» » Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙ

Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙ16.02.2015

Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙГрипп - тын алыу юлдарының көслө йоғошло ауырыуҙарының береһе. Вирустарҙың 100-ҙән ашыу төрө араһында A , В, С вирустары ғына киҙеүҙе тыуҙыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс. Бөгөн, сиргә бәйле, күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә ҡайһы бер белем усаҡтарында карантин иғлан ителгән. Киҙеү бөтә донъя ғалимдары тарафынан киң өйрәнелә. Шулай ҙа ул - ҡотолғоһоҙ сир. Сир тиҙ үҙгәрә һәм үтә йоғошло. Вирустың үҙен электрон микроскоп аша ғына күрергә мөмкин. Ул бик тотороҡһоҙ, уны хатта туп-тура төшкән ҡояш нурҙары, хлор, һелте кеүек дезинфекциялаусы матдәләр бик тиҙ үлтерә, 70 градустан юғары температураға сыҙай алмай.

Инфекция ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә бүленеп сыҡҡан ваҡ ҡына төкөрөк, һеләгәй тамсылары аша йоға. Сөскөрөү йә йүткереү аша вирус ике-өс метр алыҫлыҡҡа тиклем таралып, сәләмәт кешенең дә тын юлдарына эләгә һәм, лайлалы ҡатламында үрсеп, ауырыу тыуҙыра.
Киҙеү диагнозы эпидемия осоронда ғына ҡуйыла башлай. Уның төрө танауҙан һәм тамаҡтан алынған анализ буйынса асыҡлана. Грипп менән киҫкен вируслы респиратор инфекцияның нисек айырылыуын да белергә кәрәк. Грипп ҡапыл һәм көслө башлана. Сир йоҡҡандан алып клиник симптомдары күренгәнсе яҡынса бер көндән алып биш көнгә тиклем ваҡыт үтә. Был ваҡыт эсендә грипты ҡуҙғытыусы өлөшсәләр танауҙың лайлалы ҡатламына эләгеп бик тиҙ үр-сей. Был ваҡытта тымауҙы һәм тамаҡ ауыртыуын һиҙмәүегеҙ мөмкин. Баш сатнап ауыртһа, күҙҙәр, мускулдар, быуындар һыҙлаһа, ҡапыл температура юғары күтәрелһә - был грипп билдәләре.
Нисек һаҡланырға?
Иң ҡулай һаҡланыу сараһы - киҙеүгә ҡаршы прививка. Вакциналанған булып та, ауырыйһың икән - сир барыбер еңелерәк үтә. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында вакцинация алдан яһалмаған осраҡта, уны киҙеү эпидемияһы баш-ланғандан һуң да эшләтергә мөмкин. Әммә кеше киҙеү менән зарарланғас, прививка эшләтеүҙең файҙаһы ҡалмай.
Киҙеү айырыуса тәүге өс көндә зарарлы. Сирле сөскөрөү аша инфекцияны илленән ашыу кешегә йоҡтора ала. Һауа аша йоҡҡан вирустар ете метрға тиклем тарала. Киҙеү вирустары үтә «теремек». Кеше ҡулы менән ҡаплап сөскөргән хәлдә лә, вирустарҙан ҡотолоу мөмкин түгел. Сөнки ауырыу шул уҡ ишек тотҡаһын тота. Шуға күрә ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ. Эпидемия ваҡытында йәмәғәт урындарында йөрөмәүең, дөйөм туҡланыу урындарында тамаҡ ялғамауың, ҡул биреп күрешмәүең хәйерле. Шулай уҡ гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү, битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү, нормаль температура режимын һаҡлау зарур. Дөрөҫ туҡланыу, калорияға бай ризыҡтар, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, алма, цитрус емештәр ашау ҙа файҙалы. Танау тишектәренә оксолин йәки виферон майы һөртөргә онотмағыҙ. Һарымһаҡ һәм антибактериаль матдәгә бай прополис сәйнәргә кәрәк.
Һаулыҡ микстураһы ла бик файҙалы. Уны түбәндәгесә әҙерләйҙәр. 50-шәр мл алоэ һәм каланхоэ һутын, аралия, элеутерококты бергә ҡушып, төнәтмә әҙерләгеҙ. Уны сәйгә 10-15 тамсы тамыҙырға. Алоэ һутын танау тишектәренә һөртөргә мөмкин. Уның һутын һығып алыу өсөн япраҡтарҙы биш-ете көн һыуытҡыста тоторға кәрәк. Киҙеүҙән ылыҫлы төнәтмәләр ҙә ныҡ ярҙам итә.
Дауаланыу
Әгәр сөскөрә башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, тамағығыҙ әсеп, танауығыҙ ҡысытып тора икән, дарыуханаға йүгерегеҙ. Гриппологтар фекеренсә, вирустан тик махсус препараттар ғына ярҙам итә. Реклама бик күп дарыуҙы, шул иҫәптән аспиринды грипҡа ҡаршы сара булараҡ тәҡдим итә. Әммә уның вирусын үлтерә торған берҙән-бер дарыу - римантадин. Ҡалғандары иһә сирҙе килтереп сығарыусы вирус-ты үлтермәй, бары тик температураны төшөрөргә, тән һәм баш ауыртыуын баҫырға ғына ярҙам итә. Ауырыған саҡта составында аспирин булған препараттарҙы эсеүҙән тыйылырға кәрәк. Улар ҡанды шыйығайта. Ә юғары температура ваҡытында был хәүефле. Шунлыҡтан киҙеүҙән баш ауыртҡанда табиптар ибупрофен йәки составында парацетамол булған препараттарҙы эсергә ҡуша. Табиптар йыш ҡына һуңғы ваҡытта оциллококцинум исемле препаратты билдәләй. Ул, ауырыуҙың ниндәй стадияһында булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы ярҙам итә. Уны профилактика ниәтендә аҙнаһына бер-ике дозала алдан ҡуллана башлау тағы ла отошлораҡ. Ололарға ла, балаларға ла бирергә мөмкин. Кире эҙемтәләре юҡ. Арбидол, кагоцел эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Интерферон тамыҙыу ҙа ярҙам итә. Тик уны аҙнаһына бер түгел, ә көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Өс сәғәттән һуң ул һаҡлаусы сара була ала - танауға эләккән вирустарҙы юҡ итә.
Сирҙе антибиотиктар менән дауаларға кәрәкме?
Күп кеше киҙеүҙән дауаланғанда антибиотиктар менән мауыға. Был дөрөҫ түгел. Сөнки улар вирусҡа тәьҫир итмәй. Әгәр ҙә антибиотикты табип яҙһа, тимәк, ул вирусҡа бәйле өҙлөгөү килеп сығыуҙан ҡурҡа.
Аяҡтарҙы эҫе һыуҙа тоторғамы?
Температура булғанда, быны эшләргә ярамай. Эш шунда: температура юғары булһа, йөрәк йыш тибә, ә аяҡтарҙы ҡайнар һыуға тыҡһаң, уға өҫтәмә көс төшә. Быны төрлө ингаляцияға (картуф йәки дарыу үләндәре төнәтмәһендә ултырыу) ҡарата ла әйтергә мөмкин.
Киҙеү нимәһе
менән ҡурҡыныс?

Киҙеүҙән һуң өҙлөгөү - сирҙең төп ҡурҡынысы. Йыш ҡына түбәндәге өҙлөгөүҙәр күҙәтелә: бактериаль пневмония, ринит, синусит, бронхит, отит, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының өҙлөгөүе, хроник сирҙәрҙең ҡуҙғыуы.
Баланы эпидемияға
нисек әҙерләргә?

Лимон майы ашау бик файҙалы: 1 лимонды 1 минутҡа ҡайнар һыуға һалып, ҡабығы менән бергә ит турағыстан үткәрегеҙ. 100 г аҡ май, 1-2 аш ҡалағы бал ҡушып болғатығыҙ. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм ғәҙәти май һымаҡ ҡулланығыҙ.



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һаҡ булығыҙ - киҙеү!Һаҡ булығыҙ - киҙеү!
Һуңғы аҙнала Рәсәйҙең 17 төбәгендә ОРВИ һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары күбәйгән. Ошо арала Санкт-Петербург, Алтай, Тыва, Пермь, Силәбе өлкәләрендә... Тотош уҡырға
Гүзәл булайым тиһәңГүзәл булайым тиһәң
Бөтә дәүерҙәрҙә лә ҡатын-ҡыҙ битенә ҙур иғтибар бүлгән. Миҫал итеп ҡаштарҙы алайыҡ. Улар борондан уҡ гүзәллектең мөһим бер өлөшө һаналып, үҙ иленә... Тотош уҡырға
Организмға етди иғтибарОрганизмға етди иғтибар
Һуңғы ваҡытта сәләмәт тормош алып барыу модаға инде. Был йәһәттән һаулығын ҡайғыртыусылар ваҡыты-ваҡыты менән организмды шлактарҙан, токсиндарҙан... Тотош уҡырға
Бәләкәй бөжәктән ҙур бәләБәләкәй бөжәктән ҙур бәлә
Бар тәбиғәт уянып, япраҡ ярған, сәскә атҡан мәл етте. Ҡышҡы һыуыҡтарҙан арыған күңел тәбиғәткә, саф һауаға ынтыла. Үҫемлектәр менән бергә башҡа... Тотош уҡырға
«Сихут» сире«Сихут» сире
Туберкулез - борондан килгән ауырыу. Быны археологик ҡаҙылмалар һәм яҙма документтар дәлилләй. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем көн иткән, табылған ун... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.