» » Стратегия аныҡланды

Стратегия аныҡланды08.12.2015

Стратегия аныҡланды3 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мµрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда киләсәккә ил үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә. Был - Рәсәйҙең яңы тарихында 22-се һәм Владимир Владимировичтың үҙе өсөн 12-се Мөрәжәғәтнамәһе.
Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы парламентарийҙарынан тыш, унда хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары судтарҙың рәйестәре, Генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

Бар дәүләт өсөн иң сәйәси мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
«Мөрәжәғәтнамә, нигеҙҙә, ил ҡоро-лошо, иҡтисадты үҫтереү, ресурстар, финанстар йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды, - тип билдәләй һуңынан Рөстәм Хәмитов. - Һәр ваҡыттағыса, Мөрәжәғәтнамә - киләсәккә эш ҡеүәте биреүсе мөһим документ. Республикабыҙҙа уның төп положениеларын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ».
Республика Башлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүҙе, мәғариф, йәштәр менән эшләү мәсьәләләрен Мөрә-жәғәтнамәнең мөһим урындары булыуын билдәләй.
«Тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә, административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эшләргә кәрәк. Икенсе төп бурыс - ауыл хужалығына ярҙам. Сит илдәргә бәйле булмау өсөн импортты алмаштырыу, аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләләре буйынса эшләү ныҡ мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. - ¤сөнсөһө - белем биреү, йәштәр менән эш. Бөгөн йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, рухи сығанаҡтарға ҡайтыу мөһим була бара. Ауыр булһа ла, ошо эште башларға кәрәк».
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, демография мәсьәләләре лә Мөрәжәғәтнамәлә ҙур урын биләй.
«Беҙ ҡаҙаныш-тарыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәребеҙҙе лә беләбеҙ. Үлемде кәметеү өсөн нисек эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Бөгөн был төп бурыс, - тине Рөстәм Хәмитов. - Быйыл республикала тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан күберәк буласаҡ. Ләкин һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын арттырыу өҫтөндә эште дауам итеү зарур. Был бик ҡатмарлы һәм күләмле эш».
Башҡортостан Башлығы әсәлек капиталы программаһының оҙайтылыуын да хупланы.
Эйе, Мөрәжәƒәтнамәлә әсәлек капиталы программаһының йәнә ике йылға оҙайтылыуы рәсәйлеләр тарафынан бик ыңғай ҡабул ителде. «Бының бюджет өсөн ҡатмарлы икәнлеген аңлайбыҙ, әлбиттә. Проблемаларға ҡарамаҫтан, әсәлек капиталын түләй аласаҡбыҙ», - тип белдерҙе дәүләт башлығы.
- Ғаиләләр бала тәрбиәләргә теләй, уларҙың киләсәгенә, иленә ышана һәм дәүләт ярҙамына иҫәп тота, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. Әсәлек капиталы программаһы Рәсәйҙә, шул иҫәптән Ҡырымда һәм Севастополдә 6,5 миллиондан ашыу ғаиләне үҙ эсенә алды.
«Башинформ» агент-лығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда әсәлек капиталы тураһында закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып бөтәһе 225 346 дәүләт сертификаты бирелгән. 110 631 кеше аҡсаны төп бурысты түләүгә, торлаҡ алыуға, 46 327-һе кредит алмайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 5293-ө белем биреүгә, 639-ы сабыйҙы балалар баҡсаһына йөрөтөүгә тотоноу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән, 125 кеше аҡсаны хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға йүнәлткән.
P.S. Заман шул - илебеҙ проблемалары менән генә сикләнергә теләгәндә лә, килеп сыҡма¾ ине. Владимир Путин халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ентекләп туҡтала. Шул и¾әптән тағы ла бер тапҡыр Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһы етәкселеге а¾тында террорсыларға ҡаршы берҙәм фронт булдырырға тәҡдим итте. Ике ил араһындағы ике яҡ өсөн дә отошло мөнәсәбәттәргә тик торғанда хыянат итеп, һис сәбәпһеҙ бәреп төшөрөлгән самолетыбыҙ тураһында Владимир Владимирович бик үҙенсәлекле әйтте: «Ниңә был аҙымға барыуҙары Аллаһы Тәғәләгә генә билдәлелер инде. Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә Төркиә етәкселегенә яза бирергә булған да, аҡылдарын юйған. ...ҡат-ҡат үкенеүҙәре алда әле!»




 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Республика йортондағы оператив кәœәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын... Тотош уҡырға
«Йәштәргә ярҙам итәйек!»«Йәштәргә ярҙам итәйек!»
Һис шикһеҙ, республика хөкүмәте ултырыштарын видеоселектор режимында үткәреү - отошло алым. Беренсенән, йәшәйешебеҙгә тура ҡағылған ҡарарҙар ни... Тотош уҡырға
Кандидат раҫландыКандидат раҫланды
Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп раҫланды. Ҡарар 21 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан... Тотош уҡырға
Әсәлек капиталына - торлаҡӘсәлек капиталына - торлаҡ
«Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан Республикаһында 181 мең... Тотош уҡырға
Ваҡытынан алда үтәсәкВаҡытынан алда үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда - 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.