«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән19.12.2017

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмәнРәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017» премияһын биреү тантанаһында киләһе йылды Ирекмән йылы итеп билдәләү тураһында иғлан итте, был хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сарала яҡташыбыҙ Анна Мөхәмәтйәрова ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
- «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙар мәктәбе етәксеһе һәм БР Йәмәғәт Палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы эксперты булараҡ, 4-6 декабрҙә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында ҡатнаштым, - тип бәйән итте беҙгә Анна, - Былтыр үҙем «Рәсәй ирекмәне - 2016» конкурсында еңеүсе булғайным, быйыл да сара бик сағыу, күләмле һәм тулҡынландырғыс итеп ойошторолдо. Тәжрибә уртаҡлашыу, яңы методикалар менән танышыу, арҙаҡлы кешеләрҙең сығыштарын тыңлау - тыныс ҡына ултырырға һис кенә лә форсат ҡалдырылманы.
Мин, мәҫәлән, ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций») - йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квалификациялы әҙерлек ойоштороу проекты тураһында сығыш яһаным.
Күптәр ҡыҙыҡһынды, эшлекле бәйләнештәр булдырҙыҡ, артабан да хеҙмәттәшлек итергә ниәт бар.
Башҡортостан командаһы ысын мәғәнәһендә «команда» исеменә лайыҡ булды: гел бергә булдыҡ, бер-беребеҙҙе дәртләндерҙек һәм ярҙам иттек. Ошондай татыу коллективҡа эләккәс, ирекһеҙҙән дә үҙеңдең Башҡортостандан икәнлегеңә ғорурланаһың! Беҙҙе бергә туплаған, арымай-талмай ойоштороу эштәрен башҡарған БР Ирекмән хәрәкәте һәм йәштәр инициативаларына булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илшат Бикҡоловҡа ҙур рәхмәт әйтеп китер инем.
Форумды ябыу тантанаһына Владимир Путиндың килеүе айырыуса мәртәбә өҫтәне, ә инде киләһе йыл ирекмәндәргә бағышланасағын белдергәс, тамам күңелдәребеҙ илһамланды. Тимәк, беҙҙең, йәштәрҙең тырышлығы юғалмай, иң юғары кимәлдә лә баһалана. Беҙгә булышлыҡ итергә әҙерҙәр!


Вернуться назад