» » Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ

Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ03.02.2015

Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙИмтихандарын тапшырып, сессияһын тамамлаған студенттарҙың ҡышҡы каникулдары башланды. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа 25 ғинуарҙан алып студенттар декадаһы иғлан ителде. Был ваҡыт арауығында улар өсөн волейбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар, конькиҙа шыуыу, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар, дискотекалар үткәрелә. «Стиль» йәштәр-ял итеү үҙәгендә ҡала ултырағы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов менән осрашыу ҙа декада планының бер өлөшө.

Сараға тау сәнәғәте колледжы (элекке Учалы тау-металлургия техникумы), сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, БДУ-ның Учалы вәкиллеге студенттары килгән ине. Тәү башта Ильяс Хәбибулла улы ҡаланың социаль-иҡтисади хәл-торошо менән таныштырҙы.
- Ҡалабыҙҙа бөтәһе 38 мең кеше көн итә. Уның сиктәренә микрорайондар ҙа инә: Рудник, Ҡунаҡбай, Иманғол, Көньяҡ, Бурансы һәм башҡалар. 2014 йылға ҡала бюджеты 122 млн һумды тәшкил итте. Уның 60 проценты - һалымдарҙан, 40 проценты башҡа төр сығанаҡтарҙан килә. Аҡсаның байтаҡ өлөшө торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарына, ҡаланы ҡарауға йүнәлтелә. Мәҫәлән, ҡыш миҙгелендә юлдарҙы таҙартыуға 25 млн һумға яҡын аҡса бүленде. 10-12 млн һум йәй айҙарына кәрәк. Сәскәләр ултыртыуға ғына 5,5 млн һум аҡса китә. Төнгө яҡтылыҡ өсөн 8 млн аҡса йүнәлтелә. Юлдарҙың төҙөклөгө лә мөһим, бында инде 4-5 млн һум аҡса файҙаланыла, - тине Ильяс Хәбибулла улы. Шулай уҡ, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы учреждениеларҙы сафта тотоуға күпме аҡса бүленеүе менән дә таныштырып үтте ул.
Артабан студенттар ҡала ултырағы башлығына һорауҙар бирҙе. Тәүге һорауҙарҙан уҡ студент советын йә йәштәр активын булдырыу кәрәклеге билдәләнде. Хакимиәт башлығы менән осрашыуҙы йыш ойоштороп булмай. Шуға күрә совет аша студенттарҙың теләк-тәҡдимдәрен, борсоған һорауҙарын туплап, тәртипкә килтереп, дәүләт вәкилдәренә еткереү мөмкинлеге булыр ине.
Буласаҡ белгестәрҙе, тәү сиратта, эш мәсьәләһе, шул иҫәптән, уҡыуҙан буш ваҡытта эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Ильяс Хәбибулла улы килтергән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көндә мәшғүллек үҙәгендә 350-гә яҡын кеше тора. Тәҡдим ителгән урындарҙа эш хаҡының түбән булыуы йәштәрҙе ҡурҡыта. Шулай ҙа, тәү сиратта, тәжрибә туплауҙы уйлар кәрәк, тигән фекерен еткерҙе Ильяс Килмөхәмәтов. Коллективта, хеҙмәт мөхитендә үҙеңде һынап ҡарау, эшләргә теләк күрһәтеү, яҡшы хеҙмәткәр итеп танытыу һөҙөмтәле буласаҡ. Тау байыҡтырыу комбинаты, «Техноплекс» заводы, тау-машина төҙөү альянсы йыл да тиерлек бер-нисә йәш белгесте эш урыны менән тәьмин итә. Учалы тегеү фабрикаһына ла эшсе ҡулдар етешмәй. «Йәшмә» кинопаркы директоры Жәлил Солтанов әйтеүенсә, паркка операторҙар, йәй миҙгелендә ҡала пляжына матрос-ҡотҡарыусылар талап ителә. 6-8 мең һумға яҡын эш хаҡы түләнә.
- Мәҙәниәт һәм ял паркының универсаль спорт майҙансығында саф һауала һырғалаҡ асыласаҡ. Инеү бушлай. Дуҫтарығыҙ менән килеп конькиҙа шыуа йә хоккей турнирҙары ойоштора алаһығыҙ, - тип өҫтәне ул. Декада дауамында студенттар өсөн «Таусы» боҙ аренаһында, «Родео» тау саңғыһы паркында ла ташламалар ҡаралған.
Студенттарға икенсе уҡыу йорттары вәкилдәре менән аралашыу етмәүе лә асыҡланды осрашыуҙа. Тау сәнәғәте колледжы егеттәре һәм ҡыҙҙары «Лидерҙар мәктәбен» булдырыу тәҡдимен индерҙе. Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, үҙ сиратында, буласаҡ тау белгестәрен «тере» музыка концерттарына саҡырҙы.
- Беҙгә ҙур ҡалаларҙан уҡытырға профессиональ белгестәр килә. Йыш ҡына колледж сиктәрендә концерттар ойошторабыҙ, әммә зал яртылаш буш була. Башҡаларҙы саҡырырға мөмкин бит! Йыр-моңға әүәҫ «таусылар» менән берләшеп уртаҡ саралар ойоштора алабыҙ, - тине Елена Масичева.
Учалы вәкиллегенең иҡтисад бүлегенән бишенсе курс студенты Руслан Шакиров кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ сфераһы, үҙ эшен асыусыларға дәүләт ярҙамы менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөнгө көндә эшҡыуарлыҡ ауыр заманаларын кисерә, тигән һүҙҙәр яңғыраны яуапта. «Магнит», «Пятерочка», «Монетка», «Красное и белое» кеүек федераль селтәрҙәр беҙҙең кесе магазиндарҙы ҡыҫырыҡлап сығара бара. Илдәге көрсөк тә кире йоғонто яһай. Ҡайһы бер эре эшҡыуарҙар ябылырға, банкрот иғлан итергә мәжбүр. Был өлкәнең киләсәген теүәл күҙаллауы әлегә ҡыйын.
Һорауҙың икенсе яртыһына «Родео» тау саңғыһы паркы етәксеһе Оскар Аверьянов та үҙ фекерен белдерҙе.
- Дәүләт ярҙамына ышанып ҡына эш башлау уңышлы булмаясаҡ. Тәү сиратта ниндәй продукт, хеҙмәт тәҡдим итәсәгегеҙҙе уйлар кәрәк. Ул бөгөнгө баҙарҙа файҙалы, һорау менән ҡулланған, килемле булырға тейеш, - тине ул.
Тау сәнәғәте колледжы студенты Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы һуғыш ветерандары йортонда махсус тамға, яҙыу ҡуйыу тәҡдимен индерҙе. Кешеләр ниндәй йортта, фатирҙа илебеҙҙе немец фашизмынан азат иткән батыр йәшәүен белһен, ғорурланһын, теләгендә булһа, шәхси рәхмәтен белдерә алһын.
- Әлбиттә, йәштәрҙең ветерандарҙы белеү теләге һөйөнөслө, - тине Ильяс Хәбибулла улы. - Шулай ҙа «миҙал»дың икенсе яғы ла бар. Оло йәштәгеләрҙең, шул иҫәптән ветерандарҙың пенсияһына, наградаларына, башҡа матди ҡиммәттәренә ҡыҙығып, ҡара уйлы, еңел табыш менән көн күрергә теләүселәрҙең алдау, ҡурҡытыу, талау осраҡтарын ишетеп беләбеҙ. Яҡшылыҡ эшләйбеҙ тип, зыян килтереп ҡуйыуыбыҙ бар.
Осрашыу аҙағында Ильяс Килмөхәмәтов студенттарҙы тағы бер әүҙемлеккә өндәне. «Инициатива булһа, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Тәҡдимдәр көтәм», - тине ул. Осрашыуға күтәренке кәйефтә нөктә ҡуйылды: әүҙем студенттар ҡала ултырағы хакимиәте һәм йәштәр, спорт һәм туризм комитетынан Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнделәр.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
Йәш эшҡыуарҙар өсөнЙәш эшҡыуарҙар өсөн
Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында «Стратегия «25-20». Төбәк-ара хеҙмәттәшлек - уртаҡ уңыштың яңы мөмкинлектәре» исемле «Урал аръяғы-2014» инвестицион... Тотош уҡырға
Спартакиада тамамландыСпартакиада тамамланды
Уҙған уҡыу йылында белем алыусы йәштәр араһындағы спартакиада иҫәбенә еңел атлетика буйынса ярыштар үтте. Унда ҡалабыҙҙың дүрт уҡыу йорто ҡатнашты.... Тотош уҡырға
Йыл әйләнәһенәЙыл әйләнәһенә
Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында Учалы ҡала ултырағы ла ҡатнаша. Филармонияла ҡала халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ҡала... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.