» » Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шарт

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шарт30.08.2016

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шартЕкатеринбург ҡалаһында футбол буйынса ветерандарҙың Волга буйы-Урал-Көнбайыш Себер төбәге чемпионаты үтте. Хәҙер инде икенсе тапҡыр беҙҙең Учалы командаһы ла ҡатнашты.
Атаҡлы спорт ветеран-дары ҡатнашҡан ярышта үҙешмәкәр футболсыла-рыбыҙҙың еңеүе мөмкин дә булмағандыр, әммә был маҡсат итеп тә ҡуйылмай. Ә.Хөснөтдинов исемендәге Учалы ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Альфред Юланов былай тип иҫәпләй:
-Бәғзе кешеләр йәш саҡта спорт менән дуҫ була ла, аҙағынан бөтөнләй ташлай. Иманым камил - физик культура ғүмерлек шөғөл булырға тейеш. Бындай, иң йәш уйынсы 50-не ашаҡлаған, 70-кә етеп килгән ирҙәр иҫ китерлек оҫта туп уйнатҡан сараларҙы күрһәң, илһам һәм дәрт өҫтәлә. Айырыуса был ярыштарҙы ойоштороусы, Свердловск өлкәһе фут-бол федерацияһының ве-терандар С
оветы рәйесе Рим Камаловтың футболға тоғролоғо һоҡландырҙы. Бутсыларҙы (футбол ботинкаларын) сөйгә элергә тип уйлағайным, иртәрәк икән әле!
Альфред Ҡәйүм улының үҙенә 56 йәш. Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт мәк-тәптә эшләй. Футболға мөкиббән киткән кеше. Был ярыштарҙа ла буласаҡ чемпиондарҙың ҡапҡаһына бер туп индереү бәхетенә иреште.
Учалы вәкилдәре түбән-дәге составта барҙы: Ди-нар Сыңғыҙов (етәксе, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының проф-союзынан), Илдус Кинйә-баев, Камил Шакиров, Илфат Низаметдинов, Зиннур Маликов, Динар Ишкилдин, Радик Аҡмур-зин, Альфред Юламанов, Надир Ғәлиев, Александр Грачев, Виктор Павлов.
Команда менән сит ҡалаға барыу осһоҙ түгел, бағыусылыҡ ярҙамын урындағы эшҡыуарҙар күрһәтте - «Стройком» (етәксеһе Руслан Ғизетдинов), «Уралташ-Гранит» (Руслан Вәлиханов).
Мәҡәләнең аҙағында Альфред Ҡәйүм улының бар гәзит уҡыусыларға биргән кәңәшен яҙыу бик тә урын-лы булыр:
- Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Олоғайҙым, организмды спорт-физик эш менән туҙҙырыуҙан һаҡларға кәрәк тип уйлау - тамырҙан хата. Киреһенсә, хәрәкәт кәмей икән, кеше тиҙерәк хәлһеҙләнә. Шул уҡ ва-ҡытта, әлбиттә, саманы ла үтеп китергә, артыҡ көсөргәнеш бирергә ярамай. Саф һауала йәйәү йөрөү, яй ғына йүгереү, талғын ғына гимнастика яһау һәр кемдең, һәр йәштә лә хәленән килә. Иғтибар итәм, һуңғы арала төбәгебеҙҙә «Скандинавия йөрөшө» бик популяр була башланы. Саңғы таяҡтары тотоп атлаған ололарҙы стадионда ла, ҡала янында ла йыш күрәм - компьютер артында ултырып кәке-рәйгән, араҡы-тәмә-кенән һөрһөгән бәғзе йәштәрҙән яҡшыраҡ фи-зик формала бит улар, ташып торған тормошҡа дәрт тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уларға афарин тип әйтке килә, ҡалғандар ҙа өлгө алһын ине!









 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Батыр даны онотолмайБатыр даны онотолмай
Милли көрәш...Уның тарихы халҡыбыҙҙың боронғо легендаларына барып тоташа. Элек-электән төрлө йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа көрәш халыҡтың иң яратып,... Тотош уҡырға
Тырыш ҡыҙТырыш ҡыҙ
Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ сибек һәм баҙнатһыҙ булырға, ир-аттың ауыҙына ғына ҡарап торорға тейеш, тигән йәмәғәт стереотиптары тамам юҡҡа сығып бөттө, буғай.... Тотош уҡырға
Ихлас ярыштыҡИхлас ярыштыҡ
b]«Берҙәм Рәсәй» партияһының тыуған көнөнә бағышлап Ахун ауылындағы тәү ойошма «Спорт - яман ғәҙәттәргә альтернатива» девизы аҫтында волейбол... Тотош уҡырға
Таусыларға - афарин!Таусыларға - афарин!
28 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур тантана үтте - теннис залы асылды. Бер ыңғайы оло дата - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.