Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?26.12.2017

Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы, комиссия рәйесе Фәрит Дәүләтгәрәев алып барҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр имен түгел. Көндән-көн яңы төр наркотиктар килеп сығып тора, наркотик һатыусылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана, маҡсатына ирешер өсөн ниндәй генә юлдар һайламай - ванналар өсөн тоҙҙар, минераль ашламалар, бөжәктәрҙе юҡ итеү сараларын һатыу тураһындағы иғландарҙа ысынында үлемесле матдәләр тәҡдим ителә, уларҙың ҡапҡанына күпселектә үҫмерҙәр эләгә.
Район-ара прокурор ярҙамсыһы Алмас Исхаҡов билдәләүенсә, наркотиклы һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше, наркотиктарҙы ҡулланыу буйынса законды боҙған утыҙ биш факт теркәлгән һәм прокуратура тарафынан тейешле саралар күрелгән.
Судҡа ун ике ғариза бирелгән, уларҙың 9-ы наркомандарҙы водитель танытмаһынан мәхрүм итеү тураһында, 3-һе Административ кодексының 6.9.1-се статьяһы буйынса наркоманиянан дауаланыуҙан баш тартҡандары өсөн яза.
Ағымдағы йылдың ун бер айында наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланған утыҙ биш кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, уларҙың 29-ы суд ҡарарына ярашлы мотлаҡ мәжбүри дауаланырға тейеш.
Учалы эске эштәр бүлегенең оператив эштәр буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Илгиз Кинйәбаев әйтеүенсә, полицияла наркотик һәм психотроп матдәләрҙе табип күрһәтмәһенән тыш ҡулланған ике йөҙ ике кеше иҫәптә тора. Ун туғыҙ наркотик ҡулланыусы әлегә диагностика үтә.
Быйыл наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә Учалы полицияһы тарафынан һикһән бер енәйәт асыҡланған, уларҙың 50-һе - законһыҙ һатыуға, 26-һы - һаҡлауға, 2-һе - притон тотоуға, 1-һе наркотик үҫемлектәрҙе законһыҙ культивациялауға бәйле. Судҡа утыҙ өс енәйәт эше ебәрелгән, былтырғы менән сағыштырғанда ун өс осраҡҡа күберәк, әлеге ваҡытта утыҙ өс енәйәт эше тикшерелеү өҫтөндә.
Үҙәк ҡала дауаханаһында бөгөнгө көндә ун бер наркоман һәм ун ете наркотик ҡулланыусы иҫәптә тора. Эске эштәр бүлегенә дауалау курсы үтеүҙән баш тартыуҙары тураһында 53 белдереү ҡағыҙы ебәрелгән.
Ултырышҡа урындағы сәнәғәт предприятиеларының хәүефһеҙлек хеҙмәте белгестәре лә саҡырылғайны. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы Евгений Медведев үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Предприятиеның генераль директоры тарафынан былтыр ҡабул ителгән ҡарарға яра-шлы, эшселәр мотлаҡ наркотик матдәләр ҡулланыуға ҡарата тест үтергә бурыслы. Ағымдағы йылда директорҙың хәүефһеҙлек һәм режим буйынса хеҙмәте 318 эшсегә медицина тикшереүе үткәрә, ун һигеҙ ыңғай осраҡ теркәлә (уларҙың 10-һы - Учалы районы биләмәһендә).
Әлбиттә, хәүефле етештереү сәнәғәте өлкәһендә ошондай хәлдәрҙең килеп сығыуы аяныслы. Иң мөһиме, наркотик саралар менән мауығыусыларҙы ва-ҡытында асыҡлауҙары һөйөндөрә. Сөнки бөгөнмө-иртәгәме ошо кешеләр үҙҙәренең аңһыҙлығы арҡаһында икенселәрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал.
Фәрит Дәүләтгәрәев эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә тау-байыҡтырыу комбинаты миҫалында наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте тейешле кимәлдә ойошторорға тәҡдим итте. Кәңәшмә аҙағында киләһе йылдың ярты йыллығына эш планы ҡабул ителде.




Вернуться назад