» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?16.12.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* АҠШ ныҡ енләнһә лә, В.В.Путиндың Һиндостанға визиты көтөлгәндән дә һөҙөмтәлерәк килеп сыҡты. Төҙөлгән контракттарға ярашлы, 10 йыл дауамында 10 млн тонна нефть һатыласаҡ, Рәсәй белгестәре атом станциялары төҙөйәсәк, Һиндостан үҙ заводтарында беҙҙең Ми-17, Ка-226Т вертолеттары, башҡа ҡорал етештерә башлаясаҡ. Ике илдең Арктикала нефть-газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүе лә күҙаллана. Иң мөһиме - премьер-министр Нарендра Моди әфәнде, Һиндостан артабан да Рәсәйҙең тоғро дуҫы һәм партнеры булып ҡаласаҡ, тип белдерҙе.

* Рәсәй Иҫәп-хисап палатаһы башлығы Татьяна Голикова белдереүенсә, йыл башынан федераль ҡаҙна аҡсаһын тотонғанда ҡағиҙә боҙоу йә маҡсатҡа ярашһыҙ тотоноу күләме 344 миллиард һумды ашып киткән. Йыл аҙағынаса был күрһәткес 400 млрд һумға етәсәк тип фаразлай. Төп өлөштә урлашыу икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. «Оптимизация» тип ябай халыҡты ҡаңғыртҡан булалар, ә бит бына ул, «Әндрәй ҡаҙнаһына» тиң резерв! Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 120 материал йүнәлтелгән.

* Хәйерһеҙ 90-сы йылдарҙың билдәһе - магазиндарҙа хаҡтар «у.е.» тип күрһәтелә ине. Йәғни, шартлы берәмек - доллар йә евро. Инфляция ныҡ көслө булғас, алыпһатарҙар хаҡты валюта курсынан сығып ҡуйҙы. Мәскәүҙә һәм интернет-магазиндарҙа йәнә «у.е.» күренә башлаған, ти. Бындай ҡылыҡтарҙы закон менән тыйырға ине, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһең икән, рәхим итеп, Рәсәй валютаһы менән эш ит! Рәсәй валютаһының абруйы былай ҙа түбән төшкән мәлдә, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары һумды яңы аҡса менән алмаштырыу кәрәклеге тураһында ләстит һата. Аңлашыла, бындай хәбәрҙәр әлеге валютабыҙҙың хәле яҡшырыуға булышлыҡ итмәй.

* Ҡайҙа табырыңды, ҡайҙа юғалтырыңды алдан белеп булмай шул. Владивосток аэропортында берәҙәк бесәй магазин витринаһына инеп, 60 мең һумлыҡ балыҡ деликатестарын юҡҡа сығарыуы тураһында хәбәр киң таралды. «Рәсәйҙә бер тоҡ бәрәңге урлаһаң, төрмәгә ултыраң, миллиардлап урлаһаң - түрә булаң» тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул. ¤ҫтәлгә менеп май-ҡаймаҡҡа үрелгән ауыл бесәйҙәрен һуғып төшөрә торғанбыҙ, ә был мәхлүк Интернет йондоҙона әйләнде. Күптәр Чубайс ҡушаматы бирергә тәҡдим итә ине. Бесәйҙәр театры етәксеһе Дмитрий Куклачев артист итеп алырға теләүе тураһында белдерҙе. Әммә барыһынан да алда «Адмирал» хоккей клубы өлгөрҙө. Матроскин ҡушаматы биреп, клубтарының талисманы итеп атанылар.

* Калашников автоматының яңы АК-12 моделе һынауҙар үтә. Киләһе йылдан әрмебеҙгә ҡайтарта башланасаҡ. Ат хаҡы түгел икән, «Калашников» концернының генераль директоры Алексей Криворучко хәбәр итеүенсә, сит илдәргә 1 мең долларға һатыласаҡ, йәғни, беҙҙең аҡсаға 45-50 мең һум тирәһе. Концерн 2013 йыл 65 мең көбәк етештерһә, быйыл - 240 мең дана. Яңы АК-12 күберәк сығарыласағы алдан билдәле - һәр яҡтан камил ҡорал, тип һоҡлана эксперттар. Элекке моделдәрҙән ныҡ айырылмаһа ла, тағы ла ышаныслыраҡ, заман тоҫҡау приборҙарын ҡуйыуға яраҡлаштырылған.

* Бүрене бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай. Калининград ҡалаһында 27 йәшлек ҡатынды урлашҡан өсөн суд алдына баҫтыралар. әйебен таныған була, күҙ йәштәре түгә һәм … ошо ыңғайы суд хеҙмәткәренең муҡсаһын сәлдерә, йәһәт кенә ундағы карточка буйынса аҡсаны ала.
Әйткәндәй, оҡшаш хәл беҙҙең бер яҡташ менән дә булды. Төрмәнән Учалыға ҡайтышлай Белорет районының бер ауылында өйгә төшә, урланғанды трассаға сығарып һата. Тыуған тарафтарға килеп етеү менән шундуҡ ҡулға алына.

* Колумбия университеты (АҠШ) ғалимдары раҫлауынса, йөклө ҡатындар косметиканы мул ҡуллана икән, һуңынан баланың интеллектуаль үҫеше ҡайтышыраҡ булыуы ихтимал.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Президент В.В. Путин Рәсәй Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә яһағанда, Көнбайыш илдәре сәйәсәтенә ҡарата ҡаты тәнҡит ишеттерҙе. «…Рәсәй көслө һәм... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* 7 ноябрь, Октябрь революцияһы көнө, сит ил валюталары рекорд ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Рәсәй һумы һуңғы дәүерҙә булмағанса түбән ҡоланы. 1 евро - 60 һум... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Сәбәбен аныҡ ҡына белеүсе юҡ, әммә донъя баҙарында нефть хаҡы аҫҡа ҡарап тәгәрәй. Беҙҙең өсөн яҡшы түгел инде. РФ Финанстар министрлығы эргәһендәге... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Телевизорҙан Алексей Митрофановты йыш күргәнегеҙ барҙыр. Барыһына ла аҡыл өйрәтеүҙән бушаманы. Ябай депутат ҡына түгел, РФ Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.