Бер нөктә - Учалыла07.11.2017

Бер нөктә - УчалылаРус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе «Башҡорт әйләнеше» («Башкирская кругосветка») тип аталған проектҡа тотонған. Ойошманың етәксеһе билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин былай тип аңлатма бирә:
- Киләһе йылы миҙгелгә тиклем Башҡортостандың иң төньяҡ, көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш сиктәре һәм республиканың географик үҙәге (Яңауыл, Ейәнсура, Учалы, Баҡалы һәм Ғафури райондары биләмәләре) буйынса турист маршруттары һалына. Ахырҙағы нөктәләргә география координаталары яҙылған стелалар беҙҙең йәмғиәт иҫәбенә ҡуйылһа, урындағы властар турист инфраструктураһын (туҡталҡа, усаҡ урындары һәм башҡа) хәстәрләй. Бәлки, ҡайҙалыр мотель-фәлән дә төҙөлөр.
Был маршрут популярға әйләнәсәге бик тә ихти-мал. Сөнки Рус география йәмғиәтенең Башҡортос-тан бүлексәһе 5 нөктә-лә лә булып фотография төшкән кешеләргә шәх-сән сертификаттар һәм «Башҡорт әйләнеше» значоктары тапшырыласаҡ. Бик шәп иҫтәлек! Тик алыуы анһат булмаҫтыр - Өфөнән сыҡҡанда 4 меңләп километр үтеү талап ителә.
Ирек АЗАТОВ.



Вернуться назад