» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?30.11.2015

Төркиә мәкерле рәүештә Рәсәй самолетын бәреп төшөрҙө. Украинаның Милли именлек советы етәксеһе Александар Турчинов «Күршенең тауығы үлһә лә ҡыуаныс» тип йәшәгән бәндәләрҙәндер инде, бер кем һорамаһа ла, «… Төркиә хәрбиҙәре һөнәри оҫталыҡ күрһәтте, һәр цивилизациялы дәүләт шулай эшләргә тейеш», - тип белдереү яһарға ашыҡты. Төркиәгә, улар аша дини радикалдарға ярамһаҡланырға тырышыуы бушҡа булды. Бер-нисә көндән Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ төркөмө 60 илде дошман күреүҙәре тураһында белдереү яһаны. Улар араһында Украина ла бар. «Ут күршеләр», Рәсәй азат иткәнгә тиклем тап Төркиә украиндарҙан ҡан ҡоҫтороуын тиҙ онотто шул… Ярар, хәҙер Рәсәйҙән арзанға газ һәм күмер килеү туҡтағас, йәһәт туғанлыҡтарын иҫтәренә төшөрөрҙәр.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тураһында бар донъя белде тиерлек. Фәҡәт Ҡоролтайҙа Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хәҙрәт: «Путинды күргәндә, әйҙәгеҙ, Сирия менән Израилде лә илебеҙгә алайыҡ, тип тәҡдим иттем. Владимир Владимирович көлдө лә, ярар, хәҙрәт, уйларбыҙ, тип яуапланы», - тип һөйләгән була. Был хәбәр донъя йәмәғәтселеге араһында тиҙ тарала. Хатта, РФ Президенты пресс-секретарына махсус аңлатма ла бирергә тура килде - хәҙрәт был тәҡдимде шаяртып ҡына әйткәндер. Ә шаярыуҙы ситкә ҡуйғанда, Сирия кеүек бар Көнбайыш һәм дини радикалдарға ҡаршы торорға хәленән килгән илдең ныҡлы союздашҡа әйләнеүе бер ҙә насар түгелдер.

«Айыҡ Рәсәй» ойошмаһы илебеҙҙең төбәктәре араһында хәмер ҡулланыу буйынса рейтинг төҙөнө. Иң айыҡ субъекттар - Чечня, Ингушетия, Дағстан. Иң күп эсеүселәр - Йәһүт автоном өлкәһе һәм Магадан өлкәһе. Башҡортостан айыҡлыҡ буйынса ни бары 19-сы урында. Башлыса мосолман халҡы йәшәгән республика өсөн оят инде. Беҙҙе Татарстан йә Ҡарасәй-Балкария республикалары ғына түгел, Ростов, Мәскәү, Белгород, Ставрополь, Томск һәм башҡа өлкәләр ҙә уҙып киткән. Тамаҡҡа баш булайыҡ, ҡәрҙәштәр!

Аҡыл ҡеүәһен нисек анһат ҡына 14 процентҡа арттырырға мөмкин икәнлеген беләһегеҙме? Инглиз профессоры Кэролайн Эдмондс, оҙайлы эксперименттар үткәреп, бының өсөн етерлек күләмдә һыу эсеү ҙә етә, тигән һығымтаға килә. ‡ҙенең һыуһағанын кеше күп осраҡта белмәй ҙә икән, ә бына мейе күҙәнәктәре алдан борсола башлай, ҡалған нәмә тураһында уйлау ҡайғыһы китә, ти. Шулайҙыр, сәйҙе күп эскән әбейҙәр ҡалғандарға аҡыл өйрәтеүсән бит. ª хәмер, башҡаһынан тыш, организмдың һыуһыҙланыуына, тимәк, баштың насарыраҡ эшләүенә лә килтерә.

Ниңә тап ҡышҡы осорҙа грипп менән ауырыйбыҙ? Әлегә тиклем билдәһеҙ ине, фараздар ғына әйтелде. Йәнәһе лә, һалҡын мәлдә бина эсендә оҙағыраҡ булабыҙ, кеше күп өймәкләшкәс, ауырыған кеше ҡалғандарға тиҙерәк йоҡтора. Икенсе фараз буйынса, ҡояш етмәгән һалҡын мәлдә кешенең инфекцияға ҡаршы тора алыу көсө кәмей. Был сәбәптәр ҙә нигеҙһеҙ түгел, ләкин төп ғиллә икенселә икән. Физиканан хәтерләйһегеҙҙер, температура түбәнәйгән һайын һауаның дымлылығы ла кәмей. Ҡышын ямғыр тамсылағанда ла, йәйге селләгә ҡарағанда һауала дым нисбәте кәмерәк була. ª грипп вирусы тап ҡоро һауала нығыраҡ үрсей. Һәр хәлдә лә, Колумбия университеты (АҠШ) ғалимы Д.Шейман һауа дымлылығы һәм грипп эпидемиялары туп-тура бәйле икәнлеген асыҡланы.

10 йыл элек Ҡытайҙа 14 йәшлек Сяо Юн эҙһеҙ юғала. ‡лгәндер, тип туғандары өмөт тә өҙә. ª ошо көндәрҙә рейд үткәргән полицейҙар ҡыҙҙы компьютер уйнап ултырған ерендә тап итәләр. Баҡһаң, тиҫтә йыл ваҡытын тәүлек әйләнәһенә эшләгән интернет-кафела үткәрә. Кафе хужалары ваҡ-төйәк эштәрен эшләтәләр ҙә, шуның өсөн ашаталар, иң мөһиме - компьютерҙа уйнарға ирек бирәләр. Ҡурҡыныс бит, кешенең 10 йыл ғүмере бушҡа үтә, ысын донъяны «CrossFire» уйынындағы атыш-үлтерешкә алмаштыра.



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Хәйерлегә булһын, өсөнсө донъя һуғышы тураһында хәбәрҙәр йыш сыға башланы. Ниңә беҙҙең Рәсәйгә бәйләнәләр һуң? Абруйлы «Око планеты» порталы... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
- Республикала сүп-сар полигондары етешмәй, проблема бик киҫкен тора. Районығыҙҙа 2008 йылдан эшләй башлаған объекттың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Эт саба тип, бет саба, ти… Саҡырыу алып та, Болгария президенты Росен Плевнелиев 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына килеүҙән баш тартты. Рәсәй гел... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Президент В.В. Путин Рәсәй Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә яһағанда, Көнбайыш илдәре сәйәсәтенә ҡарата ҡаты тәнҡит ишеттерҙе. «…Рәсәй көслө һәм... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Рәсәй территорияһында 25 Украина гражданы ҡулға алынған, араларында яман даны таралған «Уң сектор» ультрарадикал ойошмаһы ағзалары бар. Байтаҡ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.