Дауаханаға ике машина килде09.01.2018

Дауаханаға ике машина килдеҮҙәк ҡала дауаханаһы Яңы йыл алдынан бүләкле булды, учреждениеның автомобиль паркы өр-яңы ике «УАЗ» маркалы тиҙ ярҙам машиналары менән тулыландырылды.
Автомобилдәр моноҡалаларҙы махсус техника менән тәьмин итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Учалылар менән бер рәттән РФ-тың, БР-ҙың төрлө төбәктәренә 27 берәмек машина ҡайтарылған. Ҡайһыларына берәр техника эләкһә, Нефтекама, Благовещенск, Белорет, Бәләбәй ҡалаларына һәм беҙҙең Учалыға ике-өс автомашина бүленде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә бынан һуң кәрәкле урындарына барып етеү бер ни тормаясаҡ. Иң мөһиме һаулыҡ өлкәһенең дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмауы. Мәҫәлән, киләһе йылға бушлай дауаланыуға ла аҡсаны күберәк бүлеүҙәре Хөкүмәт етәкселегенең кеше һаулығына битараф түгеллеген күрһәтә.
- Был ваҡиға ҡала-район халҡы өсөн бик ҡыуаныслы. Был машиналар, ысынлап та, тотҡарлыҡһыҙ бөтә ерҙән үтә ала. Береһенә лә сер түгел, юлдар таушалған. Йәйгеһен тубыҡтан бысраҡ, соҡор үтергә ирек бирмәһә, ҡышын көрт баҫып ҡаңғырта. Хәҙер иһә беҙгә район буйынса йөрөүе, төпкөл ауылдарға сығыуы күпкә еңел буласаҡ. Ҡайһы ваҡыт кеше ғүмере бер нисә минут эсендә хәл ителә бит. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған транспорт сирлегә ваҡытында ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, - ти үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов.
Бүләккә иң ҡыуанғаны дауахананың тиҙ ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәре булғандыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, тап уларға бер туҡтауһыҙ саҡырыуҙарға йөрөргә тура килә бит. Төпкөл ауылдарға йыш барырға тура килә үҙҙәренә, һикәлтәле, соҡорло юлдарҙың ниндәй икәнен яҡшы белә улар.
Ашығыс ярҙам бүлегенең өлкән фельдшеры Людмила Емельянова автомобилдәр хаҡында ентекле белешмә бирҙе. Уның белдереүенсә, техникаға яҡтылыҡ ҡорамалы, тауыш сигналы ҡуйылған. Бынан тыш, дефибриллятор, электрокардиограф, үпкәләрҙе яһалма тын алдырыу, пульсты, ҡанда глюкозаны тикшереү аппараттары, ингалятор, ауырыуҙы һалырға заманса носилка һәм йөрө-төү яйланмаһы менән йыһазландырылған.
- Өлкән кешегә һәм балаға реанимация ярҙамы күрһәтеү ҡорамалының булыуы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Автомобилдәр йылы итеп көпләнгән, хатта йылытҡыслы юрған да бар. Хәҙер беҙгә 40 градуслыҡ һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел.
Фельдшерҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, бөтә нәмә ҡул аҫтында. Мәҫәлән, акушер кәрәк-ярағы машинала уҡ ауырлы ҡатынға ашығыс рәүештә бала табырға ярҙам итергә ирек бирә. Бының өсөн салонды махсус нурландырғыс менән дезинфекциялап, стериль шарттар булдырыр-ға мөмкин. Быға тиклем беҙҙә тулыһынса комплектланған автомобилдең булғаны юҡ ине, - тип аңлатты өлкән фельдшер.
Бүләктәр һуңғыһы булмаһын, тип теләйек. Сөнки учреждениеның автопаркы һикһән процентҡа иҫкергән, яңыртыуҙы талап итә. Һүҙ юҡ, машиналар килеп тора, әммә был ғына аҙ. Былтыр сафтарын өлөшләтә йыһазландырылған «ГАЗель» ашығыс ярҙам машинаһы менән тулыландырғандар. 2013 йылда «PEUGEOT» маркалы машина килгән. Уны, нигеҙҙә, алыҫ араға йөрөү өсөн файҙаланалар. Әлеге мәлдә автопаркта 14 берәмек махсус техника иҫәпләнә. Учалыларҙың һаулығын тәүлек әйләнәһенә ете фельдшер бригада ҡайғырта.
- Автомобиль паркын яңыртыуҙы киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Заявкалар биреп, яңы машиналар алырға тырышасаҡбыҙ, - ти баш табип Рөстәм Латипов.






Вернуться назад