» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?02.12.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш ине. Бик насар күрәҙәсе булып сыҡтылар - доллар әленән үк 50 һумға һикерҙе.

* Иркутск өлкәһенең Саянск ҡалаһы мэры итеп быйыл көҙ Олег Боровский һайланды. Эш хаҡы айына 140 мең һум икәнлеген белгәс, 110 мең һумын даими рәүештә хәйриә фондына күсерергә ҡарар итте. Яңы Рәсәй тарихында был ни бары 3-сө ошондай осраҡ. Дәүләт компанияһында эшләп тә, былтыр эш хаҡы көнөнә (айына түгел!) 4 миллион 861 мең 111 һум тура килгән «Роснефть» президенты Игорь Сечин кеүек әфәнделәр үрнәк алһа, бер ҙә насар булмаҫ ине.

* РФ Ауыл хужалығы министрлығы белдереү яһаны - 744,6 мең тонна ҡарабойҙай йыйып алынды. Ә йылына бар ил халҡы 550 мең тонна ашай торған. Шуныһы ғына аңлашылмай, артығы менән етештерелгән икән, ниңә хаҡы шул тиклем йылдам күтәрелде лә, кире төшөргә бер ҙә йыйынмай? Ә иген культуралары быйыл 104 миллион тонна урылды - рекорд, тип баһалана. 2008 йылда ғына 108,2 млн тоннаға еткәйне.

* Беҙҙең валютаға күсереп иҫәпләгәндә, Иранда һәр граждан айына бер тапҡыр автомобиль багын литры 8 һумдан бензин менән тултыра ала, ә субсидияһыҙ тулы хаҡы - 11 һум. Иранлылар, нефть һатҡан ил өсөн ныҡ ҡиммәт, ана бит, Сауд әрәбстаны үҙ граждандарын ни бары 4 һум 50 тиндән тәьмин итә, тип ныҡ һөйләнәләр, ти. Беҙҙең заправкаларҙы килеп күрһәләрсе икән!

* Хабаровск өлкәһендә бер сихырсы шәрәмәте 63 йәшлек инвалидҡа, аңыңды сәләмәт тәнгә күсерәм, тип ышандыра. Килешәләр. Хоҙай ҡушмаған им-том башҡарғанда 50 йәшлек ҡатын ниңәлер ағас туҡмаҡ менән эш итә. Ир бәрелеү-һуғылыуҙарҙан йән бирә… Сихырсы ҡулға алынды. Әйткәндәй, берәй мөғжизә менән инвалидтың аңы, ысынлап та, икенсе тәнгә күсһә, кәүҙәһе барыбер ҡалыр ине, сихырсыға дәғүә ҡуйылыр ине. Шуны ғына булһа ла төҫмөрләргә аҡылы ла, күрәҙәселек көсө лә етмәгәндер инде.

* Тынғыһыҙ йән, кеше булһа ла, хайуан булһа ла, тирә-йүндәгеләргә бәлә инде ул. Ҡырымдың Симферополь ҡалаһында бер шаталаҡ бесәй нишләптер электр подстанцияһының трансформаторы эсенә инә. Ҡыҫҡа замыкание барлыҡҡа килеп, янғын тарала. Бесәй үҙе лә көл-күмергә әйләнә, 27 мең ҡулланыусы күпмелер ваҡытҡа электр энергияһынан өҙөлә. Әллә берәй украин милләтсеһе аҫраған бесәй булдымы икән?

* Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә иң популяр яҙыусы-сатирик Михаил Задорнов Өфөлә гастролдәрҙә булып китте. Баҡһаң, атаһы 30-сы йылдарҙа «Красная Башкирия» гәзитендә корреспондент булып эшләгән, ошо дәүерҙә беҙҙең Мостай Кәрим менән дуҫлаша. Атаһы аша Михаил Николаевич та остазыбыҙ менән яҡшы таныш була, әлегә тиклем уның турала яҡты хәтирәләр һаҡлай.

* Мәскәүҙә 101 йәшендә Михаил Иванов вафат булды. Йәш сағында разведкала хеҙмәт итә. 1945 йыл АҠШ атом бомбаһы шартлатҡандан һуң 10 көн үткәс, Хиросимаға бара - ҡурҡыныс ҡорал ҡулланыуҙың эҙемтәләре менән таныша. Ул саҡ радиация тураһында йүнләп белмәйҙәр бит әле, бер кем дә тейешенсә һаҡланмай. Михаил Ивановичтың ярҙамсыһы оҙаҡламай нурланыуҙан һәләк була, ә ул үҙе саҡ ҡына сырхап ала ла, артабан оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Әҙәм балаһының көнө бөтмәгән икән, атом бомбаһы ла ҡурҡыныс түгел!

* Киреләнгән автомобиль йә мотоциклды этәреп ҡабыҙыу - ғәҙәти күренеш. Ә бына Игарка ҡалаһында вахта ысулы менән хеҙмәт иткән кешеләр Красноярск ҡалаһына осор өсөн күмәкләп 47 тонналыҡ Ту-134 самолетын этәрәләр… Минус 52 градуслыҡ селләлә шасси системаһы туңа ла, самолет күккә күтәрелеү һыҙатына сыға алмаған тип хәбәр ителә. Нисек кенә булмаһын, транспорт прокуратураһы тикшереүҙәргә тотондо - хәүефһеҙлек техникаһын тупаҫ боҙоу бит был.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* 7 ноябрь, Октябрь революцияһы көнө, сит ил валюталары рекорд ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Рәсәй һумы һуңғы дәүерҙә булмағанса түбән ҡоланы. 1 евро - 60 һум... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Былтырғы сентябрь менән сағыштырғанда, быйыл Рәсәй халҡының уртаса «саф» эш хаҡы (йәғни һалымдарҙан тыш һәм инфляцияға төҙәтмә индереп) 1 процентҡа... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Сәбәбен аныҡ ҡына белеүсе юҡ, әммә донъя баҙарында нефть хаҡы аҫҡа ҡарап тәгәрәй. Беҙҙең өсөн яҡшы түгел инде. РФ Финанстар министрлығы эргәһендәге... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Ураҡ тамамланмаған әле, әммә әленән үк илебеҙҙәге тулайым иген уңышы 100 миллион тоннаны үтеп китте. 110 млн тоннаға етер тип күҙаллайҙар.... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Жириновский иҫәрләнеп, Дәүләт Думаһында хеҙмәт бурыстарын башҡарған журналистарҙы, шул иҫәптән, ауырлы ҡатынды мәсхәрәләп йәберләгәйне. Ул әйткән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.