары иғлан итте. Быға ҡаршы яуап итеп илебеҙ үҙ санкцияларын индерҙе. Һәм, ниһайәт, уның һөҙөмтәләре күренә лә башланы.

Президентыбыҙ Владимир Путин АҠШ-тан, Канаданан, Австралиянан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы тыйыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Сикләүҙәр башлыса ит, һөт ризыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә ҡағыла. Әммә беҙгә санкция индергән илдәрҙең етәкселәре үҙҙәренә соҡор ҡаҙыған булып сыҡты. Уңыш йыйыуҙың иң ҡыҙған мәлендә сикләүҙәр индерелеүе, Европа халҡына насар тәьҫир итте. Зәңгәр экрандарҙан күреүебеҙсә, был илдәрҙең етештереүселәре ризаһыҙлыҡ белдерә. Айырыуса Финляндия, Норвегия, Голландия быға ныҡ борсола. Элек Финляндияла етештерелгән һөт ризыҡтарының яртыһы тиерлек Рәсәйгә оҙатылған булған. Хәҙер фермерҙар продукцияһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай. Иҫәпләүҙәр буйынса, зыян ҙур булмаҡсы. Германия һәм Австрия илдәре йылына - 200 миллион, ә Финляндия 400 миллион евро юғалтасаҡ. Латвия менән Греция ла ауыр хәлдә ҡалған. Баҡһаң, Латвияла етештерелгән балыҡтың 90 проценты Рәсәйгә индерелгән булған. Греция Европарламентта беҙҙең илгә ҡаршы санкцияларҙы кире ҡағыуҙарын һорай. Рәсәйҙең яуап санкциялары былай ҙа ҡаҡшаған дәүләттәрҙең иҡтисадына ҙур зыян килтерәсәк, ти улар. Уның ҡарауы, сит ил продукцияһына сикләүҙәр индерелеүе үҙебеҙҙең тауар етештереүселәренә ҙур мөмкинлектәр асасаҡ. Магазин кәштәләрен илебеҙҙә етештерелгән, экологик яҡтан таҙа емеш-еләк, йәшелсә, ит, һөт аҙыҡтары тулыландырасаҡ. Йәйрәп ятҡан ялан-ҡырҙарыбыҙҙы сүп үләненә батырып ултыртмайынса, бөтә нәмәне күп итеп үҙебеҙҙә үҫтерербеҙ. Халыҡҡа ла эш булыр, тип уйлайбыҙ. Етди аҙым яһаныҡ, уңырбыҙмы, туңырбыҙмы, быныһын ваҡыт күрһәтәсәк.
Сит илдәрҙән айырым төр аҙыҡ-түлек индереү тыйылһа ла, супермаркеттарҙың кәштәләре элеккесә үк ризыҡтарҙан һығылып тора. Тик бына ҡайһы бер эшҡыуарҙар санкцияға япһарып, үҙ кеҫәләрен ҡалынайтып ҡалырға ашыға башланы, шикелле. Һуңғы арала тауыҡ ите уртаса алғанда 20 һумға ҡиммәтләнгән, август аҙағында уның хаҡы уртаса 120 һумға тиклем барып етте (килоһы 140 һумдан ашып киткәндәре лә бар). Бешерелгән, ярым ыҫланған колбасаларға, сырға хаҡтар - 3-6, шәкәр, дөгө, тарыға 2 һум өҫтәлгән. Миҙгелгә бәйле ҡайһы бер йәшелсәләргә хаҡтар төшкән. Картуф, һуған, кишер, кәбеҫтә яҡынса 10 һумға арзанайған. Район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар, иҡтисад үҫеше бүлегенең баш белгесе Наталья Журихина әйтеүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күтәрелеүе миҙгелгә хас күренеш, быны санкциялар менән бәйләргә ярамай. Мәҫәлән, помидор-ҡыяр миҙгеле тамамланды, уларға мотлаҡ хаҡ күтәреләсәк. Шулай уҡ ҡайһы бер көньяҡ емештәре менән дә шул уҡ хәл. Әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙың 43 магазинында көн һайын мониторинг уҙғарыла, хаҡтар контролдә тотола.
Һатыуҙан алынһа ла, магазин кәштәләрендә «Буш боттары» күренгеләй.
- Келәттәрҙә электән ҡалғанын һатабыҙ? - тип аңлаттылар беҙгә һатыусылар.
Санкциялар тураһында фекерҙәрен белергә теләп, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Зилә Басько, һатыусы:
- Хаҡтар ул тиклем күтәрелмәне. Тауыҡ ботона ғына һиҙелерлек артты. Шулай уҡ импортлы йәшел алма ҡиммәтләнде. Һөт аҙыҡтары үҙебеҙҙә етештерелгәс, улар бер кимәлдә. Сырҙарыбыҙ ҙа Рәсәйҙеке, ситтән килтерелгәне юҡ.
Рәмилә Нәбиуллина, һатып алыусы:
- Сит илдәрҙән ит һәм йәшелсә индереүҙе тыйыуҙарын шатланып ҡабул иттем. Сөнки уларҙың тауары сифатлы, тип бер кем дә гарантия бирмәй. Исмаһам, үҙебеҙҙә үҫтерелгәнен, етештерелгәнен ашарбыҙ. Әле тыйылған үтә ҡиммәтле сырҙарҙы, балыҡтарҙы нигеҙҙә йәмғиәтебеҙҙең үтә етеш йәшәгән ҡатламы ашай. Балыҡтың мин, мәҫәлән, үҙебеҙҙең күлдәрҙә тотолғанын һатып алам, шулай уҡ йәшелсә-емеште лә. Шуға ла минең өсөн был санкцияларҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ. Аҙағы хәйерле булһын, тип теләйем.

Фотола: Индерелгән санкциялар йәшәйешебеҙгә нисек тәьҫир итер?
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Көнбайыш илдәренән айырым төр аҙыҡ-түлекте алыуҙан баш тартҡас, АҠШ дәүләт департаменты, улайһа, һеҙ ҙә Рәсәйгә һатмағыҙ, тип Көнсығыш илдәренә... Тотош уҡырға
Баҙарға сыҡтым әлеБаҙарға сыҡтым әле
Ҡалалағы үҙәк баҙарҙың яңы урынға күсеүе һатыусыларҙың эшенә ҡамасауламаны, буғай. Шау-гөр килгән тауыштар әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Һәр сауҙа... Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирәйекҮҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирәйек
Районыбыҙҙа ауыл халҡы ла, фермерҙар ҙа күпләп мал аҫрай. Ә бына етештергән итте ваҡытында һатыу өсөн мөмкинлектәр юҡ тигәндәй. Август, сентябрь,... Тотош уҡырға
Нисек алданмаҫҡа?Нисек алданмаҫҡа?
Сауҙа өлкәһендәге мутлыҡтар, һатыусыларҙың һатып алыусыларҙы аҙым һайын оторға тырышыуҙары яңылыҡ түгел. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа алданмаған кеше... Тотош уҡырға
Баҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙБаҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ
Ҡалалағы бәләкәй баҙарҙың эшмәкәрлеге туҡтатылыу тураһында һүҙ күптән йөрөй ине. Ләкин, ҡайһы бер мәсьәләләр арҡаһында, хәл тотҡарлана килде.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.