Был донъяла ниҙәр бар?27.03.2018

Был донъяла ниҙәр бар?РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән сығыш яһағанында, яңы ҡорал тураһында бәйән итеп, дошмандарҙы ныҡ ҡурҡытҡайны. Һәм рәсәйлеләргә тәҡдим яһаны - яңы системаларға исемде бар халыҡ менән бирергә. Интернет аша тауыш биреүҙә 9 көндә 7,6 миллион кеше ҡатнашты! Шулай итеп, халыҡ биргән исемдәр: атом двигателе ҡуйылған, башҡа бер кемдә булмаған континет-ара ракета - «Дауылғош» («Буревестник»), шулай уҡ атом бомбаһы менән ҡоралланған һәм атом двигателе ҡуйылған ғәйәт ҙур торпеда - «Посейдон», дошман самолеттарын юлдан яҙҙырған хәрби лазер комплексы - «Пересвет».

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында сығыш яһағанында, 3 йыл ағымында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөү һәм ремонтлауға Башҡортостан бюджетынан 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе. Был аҡсаның бер өлөшө беҙҙең Учалы ҡалаһында хирургия корпусы төҙөүгә китәсәк, тип тә әйтелә.
Тимәк, күптәнге бер проблемабыҙ тамам хәл ителеп килә. Ә иң ҙур объект - республика кардиоүҙәгенең яңы корпусын булдырыу 36 мең квадрат метрлыҡ һәм заманса йыһазландырылған бинаның тәүге сиратына ғына 5 миллиард һум китәсәк. Бик яҡшы, юғиһә, йөрәк сирҙәренән кеше күп ҡырыла бит...

Рәсәйҙең «Космокурс» шәхси компаниияһы 2025 йылдан йыһанға туристарҙы осора башлаясаҡбыҙ, тип белдерҙе. Әле проекттары экспертиза үтә, һуңынан карап төҙөлә башлаясаҡ. Хаҡтары ғына һағайта. 14 минут космонавт булып, 220 километр өҫкә күтәрелеүгә бер билет сама менән 250 мең доллар торасаҡ, тип самалайҙар - беҙҙең аҡсаға әйләндерһәң, 15 миллион һум тирәһе була.

Хоҡуҡ тигеҙлеге тураһында күп әйтелһә лә, байтаҡ һөнәрҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарҙы яллау закон менән тыйыла. «Рәсәй тимер юлдары» компанияһы исемлекте яңыртыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Баҡһаң, гүзәл затҡа шпал һалырға рөхсәт ителә икән, ә бына тепловоз (электровоз) машинисы йә ярҙамсыһы булырға тыйыла. Ысынлап та, сәйер - хатта, самолет менән ҡатындар идара итеүҙәренә бер кем дә ҡаршы түгел... РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин был мәсьәләне ентекләп ҡарарға вәғәҙә итте. Паравоз йөрөтһөндәр әйҙә, тик бындай сикләүҙәр ҡатындарҙы кәмһетеү менән түгел, именлектәрен хәстәрләү менән бәйле икәнлеген дә онотмайыҡ. Миҫал өсөн тыйылған башҡа шөғөлдәрҙе лә атайыҡ: ағас төптәрен ҡутарыусы, урман ауҙарыусы, балта оҫтаһы, канализация селтәрен ремонтлаған сантехник, бульдозер йә быраулау ҡоролмаһы машинисы, металл иретеп ҡойоусы, ҡара ҡурғаш рудаһы байытыусы, бейеклектә тимер һәм тимерле бетон конструкцияларын монтажлаусы - һәммәһе 456 позиция.

Глобализация тигәндәре шул булалыр инде - донъяның икенсе осонда - Австралияла йәшәгән украин милләтселәре Рәсәйгә ҡаршы демонстрацияға сыҡмаҡсы була. Тик бына уларҙы Австралияла борондан көн күргән «Байкал арты казак ғәскәрҙәре» активистары ҡыуып ҡайтара. Тегеләр казактар менән бәй-ләнеүҙән ныҡ шөрләй икән.

Американың Корсикана ҡалаһының балалар майҙансығында нисәмә йыл ҡара маймыл скульптураһы торған була. Ирмәк һәм һөйкөмлө, барыһына ла оҡшай. Тик бына ошо арала кемдеңдер башына тай типкәндер - маймыл негрҙарға оҡшаған, афроамериканлыларҙы мыҫҡылларға ярамай, тип яр һала. Балаларҙы илатып, скульптураны һүтеп ташлайҙар. Бушап ҡалған урынға сабыйҙар сәскә гөллөмәләре килтереп һала, ти. Бүрәнә артында бүре күрә башлаһаң, буш урында янъял ҡуптарыу бер ни тормай шул!




Вернуться назад