» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?14.07.2015

  Был донъяла ниҙәр бар?- Республикала сүп-сар полигондары етешмәй, проблема бик киҫкен тора. Районығыҙҙа 2008 йылдан эшләй башлаған объекттың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарына тура килмәүе үкенес. Үлсәү контроле, сүпте эшкәртеү линияһы юҡ. Ҡуртымға алыусы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эшләргә бурыслы. Заманса технологияларҙы ҡулланыу иң отошло вариант. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, икенсел сеймал сифатында ҡулланыу. Тәбиғәтебеҙ бик үҙенсәлекле һәм гүзәл. Уны һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы. Экология мәсьәләһендә киләсәк заман юҡ. Уны бөгөн ҡайғыртырға кәрәк, - тине Илдар Һаҙыев.

Шаулап-гөрләп баш ҡалабыҙҙа БРИКС һәм ШОС саммиттары үтеп китте. Шөкөр. Был хаҡта айырым материал баҫылыр. Ә әлегә, рустарҙың йәмһеҙ яңғыраһа ла, бик тапҡыр әйтемен иҫкә алырға тура килә - «Сусҡа ҡайҙа ла бысраҡ табыр». Ниңә тигәндә, саммит алдынан республикабыҙ дошмандары, Башҡортостан ошондай дәрәжәле халыҡ-ара йыйын үткәрергә бөтөнләй әҙер түгел, тип саң ҡаҡтылар, дәлилдәре лә бар кеүек ине… Һүҙҙәре раҫ булманы - саммиттар бик юғары ойоштороу кимәлендә үтте. Юҡҡамы ни, сараға йомғаҡ яһап, пресс-конференция үткәргәндә РФ Президенты Владимир Путин республикабыҙ етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

Тауыҡ төшөнә тары керә, тигәндәре шул булалыр инде - Украинаның Милли именлек советы секретары Александр Турчинов, Рәсәй Ҡырымды 100 миллиард долларға һатып алырға булып китһә, баш тартасаҡбыҙ, тип рәсми белдереү яһаны. Ҡырым былай ҙа, бушлайға һәм унда йәшәгән халыҡтың берҙәм теләге буйынса, Рәсәй составында бит инде! Ә, ысынлап та, аҡса тәҡдим ителһә, күрше ил сәйәсмәндәре Ҡырым ғына түгел, Львов менән Киевты ла Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшө тип танырҙар ине, буғай.

Нефть һәм газ менән шөғөлләнгән «Укрнафта» компанияһының башлығын яңыртыу тураһында һүҙ сыҡты. Хәйерселеккә төшкән илдә лә был вазифа сереп байырға форсат бирә. Шуға ла, Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдарынан Лондонда ҡасып ятҡан элекке олигарх Е. Чичиваркин, был вазифаны биләү өсөн талап ителһә, гражданлыҡ ҡына түгел, дин һәм енесемде үҙгәртергә лә әҙермен, тип үҙен тәҡдим итте. Кандидатураһы хупланманы. Әлегә ир шәрәмәте һәм христиан булып ҡала инде…

Хоҙай юҡҡа ғына әҙәм балаһына аҡыл бирмәгән инде, яҡшы ғәмәл башҡарғанда ла уйлап тотонорға кәрәк. Рамаҙан айында Бангладештың Мименсингх ҡалаһында бер завод етәкселеге хәйерселәргә бушлай кейем-һалым таратыу тураһында иғлан итә. Тейешле ойоштороу сараларын хәстәрләмәйҙәр, мәхшәр ҡуба, 2-3 тиҫтә ас-яланғас кеше тапалып үлә.

Заман капитализмының ысын йөҙө шул инде - ярлы илдәрҙә бәғзе кешеләр тән ағзаларын һатып ғаилә аҫрарға мәжбүр. Непалда Хоксе ултырағы «бөйөр ауылы» исемен йөрөткән була: урындағы кешеләрҙең байтаҡ өлөшө бер бөйөрҙәрен һатып (беҙҙең аҡсаға яҡынса 100 мең һумға), шул аҡсаға торлаҡ төҙөгән була. Ә быйыл ер тетрәп, ауыл тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡты. өй ҙә юҡ, бөйөр ҙә юҡ.

Испанияла 54 йәшлек Мария Дюран 5 йыл элек урындағы нотариус аша Ҡояшты үҙ милке итеп яҙҙырған була. Ҡояштағы участкалар менән сауҙа итеп, ярайһы аҡса эшләп ала. Ошо арала интернет-аукцион етәкселеге был тоҙһоҙ ғәмәлгә кәртә ҡуйҙы. М.Дюран хәҙер уларҙың үҙҙәрен судҡа бирҙе, компенсация талап итә. Әйткәндәй, бик осһоҙға һатҡан була - бушлайға яҡтылыҡ һәм йылы өләшеүсе йыһан есеменең бер квадрат метры 60 һум тирәһендә баһалана. «Елдән байыу» тигәнде алдан да ишетһәк, хәҙер тура мәғәнәлә Ҡояштан байығырға ынтылыусылар ҙа табылды.

Ҡытай ғалимдары асыш яһаны - берәйһе яҡшы музыка аҫтында йоҡлай икән, холҡо ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Саманан тыш аҡыллы хәбәр һөйләп йөҙәткән ҡатындарҙы һәм негрҙарҙы йәндәре һөймәгән кешеләрҙе төркөмдәргә туплап, эксперименттар үткәрелә. Барыһы ла һиҙелерлек дәрәжәлә сабыр күңеллерәк, мәрхәмәтлерәк булып уяна, ти. Шуныһы бар инде - эффект 7 көндән һуң юғала, холоҡ йәнә насарая. Ниндәй көй уйнатылыуы ла үтә мөһимдер, күршең төнөн магнитофон аҡырта башлаһа, ыңғай яҡҡа үҙгәреү түгел, йыға һуғаһы килә торған бит.

Инглиз медиктары теүәл асыҡланы - йәйге селләлә күптәр ныҡ һимерә башлай икән. Сәбәбе ябай, тирләп-бешеү арҡаһында организмға һыу етмәй ҙә, матдәләр әйләнеше насарая. Шуға ла, һыуһағанды көтмәйенсә ваҡ порциялар менән йыш һәм даими һыу эсергә тәҡдим итәләр.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донғяла ниҙәр бар?Был донғяла ниҙәр бар?
әлегә рәсми рәүештә белдермәһә лә, немец гәзиттәре хәбәр итеүенсә, ФРГ канцлеры Ангела Меркель 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадында ҡатнашыуҙан баш... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Аҙағы хәйерле булһын инде, донъяла йәнә дары еҫе аңҡый башланы, буғай. АҠШ оборона министрының 1-се урынбаҫары Роберт Уорк НАТО ағзаларына... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* АҠШ ныҡ енләнһә лә, В.В.Путиндың Һиндостанға визиты көтөлгәндән дә һөҙөмтәлерәк килеп сыҡты. Төҙөлгән контракттарға ярашлы, 10 йыл дауамында 10 млн... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Президент В.В. Путин Рәсәй Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә яһағанда, Көнбайыш илдәре сәйәсәтенә ҡарата ҡаты тәнҡит ишеттерҙе. «…Рәсәй көслө һәм... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Донъялар имен торһа, быйыл декабрҙә Ҡытай менән Рәсәй планета кимәлендәге әһәмиәтле проектҡа тотонорға йыйыналар. Әлегә тиклем Тымыҡ һәм Атлантика... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.