Ахунда - яңыртылған спорт залы17.11.2017

Ахунда - яңыртылған спорт залыАхун ауылында ремонттан һуң спорт залы файҙаланыуға тапшырылды.
Был көндө мәҙәниәт йорто бинаһында урын-лашҡан спорт залы бала-саға, өлкәндәр менән тулған ине, тантаналы асыу уңайынан бында бәләкәй йәштәге балалар араһында мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо, бихисап спортсы ҡатнашты.
Ремонт эштәре Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән атҡарылған, йәмғиәт был маҡсаттан 1 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.
- Бина элекке колхоз заманында 1985 йылдарҙа төҙөлгән, ошо ваҡыттан алып яҡшы ремонт күргәне булманы. Иҙәндәрен алмаштырҙыҡ, стеналары буялды, аҡ-ланды. Ике йыл элек «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында түбәһен алмаштырғайныҡ.
Киләсәктә бинала тулыһынса реконструкция үткәреү күҙаллана. Әйткәндәй, тау-байыҡтырыу комбинатының даими ярҙам күрһәтеүенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Йәмғиәттең профком рәйесе, депутатыбыҙ Амур Зәйнуллин бер ваҡытта ла һорауыбыҙҙы кире ҡаҡмай, проблемала-рыбыҙҙы хәл итергә тырыша. Киләсәктә комбинат ярҙамы менән Ҡыйҙыш ауылы клубының тәҙрәләрен алмаштырырға, бинаның эсен төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ, - тине ауыл хакимиәте башлығы Әмир Харисов.
(№ 92)

Тәүге уңыш15.09.2017

Тәүге уңыш9 сентябрҙә «Таусы» боҙ аренаһында ошо уҡ исемдәге хоккей командаһының яңы уйынсылары менән танышыу-презентация ойошторола.
- Бөгөн беҙҙең хоккей тарихының яңы бите асыла, быйыл команданы бик дәрәжәле ҡаршылаштар менән уйындар, халыҡ-ара осрашыуҙар көтә, - тип телмәр тотто «Таусы» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәнов. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы, «УГМК-Холдинг» (Урал тау-металлургия компанияһы) һәм «Автомобилсе» хоккей клубы етәкселеге ҡарары менән, «Таусы» Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатында ҡат-наша. Әйткәндәй, «Таусы» - Екатеринбургтағы «Автомобилсе» хоккей клубының фарм-клубы статусында, ябайлаштырып әйткәндә - төп ко-манданың резервы, йәш уйынсыларҙы тәжрибә туплатыу майҙансығы.

Ә 11 сентябрҙә «Таусы» хоккей клубы өсөн Юғары лигала яңы уйын миҙге-ле асылды. Учалылар Красноярск ҡалаһында урындағы «Ыласын» ко-мандаһы менән осрашты. Беҙҙекеләр овертаймда (төп уйында еңеүсе бил-дәләнмәү арҡаһында би-релгән өҫтәмә ваҡытта) 3-кә 4 иҫәбе менән еңде.
- Юғары лигала беренсе осрашыуҙа еңгәс, әлбиттә, ыңғай хис-тойғолар ташып тора! - тип белдерә «Таусы» клубының баш тренеры Венер Сафин, - өҫтәүенә, «Сокол» - бик оҫта команда. Тәүге ике периодта беҙҙе туҡтауһыҙ «дөмбәҫләнеләр», ярар ҙа йәш команда булһаҡ та, егеттәребеҙ ҡойо-лоп төшмәне. Ҡапҡасы Игорь Устиновҡа айы-рым рәхмәт - ныҡ торҙо.
(№ 74)

Тәүәккәл йәштәр кинәнә08.09.2017

Тәүәккәл йәштәр кинәнәНимә ул скейт-парк? Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән майҙансыҡ. Скейтборд (тәгәрмәсле таҡта), велосипед һәм роликлы коньки менән ҡатмарлы трюктар башҡарыу өсөн махсус фигуралар (ҡоролмалар) урынлаштырыла. Фигураларҙың исемдәре лә ниндәй бит әле - «разгонка», «перила», «рампа», «фанбокс» һәм башҡа.
Күпмелер ваҡыт элек район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән студенттарҙың осрашыуы үткәндә, йәштәр тап скейт-парк булдырыу теләген бел-дергәйне. Һәм был ниәт ошо көндәрҙә тормошҡа ашты - ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында яңы спорт объекты тантаналы рәүештә асылды. «Ра-йон ҡаҙнаһы төрлө юҡ-барға сарыф ителә!» - тип һуҡраныусылар ҙа табылыуы мөмкин, шуға ла һыҙыҡ өҫтө-нә алырға кәрәктер - аҡса маҡсатлы рә-үештә республика бюд-жетынан килде. Теүәл әйткәндә, муниципаль «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» тип аталған федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.
(№ 72)

«Горняк» - чемпион!25.04.2017

23 апрелдә учалылар оло еңеү-гә иреште - Милли йәштәр хок-кей лигаһының Төбәк кубогы се-рияһының хәл иткес матчында «Таусы» командаһы Пензанан «Дизелист» командаһын 5:2 иҫәбе менән тар-мар итте.
Беҙҙең команданан шайба инде-реүселәр: Герман Мурашов, Вячес-лав Шапиров, Артем Трухачев, Эмиль Ҡәҙермәтов, Павел Пищаль-ников. Шулай итеп, «Горняк» - был ярыштарҙа ике тапҡыр еңә алған берҙән-бер команда. Еңеү тантанаһында хоккейсыларҙы ра-йон хакимиәте башлығы Фәрит Дәү-ләтгәрәев, «Горняк» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәновтар ҡотланы. Улар спортсыларға юғары хоккей лигаһы ярыштарында уңыш-тар теләнеләр.
(№ 32)

Яҡташыбыҙ - чемпион!10.04.2017

Үткән осор көрәшселәр өсөн ваҡиғаларға бай булды. Ҡазан ҡалаһында 2001-2002 йыл тыуған уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округының самбо буйынса Беренселеге үтә.
Азалина Сафина менән Әлфинә Фәхретдинова при-зер була алманылар, ләкин, тренерҙары Александр Шумков-тың һүҙенән, бик тә лайыҡ-лы сығыш яһағандар. Бындай масштабтағы ярыштарҙа ҡат-нашыу үҙе генә лә юғары баһа, иң мөһиме - тәжрибә туплап, артабан камиллашырға форсат бирә.
Салауат ҡалаһында 2005-2006 йыл тыуған спортсылар араһында Башҡортостандың дзюдо буйынса Беренселеге үтә. Учалы районын 9 кешенән торған команда вәкилләй. Тренер Фәһим Шакиров әҙерләгән Ураҙ лицейы уҡыусыһы Виктория Фазлетдинова чемпион исе-мен яулай алды. Хәҙер инде икенсе тапҡыр! Апрель аҙа-ғында Тольятти ҡалаһында үткәреләсәк Волга буйы фе-дераль округы ярышында ҡатнашыу хоҡуғына ла эйә була ул. А.Шумковтың өйрәнсеге, ун йәшлек Карина Апсатыева бындай кимәлдәге ярыштарҙа тәүләп ҡатнашһа ла, юғалып ҡалмай - «бронза» миҙал алып ҡайтты.
Ә Межозерный ҡасабаһында «Курск» атом һыу аҫты кәмә-һендә һәләк булған яҡташыбыҙ иҫтәлегенә хәҙер инде йолаға ингән дзюдо турниры үтте. Үҙ категорияларында түбәндәге яҡташ ҡыҙ-егеттәр чемпион исемен яулай алды: Надир Мәғәсүмов, Максим Әхмәтов, Гүзәл Йәһүҙина (тренерҙары Александр Воронцов), Динар Мөхәмәтов (Артур Гончаров), Самир Абыҙгилдин, Линар Хажин (Фәһим Шакиров).
Беҙҙең хәбәрсе.

Көслө зат көс һынашты16.03.2017

Ахун ауылының спорт комплексында «Берҙәм Рәсәй», «Йәш Гвардия» партиялары флагтары аҫтында ирҙәр араһында ярыштар үтте.
Гер күтәреү буйынса 70 кг-ға тиклем категорияла 1-се урынды Артур Иль-ясов яуланы, Илдар Фәхрисламов - 2-се, Нил Мөхәмәтшин 3-сө булдылар. Ә 70 кг-дан ауырыраҡтар араһында Илмир Хәнәфинға тиңдәр табылманы. 2-се урында Әлмир Хәнәфин, 3-сөлә - Эдуард Шаһиев. Армрестлинг бу-йынса 70 кг-ға тиклемгеләр араһында чемпион - Әлмир Хәнәфин. Илмир Хәнәфин - 2-се, Данил Мәғәсүмов - 3-сө урындарға сыҡтылар. Ә 70 кг-дан юғары категорияла алтын миҙал Эдуард Шаһиевта, көмөш миҙал Айнур Фәтхуллинда, «бронза» - Венер Павловта.
Турникта тартылыу буйынса 14 йәш-кә тиклемге егеттәр араһында Амур Ильясовҡа тиңдәр булманы. Унан ҡала - Азат Кәлимов һәм Илһам Ниғмәтуллин. Олораҡтар араһында иң күбе Рәзил Вилданов тартыла алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Данил Мәғәсүмов менән Илмир Хәнәфиндар бүлеште. Бөтә призерҙар ҙа ҡиммәтле приздар һәм грамоталар менән дәртләндерелде.
Спорт комплексына сифатлы ремонт үткәргән Учалы тау-байыҡтырыу ком-бинатына, матур концерт әҙерләгән өсөн мәҙәниәт йорто коллективына, ярыштарҙы ойошторған «Берҙәм Рәсәй» партияһының Ахун бүлексәһенә, ба-ғыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Фәнилә Ғәфүроваға, Ҡәҙриә Сәғи-ҙуллинаға, Айҙар Асҡаровҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Фәрит ШАКИРОВ,
Ахун ауылы.
(№ 21)

Турнир үтте10.03.2017

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2007-2008 йыл тыуған спортсылар араһында дзю-до буйынса турнир үтте. Был көрәш төбәгебеҙҙә бик популяр булып китте шул - шул йәш арауығында ғына ла 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Троицкийҙан, Уйск районынан да үҙҙәрен һынарға киләләр.
Шәхси беренселектә түбәндәгеләр чемпи-он исемен яуланы: Радмир Фәхретдинов, Артем Шәрәфетдинов (тренерҙары - Илья Моратшин), Гүзәл Йәһүҙина, Илнар Садиҡов (Александр Воронцов), Заһир Ваһапов, Самир Абыҙгилдин (Фәһим Шакиров), Олег Таһиров (Александр Шумков).
Шулай уҡ, ошо арала А.Шумков әҙерләгән Азалина Сафина, Азамат Ғарифйәнов, Әлфи-нә Фәхретдиновалар самбо буйынса Башҡор-тостан беренселегендә «көмөш» миҙалдар алып ҡайттылар, ә Айлина Ғафарова ( тренеры - Ирина Харисова) 3-сө урынға сыҡты.
И. ӘҒЛӘМОВ.

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шарт30.08.2016

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шартЕкатеринбург ҡалаһында футбол буйынса ветерандарҙың Волга буйы-Урал-Көнбайыш Себер төбәге чемпионаты үтте. Хәҙер инде икенсе тапҡыр беҙҙең Учалы командаһы ла ҡатнашты.
Атаҡлы спорт ветеран-дары ҡатнашҡан ярышта үҙешмәкәр футболсыла-рыбыҙҙың еңеүе мөмкин дә булмағандыр, әммә был маҡсат итеп тә ҡуйылмай. Ә.Хөснөтдинов исемендәге Учалы ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Альфред Юланов былай тип иҫәпләй:
-Бәғзе кешеләр йәш саҡта спорт менән дуҫ була ла, аҙағынан бөтөнләй ташлай. Иманым камил - физик культура ғүмерлек шөғөл булырға тейеш. Бындай, иң йәш уйынсы 50-не ашаҡлаған, 70-кә етеп килгән ирҙәр иҫ китерлек оҫта туп уйнатҡан сараларҙы күрһәң, илһам һәм дәрт өҫтәлә. Айырыуса был ярыштарҙы ойоштороусы, Свердловск өлкәһе фут-бол федерацияһының ве-терандар С
оветы рәйесе Рим Камаловтың футболға тоғролоғо һоҡландырҙы. Бутсыларҙы (футбол ботинкаларын) сөйгә элергә тип уйлағайным, иртәрәк икән әле!
(№ 70)

Биш «алтын»03.03.2015

Биш «алтын»Учалы ҡалаһында дзю-до буйынса ҙур шәхси чемпионат үтте - Магнитогорск, Белорецк, Силәбе ҡалаһы һәм райондары көрәшселәре лә ҡатнаша.

Һәммәһе 150-нән ашыу йәш спортсы көс һынашты. Беҙҙекеләрҙең уңышлы сығыш яһауҙарына күнегеп тә киткәнбеҙҙер инде. Был тапҡыр ҙа һынатманылар, 5 «алтын» миҙал яулап алдылар. Шул иҫәптән - Илья Карга (тренеры Артур Гончаров), Әмир Шәрипов (Александр Воронцов), Нургиз Камалетдинов, Линар Хажин һәм Юлдаш Фазлетдинов (Фәһим Шакиров). Сираттағы еңеү менән ҡотлайбыҙ!
(№ 23)

Өс призер28.01.2015

Өс призерРостоши ҡасабаһында ҡышҡы мотокросс буйынса Ырымбур өлкәһе кубогына асыҡ турнир үтте.

Башҡортостанды «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең «Таусы» техник клубы спортсылары кәүҙәләндерә. 125 кубтағы сантиметрлы мотоциклдар класында Марсель Әйүпов беренсе урын яулай, 250 кубтағы сантиметр класында яҡташыбыҙ Илдус Сөләймәнов шулай уҡ беренсе булһа, Евгений Воронин икенсе килә. Әйткәндәй, 16 йәшлек Евгенийҙың мәртәбәле ярышта иң йәш спортсы булыуы асыҡлана.
(№ 9)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.