» » Теүәл һәм йыйнаҡ булырға кәрәк

Теүәл һәм йыйнаҡ булырға кәрәк22.07.2015

Күп кеше хәтерләйҙер, заманында «прописка» тигән тµшµнсә була торғайны. Уның урынына «Граждандарҙың күсеп йµрµү, даими тороу һәм йәшәү урындарын һайлау иреклеге тураһында» федераль закон даими тороу һәм йәшәү урыны буйынса теркәлеү (регистрация) алымын ғәмәлгә индерҙе. Был шартты үтәү бµтә Рәсәй граждандарынан талап ителә. Кешеләрҙең теркәлеү һәм күсеп йµрµүҙәренә бәйле һорауҙар менән федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Учалы бүлеге начальнигы Радик Юнысовҡа мµрәжәғәт иттек.
-Радик Хәҙис улы, беҙҙең тµбәктә миграция ҡануниәтен боҙоу осраҡтарының ниндәй тµрҙәре күберәк асыҡлана?
- 20 һәм 45 йәш тулғас йә никахлашып фамилия алмаштырғас, 30 тәүлек эсендә кеше паспортын яңыртырға тейеш. Ошо дәүерҙән һуң ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Закон менән ҡаралмаған яҙыуҙар яҙылған осраҡта ла тµп документ булыуҙан туҡтай. Хәтерҙә, бер ир паспортына авторучка менән танышының телефон номерын яҙған ине. Әлбиттә, ундай паспорт менән эш итеп булмай, берҙән-бер сара - яңыртыу. Паспортты юғалтып, яңыһын алыуҙы үҙ ваҡытында хәстәрләмәгән осраҡтар ҙа бар. Бер ҡатын, 1995 йылда паспортым юғалғайны, тип килде. Ғәжәп, нисектер 20 йыл «ер менән күк араһында эленеп» тора алған! Бәғзе граждандар даими тороу йә йәшәү урыны буйынса теркәлмәйҙәр. Төп өлөштә - республиканың башҡа райондарынан һәм илдең башҡа төбәктәренән килеүселәр. Ундайҙар һаны 300 кешегә тиклем етә тип төҫмөрләргә мөмкин. Асыҡлана баралар, аңлатыу эше үткәрелә, барыбер теркәлергә тура килә. Ә киреләнгәндәр 19.15.1-се статья буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылалар.
- Ҡайҙалыр бараһың икән, күпме ваҡыт теркәлмәҫкә мөмкин?
- 7 тәүлек. «Ҡунаҡлау» ошонан арта икән, 2-3 мең һум штраф һалыныуы ихтимал. Шундай уҡ штраф, РФ гражданы теркәлмәйенсә йәшәгән торлаҡ хужаһына һалыныуы ла мөмкин. Аңлатма бирергә кәрәктер - граждан ниндәйҙер РФ субъектында теркәлгән булып, шул уҡ субъекттың икенсе ултырағында теркәлмәйенсә йәшәй йә даими тора икән, үрҙә телгә алған административ яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Мәҫәлән, Башҡортостандың берәй икенсе районында теркәлеп, беҙҙә теркәлмәйенсә йәшәгәндәрҙе язаға тарттырып булмай. Шулай уҡ 2014 йылдың ғинуарында РФ Хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, ир йә ҡатынының, балаларының, олатай-өләсәйҙәренең, башҡа яҡын туғандарының торлағында теркәлмәйенсә йәшәгән граждандар штрафтан азат ителә. Шулай ҙа, барыһы ла закон талап иткәнсә даими йә ваҡытлыса теркәлһәләр, үҙҙәренә лә тынысыраҡ булыр ине.
- Штраф юҡ икән, ундайҙарҙың теркәлергә ни мохтаждары ҡала һуң? Ғөмүмән, Конституцияның 27-се статьяһы менән РФ граждандарының илебеҙ буйынса ирекле рәүештә күсеп йөрөү хоҡуғы гарантияланмағанмы ни?
- Был хоҡуҡҡа бер кем дә хыянат итмәй. Тик бына, исмаһам, ваҡытлыса теркәлмәгән граждандар үҙҙәрен-үҙҙәре өҫтәлмә мәшәҡәттәргә дусар итә бит. Мәҫәлән, ашығыс медицина йә социаль ярҙам кәрәк булһа, был процесс күпкә оҙағыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ барасаҡ. Автомобилде иҫәпкә ҡуйыу, имтихан тапшырыу, банктан кредит алыу, эшкә урынлашыу һәм башҡа күп - быларҙы башҡарыу өсөн мотлаҡ теркәлеү талап ителә.
- Граждандың үҙенең файҙаһына булғас, ниңә ҡайһы-бер кешеләр теркәлеүҙән ситләшә?
- Ғәҙәттә ваҡытты үткәреп ебәрәләр ҙә, аҙағынан штраф һалыныр, тип ҡурҡалар. Күпселек осраҡта был ысынбарлыҡтағы хәлдәрҙе белмәүҙән килә. Штраф һалыуҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ бит, кешенең хәленә инергә тырышабыҙ, ә иртәме-һуңмы, барыбер теркәлергә тура киләсәк. Әйткәндәй, кемделер теркәү өсөн торлаҡ хужаһының закон менән ҡаралған бөтә документтары булырға тейеш.
- Кемдер районыбыҙға Башҡортостандың икенсе районынан ниндәйҙер сәбәп менән оҙаҡ ваҡытҡа килгән икән, теркәүҙән төшөү өсөн элек йәшәгән урынына кире ҡайтып йөрөү ҙә мәшәҡәт булып күренәлер инде?
- Юҡ, быныһы анһат хәл ителә. Талап ителгән документтары булған торлаҡ хужаһы ситтән килгән гражданды үҙендә теркәтергә риза икән, был гражданға беҙҙең миграция хеҙмәте бүлегенә килеү ҙә етә. Ғариза яҙҙырып, элекке теркәлеү урынынан төшөрөүҙе үҙебеҙ хәстәрләйәсәкбеҙ.
Бер һүҙ менән, барыбыҙға ла паспорт режимы, даими тороу һәм йәшәү урыны буйынса теркәлеү тәртибен күҙәткәндә, торлаҡ милеклеге мәсьәләләрендә теүәл һәм йыйнаҡ булырға кәрәк. ‡ҙ ваҡытында хәл ителә барһа - анһат эш, өҙлөкһә - һис юҡ урында күп көс, ваҡыт һәм аҡса талап итеүе бар.
Беҙҙең хәбәрсе.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Өлгөрөп ҡалығыҙ !Өлгөрөп ҡалығыҙ !
«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон ( №46-ФЗ, 08.03.2015 йыл) көсөнә инде. Элек... Тотош уҡырға
Ике тапҡыр артаИке тапҡыр арта
Урамда иҫерек йөрөү, ваҡ хулиганлыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу - былар барыһы ла административ хоҡуҡ боҙоуҙар. Штраф һалына. Ваҡытында (60 көн... Тотош уҡырға
Яңы закон буйынсаЯңы закон буйынса
Башта гәзит уҡыусыларға тура ҡағылған яңылыҡты бәйән итәбеҙ, юғиһә таба алмай йөрөүселәр, хатта, редакция бинаһына килеп эҙләй торған. 26 ғинуарҙан... Тотош уҡырға
«Һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ»«Һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ»
Украинаның көньяҡ-көнсығышында барған хәрби бәрелештәр хаҡында телевидение, гәзит-журналдар аша ишетеп беләбеҙ. Үҙенең, яҡындарының, ғаиләһенең... Тотош уҡырға
Штрафтар арттыШтрафтар артты
Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.