» » Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡала

Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡала25.11.2014

Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡала«Байрамғол» тирәләй имеш-мимештәр күп сыҡҡан мәлдә, эштең айышына төшөнөү өсөн агрофирма директоры Илдус Басир улы Сабанбаевҡа мөрәжәҡәт иттек. Афарин, бер генә һорауыбыҙҙы ла урап үтергә, йомшартырға тырышманы, тура яуап бирҙе.

- Бөгөнгө көндә агрофирманың хәле нисек?
- «Байрамғол» агрофирмаһы менән идара иткән «УГМК-Агро» холдингының махсус программаһы тормошҡа ашырыла, маҡсаты - хужалыҡтың зыянһыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Башҡа саралар менән бер рәттән, симменталь тоҡомло һыйыр аҫрауҙан баш тартыу күҙ уң ында тотола. Башта йылҡысылыҡты ла бөтөрөү тураһында һүҙ сыҡһа, хәҙер холдинг етәкселеге был ниәттән кире ҡайтты. Хужалыҡта әле 628 баш йылҡы иҫәпләнә. 230 баш һауын бейәһе, ошо ҡына һан даими инде. Халыҡҡа, предприятиеларға аттар һатылып тора - көтөү кәмей һәм ҡайтанан ишәйә. Уникаль, Учалы тибындағы башҡорт тоҡомло йылҡы менән артабан да шөғөлләнеүебеҙ ҡәнәғәтлек уята. Һөҙөмтәләр насар түгел бит - ҡымыҙ былтырғынан 30 процентҡа күберәк һатылды - 30-ҙан ашыу тонна. 185 ҡолон алынды. Бар көтөүҙе 11 йылҡысы ҡарай.
- Атап әйткәндә, агрофирма артабан тағы ла ниндәй объекттарҙа эш алып барасаҡ?
- Уральск фермаһында 1100 баш ҡара-сыбар һыйыр малы аҫыраласаҡ. Әле был тоҡом 900 баш, яңыраҡ 33 тана килтерҙек, ошо арала йәнә 40 баш аласаҡбыҙ. Киләһе йылдың уртаһына тиклем тулы комплектта тупланасаҡ. Ураҙҙа яҙға тиклем симменталь тоҡомло йәш мал аҫраласаҡ әле. Әммә 1 ғинуарҙан Ураҙ бүлексәһе булмаясаҡ, техника сыҡарыла, производство объекттары консервацияға әҙерләнә. Ураҙҙан тыш, Ишмәкәй, Иҫтамғол, Сораман, Мәҫкәү, Октябрьск ауылдарында ла ферма, оҫтахана, ырҙын табаҡтары кеүек объекттар буш ҡаласаҡ. Уларҙың яҙмышы йыл аҙағына тиклем хәл ителәсәк - арендаға биреү, һатыу, һүтеп алып китеү. Әлегә һаҡ ойошторола. Халыҡ таламаһын, булғанды юҡҡа сығармаһын ине, бәлки, киләсәктә үҙҙәренә кәрәк булыр, тип теләргә генә ҡала. Бөгөндөң иртәгеһе бар бит.
- Мәҫкәүҙә ике ферма әленән үк осһоҙға ғына һатылған һәм һүтелгән тип ишеттек…
- Күпме ваҡыт буш торған биналарҙы исем өсөн генә хаҡ ҡуйып һата йә арендаға бирә алмай оҙаҡ ҡаңғырҙыҡ, ишелеп төшкәнде көтһәк, яҡшыраҡ булыр инеме һуң? Мәҫкәүҙә 3 база ҡалған әле, башҡа ауылдарҙа ла бар, берәйһенә кәрәк икән, беҙгә мөрәжәғәт итһен.
- Кеше һанын ныҡ ҡыҫҡартасаҡһығыҙмы?
- Штатта әле 430 хеҙмәткәр, 300 кеше ҡалдырыу бурысы ҡуйыла. Программа буйынса, кеше һаны көҙҙән үк тулы күләмдә ҡыҫҡартылырға тейеш ине. Тик беҙ эш урындары оҙағыраҡ һаҡланған һайын халыҡ өсөн яҡшыраҡ тип тотонабыҙ. 1-се тулҡын менән 49 кеше эштән ҡыҫҡартылыу тураһында иҫкәртеү алды. 2-се тулҡын да ҡотолғоһоҙ. Әлбиттә, саҡ ҡына берәй форсат килеп сыҡһа, үҙебеҙҙең элекке хеҙмәткәрҙәрҙе кире алырға тырышасаҡбыҙ.
Бухгалтерия өстән ике өлөшкә ҡыҫҡартылды. Идара итеүсе компанияла үҙәкләштерелгән бухгалтерия иҫәбе башҡарыласаҡ.
Белгестәр ҙә кәмей, бер кешегә ике-өс вазифаны атҡарырға тура килер. Контора фермаға күсеү өҫтөндә, аҙ һанлы идара итеүсе персоналға ҙур бинаны биләү маҡсатҡа ярашлы түгел.
- Аңлауыбыҙса, бар үҙгәрештәр эшмәкәрлектең финанс күрһәткестәре ҡәнәғәтләнерлек булмауға нигеҙләнә. Эшмәкәрлек рентабелле булыуҙан туҡтанымы?
- Агрофирма әлегә тиклем дә гел зыянлы эшләне. Донъяла бер генә ауыл хужалығы производствоһы ла дәүләт йә ҡеүәтле сәнәғәт берекмәһе ярҙам итмәйенсә уңышлы эшләй алмай. 9 айҙа эшмәкәрлек 75 млн һум зыян килтерҙе. Былтыр бер ни тиклем аҙыраҡ ине, әммә быйыл насарыраҡ эшләйбеҙ тигәнде аңлатмай, был бухгалтер иҫәп-хисабының үҙенсәлеге.
Бер килограмм иттең үҙҡиммәте 500 һум, баҙарҙа күпме торғанын үҙегеҙ ҙә күҙ алдына килтерәһегеҙҙер… Һөттөкө, тоҡомона ҡарап, 15 һәм 17 һум. Һатыла 18-19 һумға. Әлеге ваҡытта һөт етештереү тәү тапҡыр килемлегә әйләнде. Симменталь һыйырҙар - 600 баш, ни бары 4-5 литр бирәләр ине, Уральск һәм Байрамғолдоң ҡәҙимге фермаларына күсергәс, күрһәткес 7 литрҡа етте.
- Күсереү генә ниң ә шундай йоғонто яһай һуң?
- Ҡәҙимге фермаларҙа моцион (саф һауала йөрөү) ойошторорға мөмкинлек бар, туҡланыу рационын үҙгәртергә була. Юҡиһә, симменталь һыйырҙар бер урында хәрәкәтһеҙ тотолғанда бар энергиялары майға китә. Ә саманан тыш һимеҙ һыйыр һөттө лә аҙыраҡ бирә, быҙаулауы ла хөртөрәк. Бәйҙә тороуға ҡара-сыбар һыйыр яҡшыраҡ ҡулайлашҡан.
- Фәҡәт әлеге мәл күпме продукция етештерелә?
-Бөгөн тәүлегенә тулайым 17 тонна һөт алабыҙ. Уртаса һауым - 16 килограмм. Был күрһәткес Башҡортостан өсөн яҡшы, әммә «УГМК-Агро» холдингының «Патруши» предприятиеһында 22 литр һауалар, сағыштырыу беҙҙең файҙаға түгел. Һөт хәҙер Үрге Пышма һөт заводына ебәрелә. Башҡа һөт эшкәртеүселәр менән отошло хеҙмәттәшлек булдырғайныҡ, әммә идара итеүсе компанияға яҡшыраҡ билдәлелер инде.
- РФ Милли проект сиктәрендә барлыҡҡа килгән комплекстар тураһында күп мәдхиәләр уҡылды, әммә бушлай түгел бит инде, күпме бурыс түләйһе ҡалған әле?
- Һөтсөлөк фермалары төҙөгән һәм мал менән комплектлаған өсөн кредиттың проценттарын агрофирма үҙе түләй килә, ә «тәне», йәғни төп өлөшөн ҡаплау өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты беҙгә заем бирә. Был заем 2017 йылға тиклем дауам итә һәм таусыларға 1 миллиард һум самаһы ҡайтарырға тейеш булабыҙ.
- Ә бәлки күпме аҡса түгеп был комплекстарҙы төҙөү бөтөнләй кәрәк тә булмағандыр?
- Ике яңы ферма ла баштан уҡ мал менән проект буйынса комплектланһа, зыянһыҙ эшмәкәрлек мөмкин булыр ине, тик хәҙер үкенеүҙән фәтеүә юҡтыр. Комплекстың беҙҙең шарттар өсөн ҡайтыш яҡтары, ысынлап та, етерлек. Төбәгебеҙҙә ҡышын минус 50, йәйен плюс 40 градусҡа тиклем етә. Фермаларҙа ҡыйыҡ тимерҙән, иҙән - бетондан, йә эҫе, йә һыуыҡ. Йәйен һыйырҙар тын етмәй тонсоҡа ла башлай торған. Шулай ҙа был эшкә тотоноу үҙен аҡланы тигән фекерҙәмен, нисәмә йыл элек банкротҡа юлыҡҡан хужалыҡтарҙың хеҙмәткәрҙәре яңы предприятиела ярайһы эш хаҡы алып байтаҡ ваҡыт эшләй алды бит. Әле лә өс йөҙҙән ашыу эш урыны һаҡланып ҡала.
- Эш хаҡы түләүҙә хәлдәр нисек?
- Уртаса айлыҡ эш хаҡы - 12 мең һумдан ашыу. Производство һәм ойошторолоу системаһын үҙгәртеп ҡороу арҡаһында бер аҙ тотҡарлыҡ булып китте. Август айынан һалым түләү ҙә туҡтағайны, ләкин «УГМК-Агро» яңы йылға тиклем бурысты ҡаплау тураһында белдерҙе. өмүмән, бухгалтерия эше төп өлөштә хәҙер холдингтың үҙендә башҡарыласаҡ.
- Мал һаны кәмегәс, баҫыусылыҡ эштәре лә кәметеләлер инде?
- 2015 йыл сәсеү майҙандары сама менән 3,5 мең гектарға кәметеләсәк. Беҙгә 3 мең гектарҙа иген, 5 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары етә. Әле мал аҙығы культуралары 8 мең самаһы гектар биләй, шул иҫәптән 5 мең га - күп йыллыҡ, 1 мең га - бер йыллыҡ үлән һәм 2 мең га кукуруз.
Агрофирма алғанда байтаҡ баҫыуҙарҙы сүп үләне баҫып, хатта, ағас менән ҡаплана башлағайны. Тәртипкә килтерҙек. Яңынан юҡҡа сыҡмаһын тип теләргә генә ҡала. Быйыл иген культураларының уңдырышлығы гектарына 11 центнер булды. Орлоҡ 1200 тонна һалынды, үҙебеҙгә киләһе сәсеүгә яртыһы ла етә, ҡалғанын һатасаҡбыҙ.
- Ә мал аҙығы етерлекме?
- Бөгөнгө көндәге, йәғни кәметелмәгән мал һанынан сығып иҫәпләгәндә лә, һәр шартлы мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге тупланды, фураж менән - 43 центнер. Бик юғары күрһәткес.
- Малдарығыҙҙы ситкә һатыуҙа ниндәйҙер ветеринар тотҡарлыҡтар пәйҙә булған тип ишеткәйнек, ни әйтерһегеҙ?
- Ҡаҙағстанға мал һатыу ветеринар талаптар менән тотҡарланды. Бөгөнгө көндә ветеринар хеҙмәттең регламент эштәре тулы күләмдә башҡарыла. Хәҙер малдарҙың күпләп лейкоз менән сырхау-сырхамауы Өфө һәм Силәбе лабораторияларында ҡайтанан тикшерелә. Анализдар әҙер булмай тороп, ниндәйҙер комментарий биреү килешмәҫ.
- Ниңә район йә Башҡортостан эсендә генә һатмайһығыҙ?
- Симменталь малыбыҙҙы алырға теләк белдереп, ике тиҫтәләп мөрәжәғәт яһалды. Төбәктә ҡалһа, үҙебеҙ ҙә шат булыр инек. Юғары көрлөктәләр. 100 проценты менән яһалма ҡасырылғандар, нәҫел материалы юғары сифатта, ғөмүмән, яҡшы мал. Бына, мәҫәлән, Уральск комплексында һөттөң үҙҡиммәте даими 17 һум тирәһендә тирбәлә. Ә Ураҙҙаҡы симменталь һыйырҙарыныҡы ҡышын саманан тыш күтәрелһә, йәйен, йәйләүгә сығарылғас, 5 һумҡа тиклем дә төшә торғайны. Насар тоҡом тип әйтә алмайым, ләкин агрофирмала бөгөнгө көн барлыҡҡа килгән хәл-шарттарға яуап бирмәйҙәр. Ә Ҡаҙағстанға өҫтөнлөк биреүгә килгәндә, күрше илдә дәүләт ауыл хужалығына етди кимәлдә ярҙам итә, шуға ла беҙҙекеләргә ҡарағанда ике тапҡырлап юғары хаҡ тәҡдим итә алдылар. Баҙар иҡтисады шулай ҡоролған инде, кем юғарыраҡ хаҡ ҡуя, тауар шуныҡы.
- Урындағы һәм республика властарының Урал тау-металлургия компанияһы менән алып барҡан һөйләшеүҙәре ниндәйҙер һөҙөмтә бирҙе, исмаһам, йылҡысылыҡ тармағы һаҡлана һәм һыйыр малын кәметеү бер юлы түгел, этаптар буйынса үтәсәк тип дөйөмләштереп әйтергә мөмкинме?
- Бер фактор тураһында телгә алманығыҙ, беҙҙең ҡарамаҡҡа - ул иң мөһиме: агрофирма коллективының тырышлығы һәм әүҙемлеге. Шул арҡала ғына, ниндәй генә ҡаршылыҡтар пәйҙә булмаһын, «Байрамғол» йәшәп килә, производствоны камиллаштырыу мәсьәләләрен хәл итә. Нисек кенә булмаһын, киләсәккә өмөттәр менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, иманым камил - бының өсөн нигеҙ бар!
-Үрҙә әйткән һөйләшеүҙәрҙең агрофирма өсөн берәй ыңғай яғы булдымы?
- Тоҡомсолоҡ эше менән ныҡлап шөғөлләнеп тә, былтыр ҙа, быйыл да бының өсөн ҡаралҡан субсидияларҙы күрмәнек. Йылҡысылыҡ буйынса ла, һыйыр малы буйынса ла. Ошо проблеманы хәл итергә вәғәҙә иттеләр. Бынан тыш, БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡара-ала һыйырҙар үрсеткәндә ғилми-консультатив ярҙам күрһәтергә йыйына.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Борсолорға урын юҡБорсолорға урын юҡ
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Зәкәриә Рәфғәт улы Ғибәҙуллин урындағы журналистар өсөн... Тотош уҡырға
«…теләгән әмәл эҙләй»«…теләгән әмәл эҙләй»
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Әғләм улы... Тотош уҡырға
Баҫыу эштәре тынмайБаҫыу эштәре тынмай
Яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала... Тотош уҡырға
Бурыстар билдәләндеБурыстар билдәләнде
Уҙған аҙнала төбәгебеҙгә эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев килеп ҡайтты. Уны ауыл хужалығы министры... Тотош уҡырға
Иртәгәне бөгөн хәстәрләйИртәгәне бөгөн хәстәрләй
«Аҡҡужа» КФХ-һы төбәгебеҙҙә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Бөгөнгө көндә улар иген үҫтереү, мал, йылҡы үрсетеү менән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.