» » Хоҡуҡ түгел, бурыс!

Хоҡуҡ түгел, бурыс!28.07.2015

24 июль көнө район хакимиәтендә урындағы бюджет потенциалын арттырыу һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса комиссияларҙыœ берлектәге ултырышы үтте. Бер ай самаһы элек урындағы ҡаҙнаны тулыландырырға тәғәйен һалымдар 14134,1 мең һум түләп еткерелмәгәйне. Ошондай комиссиялар эшмәкәрлегенең эффекты бар - бынан алдағы һуңғы ултырыштан һуң 997 мең һум бурыс ҡайтарылған да инде.
Был тапҡырҙа ла һалым, аренда түләүе, страховка иғәнәләре буйынса бурыслы физик һәм юридик берәмектәр саҡырылды.

Комиссия ағзалары иҡтисад субъекттары етәкселәренең аңлатмаларын тыңланылар, бурыстарҙы ҡаплауҙың конкрет сроктарын билдәләнеләр. Тыңлай башлаһаң, яуап тотоусыларҙың ихтирам итерлек сәбәптәре юҡ түгел һымаҡ. Мәҫәлән, бер крәҫтиән-фермер хужалығы төп эшмәкәрлекте юғары кимәлдә алып бара, күп булмаһа ла, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләй. ªммә мәгәр былтырҙан страховка иғәнәләрен һәм физик шәхестәрҙең килеменән һалым күсермәй. Финанс ҡайтышлыҡтың сәбәбен былай тип аңлатты: әлеге мәл бар ресурстарҙы мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткәнмен,
һөт һатыуҙан килгән аҡса яғыулыҡ-майлау материалдары алыуға саҡ-саҡ етә. Күпме генә тырышһаң да, бер ҙә аҡсаға янсып китеп булмай. ¤ҫтәүенә, ауыл хужалығы продукцияһы етештергән өсөн тейеш булған 300 мең һум тирәһе дәүләт ярҙамы аҡсаһы килеп етмәгән. Ә ҡалалағы бер ювелир фирма вәкиле, сауҙа ныҡ һүрелде, эштәр былай барһа, бөтөнләй ябылырға ла тура килер, тип бәлә һалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә ғәжәпләндерҙе - ҡиммәтле алтын биҙәүестәр менән эш иткән һатыусыларҙың эш хаҡы айына ни бары 6,5 мең һум, ти. Эйе, районда ғына түгел, илдә һәм донъяла иҡтисади-финанс хәл ҡатмарлаша бара. Тик бына, төптән ҡараһаң, бар көрсөктәр кемдәрҙеңдер үҙ йөкләмәләрен үтәмәүҙән башлана ла бит инде. Ултырышты алып барған район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡаты һәм аныҡ талаптар ҡуйҙы:
- Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бер кем дә мәжбүр ителмәй. Уңышҡа иҫәп менән тотоналар икән, закон менән ҡаралған бөтә йөкләмәләрҙе лә үҙ өҫтәренә алалар. Һалым түләү хоҡуҡ түгел, бурыс! Башҡа мөһимерәк эштәр бар тип, бар халыҡтың көнитмеше өсөн кәрәкле учреждениелар эшмәкәрлектәрен туҡтатмай бит. Урындағы бюджет урындағы мәнфәғәттәргә йүнәлтелеүе тураһында хәтерҙә тотоғоҙ.
Эйе, барыбыҙ ҙа юҡлыҡҡа һылтана башлаһаҡ, тормош бөтөнләй туҡтап ҡалыр. Шуға ла киреләнгәндәргә ҡарата һалым һәм иғәнәләрҙе мәжбүри түләтеү саралары ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың яңыраҡ үткән «Баҫыу көнө - 2015» семинарындағы сығышын телгә алды - киләһе йылдан яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән ауыл хужалығы предприятиеларына ғына ярҙам күрһәтеләсәк, аҡсаны «ергә күмеүселәр» ҡоро ҡаласаҡ. Юғиһә, дәүләт ярҙамы беҙҙәгенән аҙыраҡ күрһәтелеп тә, юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшкән төбәктәр бар икән. Район хакимиәте башлығы, яҡшы һөҙөмтә - продукция күләме һәм үҙҡиммәте генә түгел, шул иҫәптән рәсмиләштерелгән эш урындары булдырыу һәм закон менән ҡаралған һалым-иғәнәләрҙе үҙ ваҡытында тулы күләмдә түләү, тип иҫкәртте. Бына шулай, образлы әйткәндә, 1 тин йәлләп, 1 тәңкәнән ҡолаҡ ҡағыу булмаҫтай хәл түгелдер. Ә һалымды, иртәме-һуңмы, бары түләргә тура киләсәк.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Батрак» булма!«Батрак» булма!
Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллек - хеҙмәт килешеүе төҙөмәй... Тотош уҡырға
Килешеү үтәлеше тикшерелдеКилешеү үтәлеше тикшерелде
31 март социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссияның ултырышы үтте. Урындағы профсоюз, эш биреүселәр берекмәһе һәм... Тотош уҡырға
Ыңғай динамика күҙәтеләЫңғай динамика күҙәтелә
2014 йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, 26 февраль Учалы муниципаль районы Советының 30-сы ултырышы үткәрелде. Беренсе булып район Советы рәйесе Дамир... Тотош уҡырға
Бурыстан нисек ҡотолорға?Бурыстан нисек ҡотолорға?
Район хакимиәтендә «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Учалы МТС-ы»-ның бөгөнгө хәле тураһында кәңәшмә үтте. Әлеге ваҡытта ике предприятие... Тотош уҡырға
Иҫәпкә бар, һанға юҡИҫәпкә бар, һанға юҡ
20-се район-ара һалым инспекцияһы еңел автомобилдәрҙә һәм маршрут таксиһында пассажирҙарҙы йөрөтөүсе эшҡыуар һәм юридик берәмектәрҙе тикшерә. ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.