» » Халыҡ мәнфәғәтендә

Халыҡ мәнфәғәтендә16.10.2015

7 октябрҙә Учалы ҡалаһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды, ҡыҫҡартылған рәүештә МФЦ тип атала. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, Өфөләге МФЦ-ларҙың үҙәк офисы управляющийы урынбаҫары Ренат Садков, Белорет филиалы управляющийы Анастасия Миронова һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
МФЦ системаһы - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы бойомға ашырған иң социаль әһәмиәтле проекттарҙың береһе, сөнки бар халыҡҡа хеҙмәт итәсәк.
Ябай ғына әйткәндә, заман мәғлүмәт һәм элемтә сараларын ҡулланып, МФЦ граждандарға төрлө документтар әҙеләү, белешмәләр алыу эшен апаруҡ еңеләйтә. «Берҙәм тәҙрә» алымы ҡулланыла бит - граждандар үҙҙәре инстанциянан инстанцияға йүгереп йөрөмәй, бер урынға ғына мөрәжәғәт итәләр. Офиста 10 ҡабул итеү тәҙрәһе ҡаралған. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эш итеү өсөн дә шарттар булдырылған.

Бында, мәҫәлән, сит ил паспорты алырға, милеккә хоҡуҡтарҙы теркәргә, әсәлек капиталы бу-йынса документация тултыртырға, ИНН, СНИЛС карточкалары әҙерләтергә һәм башҡа күп эш атҡарырға мөмкин.
Кеше залға инеү менән администраторҙар ҡаршы ала һәм талап ителгән белгескә йүнәлтә. Беҙҙең МФЦ офисында һәммәһе 177 төр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүе башҡарыласаҡ.
Учалы ҡалаһындағы МФЦ филиалы директоры - Фәһим Фәтҡуллин. Эшмәкәрлек район халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, был маҡсатҡа ирешеү өсөн тырышасаҡбыҙ, тип белдерҙе.
-‡ҙәк асыу - районыбыҙҙың комплекслы үҫешенең бер алымы, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, - башҡа ыңғай яҡтары тураһында ҡабатлап әйтеп тормағанда ла, яңы 25 эш урыны барлыҡҡа килде. Операторҙар тейешле әҙерлек үтте. Ғөмүмән, коллектив йәш, көс-дармандары етерлек, эшмәкәрлекте халыҡ өсөн уңай һәм эффектлы итеп ойоштора аласаҡтарына ышанам.
Фәрит Фәтих улы беренсе көндән үк юғары кимәлдә эш ойоштороу талабын ҡуйҙы. Әйткәндәй, фәҡәт район башлығы үҙе МФЦ офисының тәүге клиентына ла әйләнде. Урындағы тәртип буйынса талон алып, белгес янына ултырып, ниндәйҙер шәхси һорауы буйынса квалификациялы консультация алды.
Үҙәктең адресы һәм эш режимы:
Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 1 (беренсе ҡат). Шишәмбе-йома 9.00-19.00 сәғәттәрҙә, тәнәфесһеҙ. Йәкшәмбе, дүшәмбе - ял көндәре.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яңы һулыш менәнЯңы һулыш менән
Ҡала шарттарында «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ йәшәйеште күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был тормош уңайлығы яйлап ауыл урамдарына ла кèлеп етеп бара. Быға тиклем... Тотош уҡырға
Ярҙам кәрәк булһа...Ярҙам кәрәк булһа...
«БР дәүләт юридик бюроһы» ҡаҙна учреждениеһы айырым категория граждандарға түләүһеҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтә. Бушлай ярҙамға дәғүә итә алыусылар... Тотош уҡырға
«Бишле» ҡуйылды«Бишле» ҡуйылды
6 ноябрь көнө БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев район хакимиәте бинаһының ҙур залында урындағы территориаль һәм участка комиссиялары... Тотош уҡырға
Һауа кеүек кәрәкҺауа кеүек кәрәк
Район хакимиәтендә БР Иҡтисади үҫеш министрлығы инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ һорауҙары буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе,... Тотош уҡырға
Тикшереүҙәр үтәсәкТикшереүҙәр үтәсәк
20 майҙа БР прокуроры Андрей Назаров Учалы ҡалаһында халыҡты ҡабул итте. Сарала шулай уҡ Учалы район-ара прокуроры Роберт Әминев, муниципаль район... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.