» » .. санаңды йәй әҙерлә

.. санаңды йәй әҙерлә07.07.2015

.. санаңды йәй әҙерләЙәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль күрһәткесенән түбәнәйгәс тә, кешеләрҙе йылылыҡ, уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡта булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү шарт. Ошоға бәйле район хакимиәтендә Урал аръяғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының 2015-2016 йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгеленә әҙерлеге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса зональ кәңәшмә уҙҙы.
Унда БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫарҙары Альфред Зиннәтуллин һәм Дмитрий Масютин, коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, тармаҡ ойошмалары етәкселәре, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет райондарының, Сибай, Межгорье ҡала биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бүлек етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә район-ҡалаларҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, ресурс һәм хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр кимәле, Ростехнадзор идаралығы тарафынан быға тиклем асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәре ҡаралды.
Ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев кәңәшмәне асты. Ул ҡунаҡтарҙы райондың йәшәйеше, шул иҫәптән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо менән таныштырҙы.
Районыбыҙ биләгән майҙан буйынса республикала дүртенсе урында тора. Иҡтисад, башлыса, сәнәғәт комплексына нигеҙләнә. Торлаҡ-коммуналь өлкәһе үҙ эсенә 18 предприятиены ала. Уларҙың өсөһө - идара итеүсе компания, 8-е - ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, 7 предприятие - күп фатирлы йорттарҙың техник төҙөклөгө өсөн яуап биреүселәр. Был өлкәлә бер меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә. Торлаҡ фонды - 850 мең квадрат метр, бөтәһе районда 243 күп фатирлы йорт иҫәпләнә.
Фәрит Фәтих улы билдәләүенсә, төп проблемаларҙың береһе - ул торлаҡ фондының иҫкереүе. Йорттар, һыу, йылытыу селтәрҙәре яңыртыуҙы талап итә. Шулай ҙа был йәһәттән байтаҡ эштәр атҡарыла. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы сиктәрендә 2011-2014 йылдар арауығында ҡалабыҙҙа 37 йорт төҙөкләндерелгән. Бы-йыл иһә, улар һаны 18. Шулай уҡ, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре, канализация ла өлөшләтә яңыртыла.
Ҡаланың, күп фатирлы йорттарҙың республика, Рәсәй кимәлендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашып яулаған еңеүҙәре лә билдәләнеп үтте. Был йәһәттән Фәрит Фәтих улы йорт буйынса яуаплыларҙың атҡарған хеҙмәттәрен юғары баһаланы.
Артабан һүҙҙе ¤фө ҡунаҡтары дауам итте. Торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәт һаҡлау бүлеге начальнигы Николай Мартынов күп фатирлы йорттарҙа уртаҡ милекте капиталь ремонтлау мәсьәләһенә туҡталды. Капиталь ремонт буйынса республиканың ҡыҫҡа ваҡытлы планын реализациялауға бөтәһе 2,7 млрд һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Быйылғы йылда респуб-лика буйынса 3,8 млн кв.м. майҙанындағы 948 йорт төҙөкләндереләсәк. Торлаҡ хужалары иҫәбенән 814 өйҙә капиталь ремонт үтәсәк. Был маҡсатта 2,3 миллиард һум сарыф итеү күҙаллана. Николай Валентинович халыҡтан капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йыйыуҙың һүлпән барыуын билдәләне. Республика буйынса уртаса күрһәткес - 62 процент. Сығыш яһаусы Учалы районын маҡтап телгә алды: Урал аръяғы райондары араһынан Учалыла ғына был күрһәткес республиканыҡынан юғарыраҡ - 70 процент.
«БР төбәк операторы» коммерцияға ҡарамаған ойошма-фондының (НОФ) генераль директоры Борис Герасимов капиталь ремонт өсөн түләүҙең яңы тәртибе отошло булыуын билдәләне. Йыйылған аҡса бер урынға туплана, уларҙы нисек эффектлыраҡ файҙаланыу алдан уҡ билдәләнә, ремонттың сифатлы атҡарылыуы төп талап итеп ҡуйыла. Төҙөкләндереләсәк йорттар һаны, ремонт атҡарыуҙың ваҡыты күпме аҡса йыйылыуға туранан-тура бәйле булыуы айырым билдәләнде. Шулай уҡ, бер район халҡынан тупланған аҡсаның икенсе район-ҡала йорттарын ремонтлауға тотонола алмауына баҫым яһалды.
Республика ҡала-райондарының ҡыш миҙгеленә әҙерлеген тикшереү һөҙөмтәләре менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының техник үҫеш һәм энергияны һаҡлау бүлеге начальнигы Юрий Палтусов таныштырҙы. Ул үткән миҙгелдә Ростехнадзор бүлеге тарафынан райондарҙа билдәләнгән етешһеҙлектәр, уларҙың ҡайһылары әле һаман бөтөрөлмәүенә баҫым яһаны. Ваҡыт һанаулы, ә башҡараһы эштәр күп - һуҙып йөрөргә ярамай. Дөйөм алғанда, республика буйынса ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек билдәләнгән графикка ярашлы бара. Район-ҡалаларҙағы был эш контроль аҫтында. Республика буйынса йылылыҡ селтәрҙәренең иҫкереүе - 48, һыу үткәргестәрҙең - 76, канализацияныҡы 67 процентты тәшкил итә. 15 сентябргә тиклем әҙерлек паспортын алыуға өлгәшеү өсөн Юрий Палтусов район вәкилдәрен төҙөкләндереү эштәрен әүҙемләштереүгә саҡырҙы.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы системаһының тотороҡло эшләүенә хеҙмәттәр һәм ресурстар менән ҡулланыусыларҙың йыйылған байтаҡ бурыстары ҡамасаулауы мөмкин. Атап әйткәндә, район-ҡалаларҙың файҙаланған газ өсөн бурысы ҙур булыуы билдәләнде. Урындағылар дәүләттән ярҙам көтмәй, мәсьәләне үҙ аллы хәл итеүгә ынтылырға тейеш, тине сығыш яһаусы. Бының өсөн баҫмалар, телевидение аша, төрлө йыйылыштар ойоштороп халыҡ менән дә әүҙем аңлатыу эше алып барыу кәрәк.
Урал аръяғы район-ҡала вәкилдәре, үҙ сиратында, күп фатирлы йорттарҙың хәл торошо, ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәренең ниндәй кимәлдә булыуы, ресурстар һәм хеҙмәт өсөн бурыстар буйынса отчет бирҙе. Шулай уҡ, йорттарға электрон паспорттар тултырыу, муниципаль милектәге коммуналь инфраструктура объекттарына дәүләт регистрацияһын уҙғарыу, урындарҙа йәмәғәт контроле үҙәктәрен булдырыу һорауҙары ҡаралды.
Кәңәшмә һуңында ҡунаҡтар өсөн ҡала буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Ҡатнашыусылар ҡаланың яңы төҙөлгән 8-се микрорайонындағы ҡаҙанлыҡты ҡараны. Заманса технологик объект энергияны аҙ сарыф итеүҙең талаптарына тулыһынса яуап бирә. Сәғәтенә 4,88 Гкал ҡеүәте менән эшләгән һыу йылытыусы газ ҡаҙанлығы яңы һәм киләсәктә төҙөләсәк микрорайон биналарын йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк. Уны төҙөү өсөн 23 миллион ашыу аҡса сарыф ителгән. Финанс сығанағы - республика бюджетынан.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Капремонт»  хаҡында алты һорау«Капремонт» хаҡында алты һорау
Ҡалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа хосусилаштырылған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән хәҙер, мәғлүм булыуынса, закон нигеҙендә 2014 йылдың... Тотош уҡырға
Түләүҙәр мәжбүри буласаҡТүләүҙәр мәжбүри буласаҡ
Быйыл октябрҙән күп фатирлы йорттарҙағы капиталь ремонт өсөн түләү яңы тәртиптә башҡарыласаҡ. Элек түләү һәм күпме түләү мәсьәләһен милекселәр... Тотош уҡырға
Байрам күңелле үттеБайрам күңелле үтте
Быйыл Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүгә 24 йыл тулды. Халҡыбыҙҙың төп байрамы - Республика көнөн... Тотош уҡырға
Уяу булайыҡУяу булайыҡ
Тормошобоҙҙа бар уңайлыҡтар булдырылған. Йорттарҙа йылы, крандан таҙа эҫе һәм һалҡын һыу ағып тора. Кәрәк икән, тәнде иҙрәтерлек йылы һыу тултырылған... Тотош уҡырға
Оҫталарҙан оҫтараҡОҫталарҙан оҫтараҡ
21 август Учалы ҡалаҺында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәрендә иң яҡшы» зона конкурсы үтте. Әбйәлил, Белорет райондары, Сибай Һәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.