» » Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыу

Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыу09.09.2014

Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыу 4 сентябрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев урындағы журналистар менән осрашып, хәҙер инде йолаға әйләнгән матбуғат конференцияһын үткәрҙе. Ирекле темаға барған эшлекле әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

- 8 айҙа район бюджетының килем өлөшө 107 процентҡа үтәлде. Бик мөһим күрһәткес, төбәк файҙаһына аҡса тотор алдынан, башта уны йыйып алыу шарт бит. Әммә был өлкәлә барыһы ла яҡшы тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, тау-байыҡтырыу комбинатының ер һалымы һәм ер арендаһы хаҡын түләүҙе минималләштереү өҫтөндә эш алып барыуы урындағы бюджеттың төп сығанаҡтарының береһен кәметеүе ихтимал. Ғөмүмән, заман һалым системаһы камил түгел… Шул уҡ комбинатҡа төбәктә етештерелгән продукцияның 65-68 проценты тура килә, ә район бюджетын тулыландырыуҙағы өлөшө - 28-30 процент.
Аҡса тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла аныҡ билдәләргә кәрәктер. Бөгөнгө йәшәйештә ҡул ҡаушырып көтөп кенә ултырыуҙан мәғәнә юҡ. Программа-конкурс системаһы хөкөм һөрә: ябайлаштырып әйткәндә, ниндәйҙер эш башҡартыу өсөн проект яһатып, өлөшләтә үҙ аҡсаңды һалырға әҙерһең икән, республика һәм федераль бюджеттары, төрлө фондтар үҙ өлөштәрен индереүҙәре мөмкин. Хакимиәт белгестәренә аныҡ бурыс ҡуйғанмын - бындай конкурс-программалар тураһында үҙ ваҡытында белеп, ҡыҙыҡһындырғандарын һәр яҡлап тикшереп, ҡатнашыу һәм еңеү.
- Был йәһәттә ниндәй миҫалдар килтерә алаһығыҙ?
- Бына, мәҫәлән, республиканың «Иң эффектлы эшмәкәрлек алып барған урындағы үҙидара органы» конкурсында үҙ төркөмөбөҙҙә 1-се урын алғайныҡ. Ә был хөрмәт кенә түгел, 31 миллион һумлыҡ грант тигәнде лә аңлата. Исемен ниңәлер «башлыҡ гранты» тип атаһалар ҙа, был бөтә учалыларҙың ҡаҙанышы, транштар ауыл ултыраҡтарына йүнәлтелеп, бихисап халыҡ өсөн кәрәкле эштәр башҡарыла.
- Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы ла шул иҫәптәлер?
- Әлбиттә. Ҡайһы бер райондар 15-16 проекттарын конкурсҡа сығарып, өс-дүрте генә финансланһа, беҙҙең 18 тәҡдимебеҙ хупланды. Ошо маҡсатта районға 23 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Аҡса йыйған халыҡҡа, йәмәғәтселеккә, урындағы власть вәкилдәренә актив һәм грамоталы эш иткән, битараф ҡалмаған өсөн рәхмәт әйтке килә. Үҙебеҙҙең файҙаға бит. Яңы йылға тиклем спорт майҙансыҡтары ҡалҡып сығасаҡ, юлдар төҙөкләндереләсәк, зыяраттар тәртипкә килтереләсәк һәм башҡа.
- Ултыраҡтарҙы һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу ҙа башлыса махсус программа сиктәрендә башҡарыламы?
- «Таҙа һыу» программаһы мөмкинлектәрен киң файҙаланабыҙ, йыл һайын 3-4 ауыл индерелә. Бына әле Мансурҙа эштәр тамамланыу өҫтөндә. Ҡунаҡбайҙа башланды, киләһе йылдан таҙа һыу эсеп кинәнәсәктәр. 2015 йылда Илсе менән Сәфәрҙә һыу селтәрҙәре булдырыу өсөн проекттар әҙер. Ә бына Иманғолда подрядсы бер аҙ һынатты, эш оҙаҡҡа һуҙылды, әммә күп тә ҡалмаған - колонкалар менән гидранттар урынлаштырыласаҡ.
- Хатта, газ үткәреү ҙә ҡушма финанслау принцибына ҡорола шикелле?
- 2012 йылда БР Хөкүмәте һәм «Газпром» компанияһы араһында беҙҙең өсөн отошло килешеү төҙөлөү тураһында барыһы ла хәбәрҙарҙыр. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, республика һәм район властары ултыраҡ эсендәге газ селтәрҙәрен үҙ аҡсаһына төҙөтһә, бюджет учреждениеларын газ ҡаҙанлыҡтарына тоташтырһа, «Газпром» магистраль үткәргес торба һала һәм тоташтыра. Ошо йәһәттән әле Мансур, Сәфәр, Илсе ауылдарында көсөргәнешле эш алып барабыҙ. Магистраль торба 2015 йылда төҙөлә башлар тип көтәбеҙ. Бер ыңғайы яҡташтарҙы иҫкәртеп китергә ине: йорт эсенә газ ҡоролмаларын алдан урынлаштырып бирәйек, тип өгөтләүсе сос эшҡыуарҙар күбәйгән. Бәғзеләре күп аҡса түләтеп тә, яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алыуҙан ҡаса, технологик талаптарҙы күҙәтмәй. Шуға ла алдан ҡабаланмаҫҡа, урындағы власть органдары менән кәңәшләшеп, һыналған предприятиеларға ғына мөрәжәғәт итергә кәңәш итер инем. Юғиһә, Бурансыла алданып ҡалған йорт хужалары терһәк тешләрҙәй булдылар.
- Ә юл һалыу һәм ремонтлау тәңгәлендә ни әйтерһегеҙ?
- Хәйер, БР етәкселеге хәлдән килгәндең барыһын да эшләй. Учалы-Мейәс йүнәлешендә 12 километр тәртипкә килтерелеүен барыһы ла күргәндер. БР Транспорт һәм юл хужалығы комитеты менән килештек, киләһе йылда капиталь ремонт эштәре Учалы-Белорет йүнәлешендә башҡарыласаҡ, Өфө менән тоташтырыусы юлдың әһәмиәтен аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Яҡын арала финанслау булыр тип өмөт итә алмайбыҙ, әммә аҡса килеп сыҡҡан осраҡта шундуҡ үҙләштереү өсөн Наурыҙға илткән юл кеүек участкаларға ла алдан проекттар әҙерләнә. Алдан да әйттем инде, проект юҡ йә экспертиза үтмәгән икән, ниндәйҙер программаларҙа ҡатнашырға өмөт тә ҡалмай. Ә күп һүҙ сығарылған Учалы-Иманғол участкаһын асфальтлау БР Президенты хакимиәтенең контроленә алынған. 2015-2016 йылдарға планлаштырылған. Күп аҡса кәрәк бит, заман ҡағиҙәләре «экономиялап» тотонорға ирек бирмәй - юл һалына икән, бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш. Мәҫәлән, Иманғолға 5,5 километрлыҡ юл республика ҡаҙнаһына 94 миллионға төшәсәк, Мейәс йүнәлешендәге ремонт сама менән 110 миллион һумға баҫты. Ә ҡала эсендә күләмле юл эштәрен туҡтатҡаныбыҙ юҡ: 2012 йылда - Төҙөүселәр урамын реконструкциялау, 2013 йылда - Горький һәм Ленин урамдарында ремонт, быйыл Ленин урамында күләмле эштәр дауам итә, шәхси торлаҡ секторында ҡырсынташ түшәлә, 2015 йылға Башҡортостан һәм Тәүтөҙөүселәр урамы планлаштырыла.
- Ауыл хужалығындағы хәлдәр менән таныштырып китмәҫһегеҙме?
- Йыл игенселек өсөн насар килде… Дым саманан тыш күп, августа норманы 2 тапҡырға уҙҙы. Ә ыңғай температуралар суммаһы, киреһенсә, ҡәҙимгенән күпкә аҙ. Игендәребеҙ һаманға тиклем йәм-йәшел бит! Көн аяҙайған осраҡта ла, 12-15 сентябргә генә урырлыҡ булып өлгөрәсәк. Бындай аномалия тик беҙҙә генә күҙәтелә, шуға ла БР Ауыл хужалығы министрлығы өҫтәмә комбайндар йүнәлтергә вәғәҙә итте. Үҫтергәнде тәләф итмәбеҙ инде! Ә дөйөм алғанда, ауыл хужалығында эшләрлек кешеләр кәмей барыуы борсолдора. Бәғзе предприятиелар, ураҡ ваҡытында ярайһы эш хаҡы түләп тә, механизаторҙар таба алмай бит, малсылар ҙа етешмәй. Бер генә миҫал да етә - ауыл көтөүен көтөр өсөн айына 30-40 мең һум түләп тә, көтөүсе табыу ауыр проблемаға әйләнде. Хәйер, шәхси йорт хужалыҡтары тотороҡло үҫешә - төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 74,1 проценты нәҡ уларға тура килә. Үкенес, «Ҡыҙыл партизан» тигән коллектив хужалыҡ, нисәмә йыл «алыш-биреш» итә торғас, тамам юҡҡа сыҡты. Ахунда йүнсел крәҫтиәндәр бихисап, хәҙер башлыса уларға булышлыҡ итәсәкбеҙ, ҙур ауылда мотлаҡ эш урындары булырға тейеш. «Байрамғол» агрофирмаһы хужаһы УТМК-Агро холдингы етәкселеге алып барған сәйәсәт менән дә ризалаша алмайбыҙ. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе ҡырҡа арттырыуға йүнәлеш алған мәлдә, мал ҡыҫҡартылыу менән килешеп булмаҫ. Ошо арала БР Хөкүмәте кимәлендә был һорауҙы күтәрәсәкбеҙ.
- Көнбайыш илдәре һәм Рәсәйҙең үҙ-ара санкциялар ҡабул итеүе районыбыҙға берәй йоғонто яһанымы?
- БР Хөкүмәте ҡушыуы буйынса аҙыҡ-түлек хаҡтарына көндәлек мониторинг үткәрәбеҙ, йәғни төрлө магазиндарҙа 42 төр ризыҡтың хаҡтары күҙәтеү аҫтына алынды. Берәйһе нигеҙһеҙ хаҡты ныҡ арттыра икән, монополияларға ҡаршы хеҙмәт ҡаты саралар күрәсәк. Әлегә борсолорлоҡ динамика юҡ. Нимә-нимә, Башҡортостан аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә ала. Әйткәндәй, етештереүсе менән ҡулланыусының араһын ҡыҫҡартыу өсөн быйыл ауыл хужалығы йәрминкәләрен 1-1,5 ай алдараҡ үткәрә башланыҡ - барыһы ла ҡәнәғәт.
-Эшҡыуарлыҡ үсеше тураһында ни әйтерһегеҙ ?
- Район биләмәләрендә 2,6 мең урта һәм бәләкәй бизнес субúекттары эшмәкәрлек алып бара. Урындағы бюджетты тултырыуға индергән өлөштәре әлегә саманан тыш аҙ. Башҡаһынан тыш, иң түбән эш хаҡтары ла фәҡәт ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә. Әйткәндәй, «2011-2013 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ үҫеше» муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 49 гражданға финанс ярҙам күрһәтелде - республикала иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Хәҙер комиссион рәүештә аҡсаны нисек тотоноуҙары тикшерелә. Үкенес, һәр 7-се эшҡыуар маҡсатҡа ярашлы файҙаланмаған. Ундайҙарҙан, ирекле рәүештә ҡайтармаһалар, суд аша кире биреүҙәрен юллаясаҡбыҙ. өмүмән, алыпһатарлыҡтың перспективалары юҡ бит, селтәр магазиндарына конкуренция алып бара алыу бик тә икеле, хеҙмәтләндереү, тауар етештереү менән күберәк шөғөлләнергә кәрәк, тип уйлайым. Хакимиәт тап шул йүнәлештә булышлыҡ итергә тырыша.
- Мәҙәниәт йылында был өлкәнең матди базаһы ярайһы нығытыла, буғай?
- Капиталь һәм ағымдағы ремонтҡа БР бюджеты - 3, район бюджеты - 6,1 млн һум аҡса бүлде. Төп обúект - Ураҙ мәҙәниәт йорто яңынан төҙөлә тиерлек, киләһе йылда бөтөнләй яңырып ҡаласаҡ. Илсе, Миндәк мәҙәниәт усаҡтарында күп эш башҡарылды. Ҡала филармонияһында, Яңы Байрамғол, Ҡарт Муйнаҡ, Наурыҙ, Ҡужай, Рысай мәҙәниәт йорттарында, Уральск һәм Сәфәр китапханаларында, 1-се һәм Уральск балалар ижады мәктәптәрендә ремонт йә үтте, йә әле бара, йә яҡын киләсәккә планлаштырылған. Ауылдарҙағы бихисап мәҙәниәт учреждениеларына спорт инвентары, сәхнә кейеме, музыка аппаратураһы һәм ҡоралдары, йыһаз һәм башҡа кәрәк-яраҡ байтаҡ алынды - ошо маҡсатта БР бюджеты - 325 мең, район бюджеты - 3,2 млн һум бүлде. Мәҙәниәт йылы үткәс тә был йүнәлеш онотолмаясаҡ тип ышандыра алам. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән эшмәкәрлекте әүҙемләш-тереүҙәренә, халыҡтың ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштороуҙарына талап та арта барасаҡ.
- Урман араһында йәшәһәк тә, халыҡҡа ағас алыу ныҡ ауырлашты…
- Урмандар федераль милек булғас, урындағы һәм республика властары әллә ни йоғонто яһай алмай инде. Закон шулай талап иткәс, төп массивтар арендаға бирелде. Төҙөлөш ағасы элеккесә дәүләт хаҡы менән бүленер, тип өмөт итә алмайым. Шул уҡ ваҡытта ныҡышмалы һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, урындағы халыҡтың, бюджет учреждениеларының мәнфәғәтен иҫәпкә алған варианттар эҙләнә. БР урман хужалығы министры ла, үҙебеҙҙең «Учалы лесничествоһы» дәүләт учреждениеһы етәксеһе лә (ошо арала яҡташыбыҙ Айбулат Байғарин тәғәйенләнде) - яңы кешеләр, мотлаҡ уртаҡ тел табырбыҙ, тип ышанам.
- Украинанан килгән ҡасаҡтар район властарына өҫтәмә проблемаға әйләнмәнеме?
- Был турала төпсөнөү уңайһыҙ, бәләгә тарығандарға ярҙам итеү һәр кемдең бурысы… Шулай ҙа әйтәйек, ҡасаҡтарға ҙур булмаған күләмдә ярҙам тик федераль бюджет аҡсаһына башҡарыла, бер кем дә уларға фатир тоттормай - ваҡытлыса урынлашыу пунктынан һуң үҙҙәре фатир яллай. Һәм вакант эш урындары ғына тәҡдим ителә. Йәғни ниндәйҙер «йөк» тип баһалау урынһыҙ. Ә бына төбәгебеҙгә файҙа килтереүҙәре бик тә ихтимал - эшһөйәр, тәртипле кешеләр икәнлектәре күренеп тора.
- Әңгәмәнең аҙағында һайлауҙар тураһында ла әйтеп китмәҫһегеҙме?
- Республика тормошонда иң мөһим ваҡиғаға техник һәм ойоштороу йәһәтенән тулыһынса әҙербеҙ. Һуңғы һайлауҙарға учалылар актив йөрөнө, был тапҡырҙа ла һынатмабыҙ, тип ышанам.
P.S. Осрашыу барышында Фәрит Фәтих улы районда төҙөлөш тармағын тергеҙеү, республика аҡсаһына ҡалала ял һәм мәҙәниәт паркын яңыртыу (былтыр - 31, быйыл - 18,4 млн һум бүленде. Көҙ яңы аттракциондар, эстрада майҙансығы пәйҙә буласаҡ), башҡа социаль обьекттар, социаль торлаҡ тапшырылыу тураһында һөйләп үтте. Бер һүҙ менән - проблемалар ҙа етерлек, әммә ышаныслы рәүештә алға хәрәкәт итәбеҙ. Хакимиәт башлығы сетерекле һорауҙарҙы урап үтмәүе, район тормошона ҡағылышлы һәр һорауҙа компетент булыуы һәм эшлекле фекерләү һәләте менән бик тә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Зәңгәр яғыулыҡ» килә«Зәңгәр яғыулыҡ» килә
Йәшәйешебеҙҙә газдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул көнкүрешебеҙҙе еңеләйтә, халыҡҡа заманса йәшәргә ярҙам итә, уңайлы шарттар тыуҙыра.... Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирәРөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирә
- Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Учалы-Иманғол автомобиль юлы төҙөлөшө хаҡындағы мәсьәләне хәл итеү ниндәй стадияла? Беҙҙең ветерандарыбыҙ был һорау менән... Тотош уҡырға
Төбәгебеҙ хәлдәреТөбәгебеҙ хәлдәре
* Район территориаль һайлау комиссияһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Зәки Билалов әлегә тиклем ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном вазифаһын биләне, унан... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға
Йыл йомғаҡтары барландыЙыл йомғаҡтары барланды
26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.