» » Тәүге уңыш

Тәүге уңыш15.09.2017

Тәүге уңыш9 сентябрҙә «Таусы» боҙ аренаһында ошо уҡ исемдәге хоккей командаһының яңы уйынсылары менән танышыу-презентация ойошторола.
- Бөгөн беҙҙең хоккей тарихының яңы бите асыла, быйыл команданы бик дәрәжәле ҡаршылаштар менән уйындар, халыҡ-ара осрашыуҙар көтә, - тип телмәр тотто «Таусы» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәнов. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы, «УГМК-Холдинг» (Урал тау-металлургия компанияһы) һәм «Автомобилсе» хоккей клубы етәкселеге ҡарары менән, «Таусы» Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатында ҡат-наша. Әйткәндәй, «Таусы» - Екатеринбургтағы «Автомобилсе» хоккей клубының фарм-клубы статусында, ябайлаштырып әйткәндә - төп ко-манданың резервы, йәш уйынсыларҙы тәжрибә туплатыу майҙансығы.

Ә 11 сентябрҙә «Таусы» хоккей клубы өсөн Юғары лигала яңы уйын миҙге-ле асылды. Учалылар Красноярск ҡалаһында урындағы «Ыласын» ко-мандаһы менән осрашты. Беҙҙекеләр овертаймда (төп уйында еңеүсе бил-дәләнмәү арҡаһында би-релгән өҫтәмә ваҡытта) 3-кә 4 иҫәбе менән еңде.
- Юғары лигала беренсе осрашыуҙа еңгәс, әлбиттә, ыңғай хис-тойғолар ташып тора! - тип белдерә «Таусы» клубының баш тренеры Венер Сафин, - өҫтәүенә, «Сокол» - бик оҫта команда. Тәүге ике периодта беҙҙе туҡтауһыҙ «дөмбәҫләнеләр», ярар ҙа йәш команда булһаҡ та, егеттәребеҙ ҡойо-лоп төшмәне. Ҡапҡасы Игорь Устиновҡа айы-рым рәхмәт - ныҡ торҙо.
Беҙҙең яҡтан гол ин-дереүселәр: Пилипенко Кирилл (Сетдиков Ни-кита һәм Митякин Евге-нийҙар ярҙамында), Мин-ғәлиев Денис (Антонов Дмитрий ярҙамында), Антонов Дмитрий (Лы-сенко Владислав һәм Минғәлиев Денистың ярҙамында). Еңеү шай-баһын Антонов Дмит-рий ярҙамында шул уҡ Д.Минғәлиев индерә. Был осрашыуҙың иң һөҙөмтәле уйынсыһы Денис Рәфис улы Мин-ғәлиев 1994 йылда Ека-теринбург ҡалаһында тыуған, спортсы булғас, тән параметрҙары ла сер түгел: буйы - 178 сантиметр, ауырлығы 78 килограмм. Алда-ғы миҙгелдәрҙә «Авто-мобилсе» һәм «Торос» хоккей клубтары коман-даларында уйнаған.
Тренер Венер Сафин-дың, яңы уйынсылар-ҙы презентациялағанда: «Стадионда тамашасы трибуналары һәр саҡ шығырым тулһа, шат булыр инек - көйәр-мәндәрҙең ярҙамына мохтажбыҙ. Үҙ сира-тыбыҙҙа вәғәҙә итәбеҙ - һәр уйында көс йәллә-мәй, бар күңелде биреп көрәшәсәкбеҙ!» - тигәне тормошҡа ашты.
Яңы хоккей миҙгелен-дә 27 клуб ҡатнаша. Һәр команда 52 матч үткә-рәсәк, бер осрашыу - үҙ майҙансығында, икен-сеһен «ҡунаҡта» үткә-реү системаһы ҡарал-ған. Плей-оффҡа, йәғни ярыштарҙың һуңғы дә-үерҙәренә сыҡҡас, Юға-ры хоккей лигаһының баш призы - Владимир Петров исемендәге ку-бок өсөн алыштарҙы 16 иң көслө команда дауам итәсәк.
Турнирҙа тәүләп «Тау-сы» (Учалы), «Металлург» (Новокузнецк), Хәрби-Һауа Көстәренең Үҙәк спорт клубы (Һамар), Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» (Харбин) һәм «Ценг Тоу» (Цзилинь) командалары ҡатнаша, тип хәбәр ителә «Таусы» клубының рәсми сайтында. Уңыштар теләп ҡалайыҡ, ә Учалыла үткән осрашыуҙарҙы барығыҙ ҙа ҡарарға килегеҙ - ма-уыҡтырғыс тамашалар көтөлә.
Конкрет көн һәм сәғәт тураһында мәғлүмәт «Таусы» хоккей клубының рәсми сайтына ҡуйыла, электрон адрестары - scgornyak.ru
Илфат ЯНБАЕВ.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Горняк» - чемпион!«Горняк» - чемпион!
23 апрелдә учалылар оло еңеү-гә иреште - Милли йәштәр хок-кей лигаһының Төбәк кубогы се-рияһының хәл иткес матчында «Таусы» командаһы Пензанан... Тотош уҡырға
Рух сәләмәтлеге өсөнРух сәләмәтлеге өсөн
Әүеш күлендә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, хоккейсыларыбыҙ ярыш ойошторҙо. Был спорт төрөн үҙ иткән Мулдаҡай, Иҫке Байрамғол, Комсомольск,... Тотош уҡырға
Өс призерӨс призер
Ростоши ҡасабаһында ҡышҡы мотокросс буйынса Ырымбур өлкәһе кубогына асыҡ турнир үтте. Башҡортостанды «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»... Тотош уҡырға
Көслөләр билдәләндеКөслөләр билдәләнде
«Монолит» спорт клубында район-ҡала үҫмерҙәре араһында 4-се йыл рәттән уҙғарылған бокс буйынса турнир үтте. Унда «Монолит», «Таусы» һәм Учалы... Тотош уҡырға
«Таусы» беренсе«Таусы» беренсе
8-22 февралдә Учалы ҡалаһының «Таусы» боҙ аренаһында йәш хоккейсылар араһында «Алтын шайба» республика ярышының финалы үтте. Был ярыштар А. Тарасов... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.