» » Тормош юлы үрнәк булырлыҡ

Тормош юлы үрнәк булырлыҡ16.02.2015

Тормош юлы үрнәк булырлыҡ15 февралдә Совет хәрби көстәрен Афғанстандан алып сыҡҡанға 26 йыл тула. Илебеҙ тарихының берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған тағы ла бер ҡанлы бите. Беҙҙең Учалы районынан ғына 1979 йылдың 25 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем барлығы 457 (ситтән килгәндәр ҙә ҡушылған) егет һәм ҡыҙыбыҙ Афғанстанда хеҙмәт иткән йә эшләгән. Әлеге көндә Учалы ҡалаһында һәм районында шуларҙың 273-сө йәшәй. «Учалылар - Афғанстанда» тигән китабыбыҙҙа бер нисәүһе төрлө сәбәптәр менән төшөп ҡалған. Мин был мәҡәләмдә шундай егеттәрҙең береһе менән таныштырып китмәксемен.

Ул ир уҙаманының исеме Вадим Ғәлимулла улы Шә-йәхмәтов. Вадим Ғәлимулла улы 1965 йылдың 20 мартында Учалы районының Уральск ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә. Вадим бала саҡтан теремек була, яҡшы уҡый спорт менән шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.
Тыуған ҡасабаһында унынсы класты бөткәс тә, Учалы ҡалаһындағы автомәктәпкә, хәрби комиссариаттан водителлеккә уҡырға ебәрәләр. Уны уҡып бөтөү менән 1982 йылдың июль айынан «Байрамғол» совхозында автослесарь булып эшкә алына. Бында ялға сыҡҡан шоферҙарҙы алмаштыра, ватылған машиналарҙы ремонтлаша. Һигеҙ ай эсендә ул хужалыҡта файҙаланылған байтаҡ автомобилдәрҙең техник серҙәренә үҙ тәжрибәһендә өйрәнә.
1983 йылдың 31 марты йәш егеттең күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла, яуаплы ла көн. Моңһоу, сөнки тыуып үҫкән ереңдән айырылып, атай-әсәйеңдең йортон, ауылдаштарыңды, бергә үҫкән, уҡыған дуҫтарыңды оҙаҡҡа ҡалдырып, билдәһеҙлеккә китәһең. Алда һине нимә көтә? Шатлыҡлы, сөнки һин тыуған илеңде һаҡларға яраҡлы. Яуаплы, сөнки һин атай-әсәйеңдең, уҡыған мәктәбеңдең, уҡытыусыларыңдың, дуҫ-тарыңдың йөҙөнә тап тө-шөрмәҫлек итеп хеҙмәт итергә тейешһең. Был көндө райондың төрлө ауылдарынан йыйылған 55 егетте Совет Армияһы хеҙмәтенә оҙаталар. Улар араһында Вадим Шә-йәхмәтов, Әбделҡасим егете Радик Ғәбиҙуллин, Первомайканан Григорий Косолапов, Ахундан Фазылйән Мөхәмәтшин һ.б. була. Тәүҙә егеттәрҙе Өфөгә, унан Куйбышевҡа килтерәләр. Һәм... Термез. Вадим 261-се айырым автобаттың 74578 хәрби часына эләгә. Дембелгә әҙерләнгән һалдаттар уларҙы бер аҙ үҙҙәренә тәғәйенләнгән машиналарҙа йөрөргә өй-рәтә, шул арала Афғанстан климатына күнегеү осоро ла үтә. Вадим үҙе менән бергә килгән егеттәр араһында иң беренселәрҙән булып, үҙ аллы рейсҡа сыға. Уға прицеплы КамАЗында һуғыш припастарын һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташырға тура килә.
Әлбиттә, эргәңдә генә пулялар һыҙғырып торған мәлдәрҙә, һәр аҙымың хәүефле һәм ҡанҡойош, үлем көҫәгән сит ил ерендә бер кемгә лә еңел булмай. Көндөҙ 45-55 градус томра эҫелек, төндәрен йән өҙгөс һалҡынлыҡ, туҡтауһыҙ ҡом бураны…
Тормош юлы үрнәк булырлыҡУға Хайратонға, Пули-Хумриға рейсҡа йөрөргә тура килә. Яҙыуы ғына анһат… Һуғыш припастарын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тәғәйенләнгән урындарға еткереүе иҫ китмәле ауыр һәм хәүефле шарттарҙа үтәлгәне көн кеүек асыҡ. Икһеҙ-сикһеҙ ҡомло ялан, ҡая ташлы тауҙар араһынан үткән бормалы юлдар. Текә ярҙан аҫҡа тәгәрәү ихтималлығы ла бар. «Землянкалар» эргәһенән үткән саҡта ут аҫтында ҡалыуҙар көн дә булмаһа ла, йыш ҡына ҡабатланып тора. Припастар тейәгән машиналарҙың минаға эләккән осраҡтары ла йыш. Инде 50 йәше тулып килгән ир уҙаманының былар тураһында иҫенә төшөрәһе лә, һөйләйһе лә килмәне. «Учалылар - Афғанстанда» тигән китап тураһында: «Бик ҙур эш эшләгәнһегеҙ. Был китаптың йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙә роле ҙур буласаҡ. Республикала һеҙ беренсе», - тип китап өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе Вадим Ғәлимулла улы. Үҙе менән бер көндә армия хеҙмәтенә алынған хеҙмәттәштәре Григорий Косолаповтың, Радик Ғәбиҙуллиндың көслө рухлы һәм ышаныслы дуҫтар булыуҙары тураһында һөйләне. Салауат районы егете Данил Халиковтың һәләк булыуын, уны нисек һуңғы юлға оҙатыуын йөрәге әрнеп иҫенә төшөрҙө.
Вадимдың үҙенән бер нәмә лә һөйләтә алмағаныма күңелем бер аҙ төштө, шулай ҙа уның тураһында яҙырға ниәтләнгәс, Сибайға Радик Ғәбиҙуллинға шылтыраттым.
- Вадим минең яҡын дуҫым, әле лә йыш осрашабыҙ. Ул һәр саҡ ғәҙел һәм ярҙамсыл булды. Яҡшы хеҙмәте өсөн ике тапҡыр тыуған ауылына ҡайтып килде. Һары ауырыуы менән бик ҡаты ауырып, госпитәлдә ятып сыҡты. Вадим ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәргә фатир алышыуҙа, шифаханаға путевка юллашыуҙа, эшҡы-уарлыҡ эштәрендә ҙур ярҙам күрһәтте, - тип хеҙмәттәшен маҡтап телгә алды ул.
Вадим Шәйәхмәтов 1985 йылдың июль айында ата-әсәһен шатландырып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас, бер аҙ «Байрамғол» совхозында водитель булып эшләп ала һәм Өфөгә ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Уны төркөм старостаһы, һуңынан институттың студсоветының рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ҡулына дип-лом алған йәш белгес бер йыл үҙҙәренең совхозында ветеринар булып эшләй. 1992 йылдың июленән Мәләүез районында «Ашҡаҙар» сов-хозындағы Даниловск һөт-сөлөк комплексын етәкләй. Тынғыһыҙ, эшһөйәр, талапсан йәш белгестең фиҙаҡәр эшен күреп «Ашҡаҙар» пред-приятиеһының баш зоотехнигы һәм күп тә үтмәй 32 йәшлек егетте директор итеп һайлайҙар. Эшендәге яҡшы күрһәткестәре өсөн 36 йәшендә уға «Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелә. Туғыҙ йылға яҡын етәкләй ул «Ашҡаҙар»ҙы. 2005 йылдың ғинуарында уны Стәрлебаш муниципаль районының хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Өс йылдан «Уфагидромаш» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, ә 2009 йылдың декабренән Салауат автотранспорт предприятиеһы директоры булып эш башлай. 2011 йылдың февраленән 2014 йылдың апреленә тиклем БР Президенты хакимиәтендә бүлек мөдире урынбаҫары була. Әлеге көндә БР хөкүмәте аппаратында ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
Ошо дәүерҙә ул сит илдәрҙә йөрөп эш тәжрибәһен, белемен үҫтерә. БР Президенты эргәһендәге дәүләт идара академияһында квалификацияһын күтәрә. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, 1-се разрядлы тулы хоҡуҡлы муниципаль советник һ.б.
Вадим Ғәлимулла улы ме-нән танышып аралашҡас, уның ябайлығын, энергияһын күреп, уға атаһы Ғәлимулла ағай (мәрхүм), әсәһе Рауза апай, уҡытыусылары яҡшы тәрбиә биргән, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешә алырлыҡ аҡыл, күңел киңлеге, эшкә һөйөү тойғоһо орлоҡтарын һалған, тигән һығымтаға килдем. Уның Афғанстандағы алған сынығыуы киләсәк тормошонда сетерекле, ауыр саҡтарҙа сәмләнеп йәшәргә, эшләргә рухи көс биргәндер, моғайын. Вадим әлимулла улы ҡатыны Галина менән ике малайға ғүмер биргәндәр. Илдус улдары Өфөләге нефть-техник университетын тамамлап инженер булып эшләп йөрөй. Илдар улы ла ағаһы уҡыған университетта белем ала. Учалы районының Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән ябай ауыл малайының тормошо беҙҙең күптәребеҙгә үрнәк булырлыҡ.

Афған һуғышында 620 мең Совет һалдаттары һәм офицерҙары ҡатнаша, шуларҙың 9,5 меңе - Башҡортостандан.
Илебеҙ 15 меңгә яҡын кешеһен юғалта, Башҡортостандың 343 мең йәш егете Афғанстанда башын һала.
Һуғышта 295 яҡташыбыҙ ҡатнаша, 47 кеше хәрби наградаларға лайыҡ була. 16-һы хәрби операциялар ваҡытында яралана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғәнәһеҙ ҡанҡойошта 9 Учалы егетенең ғүмере ҡыйыла.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һынауҙарға бирешмәйҺынауҙарға бирешмәй
Йәмле Миндәк йылғаһы буйында, тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Байрамғол ауылында икенсе бала булып донъяға ауаз һалған малайға Рәфҡәт Игликов... Тотош уҡырға
Тормош мәғәнәһеТормош мәғәнәһе
Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Сәфәрғәли Ситдиҡов 1936 йылда ишле ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килә. Аталары, һуғыш ветераны, 1968 йылда яҡты донъя... Тотош уҡырға
АфғандарАфғандар
Сәлиә Ғатауллина Ғатауллин Сабит Зәки улы 1960 йылдың 7 сентябрендә Учалы районының Ишкен ауылында тыуған. Шаян, тиктормаҫ, ярҙамсыл, һәр саҡ шат... Тотош уҡырға
Афғандар (II)Афғандар (II)
Сәлиә Ғатауллина Хөснийәров Ғәлимйән Абдуллажан улы 1961 йылдың 15 апрелендә Учалы районының Кунакбай ауылында тыуған. 1978 йылда урта мәктәпте... Тотош уҡырға
Батыр даны юйылмаҫБатыр даны юйылмаҫ
Илгиз Бирғәлин 1965 йылдың 23 ноябрендә Баттал ауылында совхоз эшселәре ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Атаһы Ғилман ағай «Байрамғол»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.