» » Агроконференция үтте

Агроконференция үтте13.04.2015

Һәр йылдағыса, баҫыу эштәренә ныҡлап тотонор алдынан район агрономдар конференцияһы уҙғарылды.
Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан Шәһәретдинов былтырғы һөҙөмтәләрҙе барланы һәм быйылғы сәсеү кампанияһы бурыстары тураһында бәйән итте. Иœ мөһиме - төрлө сәбәптәр менән хәлдәр Ғатмарланһа ла, сәсеү майҙандарын былтырғы кимәлдән кәметмәү маҡсат итеп ҡуйыла. Әлегә минераль ашлама ла бик аҙ тупланған (тәьҫир итеүсе матдәлә 20 тонна), орлоҡ та талап ителгәндеœ 84 проценты ғына әҙер (һәммәһе 2912 т кәрәк). Техниканыœ иœ юғары әҙерлеге «Байрамғол» агрофирмаһы һәм «Юлдаш» йәмғиәт-тәрендә - 90 процент тирәһе. Баш агроном дәүләттеœ ауыл хужалығына ярҙам итеү ысул-алымдары тураһында ла аœлатмалар бирҙе.

«Урал аръяғы - Агро» МТС-ы дәүләт предприятиеһы райо-ныбыҙҙа баҫыусылыҒ менән шөғөлләнгән иœ ҙур структураға әйләнде - быйыл 3,9 меœ гектар тирәһе майҙанда сәсеү үткәрәсәктәр. Яңыраҡ ошо вазифаға тәғәйенләнгән предприятиеның генераль директоры Флүр Сәмиғуллин, башҡа хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн дә көс ҡала, хаҡтар исем өсөн генә артты, иң мөһиме - заявкаларҙы һуңлатмай биреү, тип белдерҙе.
Аграр университет профессоры Зинфир Әйүпов агротехника алымдары тураһында доклад яһауҙан тыш, яңы культуралар үҫтереү тураһында ла кәңәш бирҙе. Шул иҫәптән, майлы шипкән (рыжик масличный) көнбағышты тулыһынса алмаштырырға тейеш, тигән фекерҙә. Шулай уҡ «Россельхозцентр» учреждениеһының начальник урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов, Башҡорт ауыл хужалығы ғилми-тикшереү институты хеҙмәткәре Радик Иҙрисовтар сығыш яһанылар.
Ишембай агрохимия хеҙмәте станцияһының мониторинг бүлеге начальнигы Карам Ғәлиәкбәровтың сығышынан мәғлүм булыуынса, былтыр баҫыуҙарыбыҙҙа күләмле тикшереүҙәр үтеп, һөҙөмтәләр әҙер булған. Радиация фоны ҡайҙа ла норма сиктәрендә, пестицид ҡалдыҡтары ла асыҡланмай, ә бына тупраҡтың уңдырышлылығы йылдың йылы кәмей бара. Һуңғы дәүерҙә районда ла, тотош Башҡортостанда ла минераль ашлама менән индерелгәнгә ҡарағанда уңыш менән 6 тапҡыр күберәк(!) матдәләр алына бара бит… Был афәттән ҡотолоу юлдары мәғлүм, минераль ашламаға аҡса юҡ икән, исмаһам, органик ашламаны күберәк индереү, ҡуҙаҡлы культураларҙы күберәк сәсеү, ерҙәрҙе эзбизләү һәм башҡа.
… «китап ғилеменә» ҡарағанда ғәмәли тәжрибә, әлбиттә, фәһемлерәк. Шуға ла яуаплылығы сикләнгән «Юлдаш» йәмғиәте директоры Ғәли Сибәғәтуллиндың сығышын тыңлау айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Йәмғиәт ойошторолоуға теүәл 10 йыл үтте, ошо арала үҙен танытты бит инде. Бына, мәҫәлән, баҫыусылыҡ өсөн үтә насар былтырғы йыл иген уңдырышлығы гектарына 16 центнер тәшкил итте (уртаса район күрһәткесе - 12 ц, бәғзе хужалыҡтарҙа 6-8 центнер ҙа булды). Быйыл да, районда беренсе булып тотоноп, ужым арышы сәсеүлектәрен өҫтәмә туҡландырыуҙы тамамланылар ҙа инде.
Хужалыҡ йылҡысылыҡҡа (600-800 баш), умартасылыҡҡа (170 тирәһе күс) һәм баҫыусылыҡҡа махсуслаша. Бер бөтөн комплекс пәйҙә булған. Мәҫәлән, ужым арышы сәскәндә иген алыу ғына түгел, сәсеүлектә көҙгө мәлдә йылҡы көтөү ҙә күҙ уңында тотола. Бал ҡорттарын уйлап, сәсеү әйләнешенә баллы үҫемлектәр индерелә һәм башҡа. Ғәли Шәүкәт улының сығышын түбәндәге тезистарға йомғаҡларға мөмкиндер:
- һәр баҫыуҙа үҙенең агротехникаһы булырға тейеш. Уйһыу йә күтәренке урында урынлашыуы, тупраҡ составы, йыл нисек килеүе, быға тиклем ниндәй культура сәселгән булған һәм ниндәйе сәселәсәк - быларҙың барыһын да күҙ уңында тотоу зарур. Бер ҡалып менән эш итеү яҡшы һөҙөмтә бирмәй;
- ҡуҙаҡлы культуралар, айырыуса ҡандала үләне (донник) менән шөғөлләнеү үҙен-үҙе артығы менән аҡлай - башҡаһынан тыш, ерҙең уңдырышлығын һиҙелерлек дәрәжәлә күтәрә;
-ерҙе минималь эшкәртеү алымын төрлөсә һынап ҡарап та, беҙҙең шарттарҙа иң ышаныслыһы - классик юл икәнлегенә тамам төшөндөк;
- баҫыуҙарҙы эзбизләү мәсьәләһендә дәүләт етдирәк кимәлдә ярҙам итһен ине. Бөгөнгө көндә ҡайҙан эзбиз килтереү һорауы хәл ителмәгән, компенсация аҡсаһы ла ныҡ һуңлатып түләнә;
- районда, исмаһам, бер орлоҡсолоҡҡа махсуслашҡан хужалыҡ булырға тейеш;
- дәүләттең ауыл хужалығына ярҙам итеү алымдарын ябайлаштырырға һәм аныҡларға кәрәк, юғиһә, ҡайһы осраҡта артынан йөрөйһөң, йөрөйһөң дә, ҡул һелтәйһең. Мәҫәлән, сәскес алырға булғайныҡ, субсидия, ниңәлер, яңы сәскестәргә түләнмәүе, тик ҡайтанан реставрацияланған дарына ғына бирелеүе асыҡланды;
-йылдың нисек килерен бер кем дә алдан әйтә алмаҫ. Ошо аксиомаға (иҫбатлауҙы талап итмәгән хәҡиҡәт) таянырға кәрәктер - Учалы шарттарында ни тиклем иртәрәк сәсәһең, шул тиклем яҡшыраҡ.
Йомғаҡлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, ауыл хужалығы мәсьәләләре урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренә тура инде-релмәһә лә, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, бөтә мөмкинлектәрҙе ҡарап эш итергә кәрәк, сәсеү - тотош йыл һөҙөмтәләренә тәьҫир иткән кампания, тип уңыштар теләне.
Илфат ЯНБАЕВ.
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»
27 ғинуарҙа Өф өлә БР Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте... Тотош уҡырға
«…теләгән әмәл эҙләй»«…теләгән әмәл эҙләй»
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Әғләм улы... Тотош уҡырға
Бурыстар билдәләндеБурыстар билдәләнде
Уҙған аҙнала төбәгебеҙгә эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев килеп ҡайтты. Уны ауыл хужалығы министры... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға
Еңел генә үтмәҫ…Еңел генә үтмәҫ…
Район хакимиәтендә агрономдар конференцияһы үтте. Яҙғы сәсеүҙе үткәрәсәк крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереүсе... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.