» » Тәүәккәл йәштәр кинәнә

Тәүәккәл йәштәр кинәнә08.09.2017

Тәүәккәл йәштәр кинәнәНимә ул скейт-парк? Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән майҙансыҡ. Скейтборд (тәгәрмәсле таҡта), велосипед һәм роликлы коньки менән ҡатмарлы трюктар башҡарыу өсөн махсус фигуралар (ҡоролмалар) урынлаштырыла. Фигураларҙың исемдәре лә ниндәй бит әле - «разгонка», «перила», «рампа», «фанбокс» һәм башҡа.
Күпмелер ваҡыт элек район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән студенттарҙың осрашыуы үткәндә, йәштәр тап скейт-парк булдырыу теләген бел-дергәйне. Һәм был ниәт ошо көндәрҙә тормошҡа ашты - ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында яңы спорт объекты тантаналы рәүештә асылды. «Ра-йон ҡаҙнаһы төрлө юҡ-барға сарыф ителә!» - тип һуҡраныусылар ҙа табылыуы мөмкин, шуға ла һыҙыҡ өҫтө-нә алырға кәрәктер - аҡса маҡсатлы рә-үештә республика бюд-жетынан килде. Теүәл әйткәндә, муниципаль «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» тип аталған федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Йәштәр өсөн шатлыҡлы ваҡиға менән Учалы ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов ҡотланы һәм:
- Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тулайым 6,9 миллион һум бүленде. Роллердромдан тыш, бында яңы аттракциондар һәм физик мөмкинлектәре сик-ләнгән кешеләр өсөн махсус эскәмйәләр ҡуйыла. Шулай уҡ «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса ҡалала күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү эштәре ҡолас йәйҙе. Скейт-паркка килеүселәрҙе яңы йыһаздарға һаҡсылыраҡ ҡарарға саҡырам, оҙағыраҡ хеҙмәт итһендәр! Ә иң мөһиме - экстемаль спорт менән булғанда үҙегеҙ уяуыраҡ тотоноғоҙ, яңылыштан имгәнеп ҡуймағыҙ, - тип өндәне.
Эйе, бигерәк тә тәүәккәл шөғөл шул. Ябай велосипед менән дә шулай цирктағы кеүек әллә нимәләр ҡылып булыуын күреп хайран ҡалырлыҡ. Ә скейтборд өҫтөнә ябай кешегә тыныс ҡына баҫыуы ла ҡыйын, былар иһә «ыһ!» та итмәй йәшен тиҙ-легендә тегеләй-былай елдерәләр. Шөкөр, урамда, йәйәүлеләр һәм автомобилдәр араһында елеү менән сағыштырғанда, махсус урында бик күпкә хәүефһеҙерәк. Ә йәштәр ҡыйыулыҡ, йылғырлыҡ талап иткән күнекмәләргә һәр саҡ тартыла, ҡан ҡайнауын нисектер баҫырға талап ителә бит инде. Һәр хәлдә лә был спорт төрҙәре донъяла киң таралған, популярлыҡтары ар-та ғына бара. Хәҙер ҡайҙалыр ситтә, ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, үҙебеҙҙең төбәктә камиллашырға, сәлә-мәт рәүештә ял итергә мөмкинлек бирелде.
Йәштәргә ылыҡтырғыс булғас, күптәре Оскар Аверьянов етәк-селегендә майҙансыҡты булдырыуҙа үҙҙәре лә ихлас ҡатнаштылар. О. Аверьянов - сноу-бординг буйынса секция тренеры. Нимә икәнен Олимпия уйындарын телевизорҙан ҡарап бе-ләһегеҙҙер - таҡтаны хәтерләткән яйланма өҫтөндә үрҙән шыуып төшөү. Сноубординг менән ҡышҡы миҙгелдә генә шөғөлләнергә мөмкин, ә скейт-парк төҙөлгәс, балалар йәйен дә күнекмәләрҙе туҡтатмаясаҡ. «Урындағы инициа-тиваларға булышлыҡ итеү программаһы» буйынса төҙөлөп 2015 йылда асылған саңғы-роллер трассаһы саңғысыларға ҡар булмағанда ла күнек-мәләр үткәрергә ирек биргән булһа, хәҙер сноубордсыларға ла сират етте.
Спортсылар ғына түгел, теләге булған һәр кем үҙен һынап ҡарай, яңы оҫталыҡҡа өйрәнә ала - скейт-паркка инеү бушлай.
Беҙҙең хәбәрсе.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ҡалабыҙ имен булһынҠалабыҙ имен булһын
Дөйөм Рәсәй буйынса алғанда, «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһында башлыса ауыл ултыраҡтары ҡатнаша. Әлбиттә, ҡалаларҙа ла эшләйһе... Тотош уҡырға
Матурайып ҡалыр һыу буйыМатурайып ҡалыр һыу буйы
Учалы ҡалаһы ултырағы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша килә. 2014 йыл ошо форсат менән файҙаланып... Тотош уҡырға
Һорауҙар  яуапһыҙ ҡалманыҺорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
Һәр йылдағыса студенттарҙың каникул ваҡытында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев улар менән осрашыу ойошторҙо. 5 февраль көнө үткән сараға... Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәтендәХалыҡ мәнфәғәтендә
Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе... Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙХеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ
Имтихандарын тапшырып, сессияһын тамамлаған студенттарҙың ҡышҡы каникулдары башланды. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа 25 ғинуарҙан алып студенттар... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.