» » Ахунда - яңыртылған спорт залы

Ахунда - яңыртылған спорт залы17.11.2017

Ахунда - яңыртылған спорт залыАхун ауылында ремонттан һуң спорт залы файҙаланыуға тапшырылды.
Был көндө мәҙәниәт йорто бинаһында урын-лашҡан спорт залы бала-саға, өлкәндәр менән тулған ине, тантаналы асыу уңайынан бында бәләкәй йәштәге балалар араһында мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо, бихисап спортсы ҡатнашты.
Ремонт эштәре Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән атҡарылған, йәмғиәт был маҡсаттан 1 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.
- Бина элекке колхоз заманында 1985 йылдарҙа төҙөлгән, ошо ваҡыттан алып яҡшы ремонт күргәне булманы. Иҙәндәрен алмаштырҙыҡ, стеналары буялды, аҡ-ланды. Ике йыл элек «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында түбәһен алмаштырғайныҡ.
Киләсәктә бинала тулыһынса реконструкция үткәреү күҙаллана. Әйткәндәй, тау-байыҡтырыу комбинатының даими ярҙам күрһәтеүенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Йәмғиәттең профком рәйесе, депутатыбыҙ Амур Зәйнуллин бер ваҡытта ла һорауыбыҙҙы кире ҡаҡмай, проблемала-рыбыҙҙы хәл итергә тырыша. Киләсәктә комбинат ярҙамы менән Ҡыйҙыш ауылы клубының тәҙрәләрен алмаштырырға, бинаның эсен төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ, - тине ауыл хакимиәте башлығы Әмир Харисов.
Ремонттан һуң залды танырлыҡ та түгел, матурайып, яҡтырып киткән. Бина газ менән йылытыла, өшөмәйһең. Еңелсә генә кейенеп күнекмәләр эшләгән спортсылар өсөн был иң мөһиме. Ахундар яңыртылған спорт за-лы ҡабаттан эшләй башлауына сикһеҙ шат. Әйткәндәй, бында тренажер залы ла эшләй. Ете яңы тренажер һатып алғандар, ошо маҡсаттан район хакимиәте -131 мең һум, ауыл хакимиәте - 25 мең һум аҡса бүлгән. Балалар, өлкәндәр спорт ҡорамалда-рында шөғөлләнергә ихлас йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай, тренажерҙарҙа үҙҙәрен формаға килтерә, фитнес күнекмәләрен Сафия Мөслимова алып бара. Айырыуса, оло йәштәге ханымдарҙың сәләмәт йәшәү яҡлы булып, спортҡа битараф ҡалмауҙары һоҡландыра.
Учреждениела төрлө спорт түңәрәктәре эшләй. Мини-футбол, волейбол, туризм, самбо, атышыу секцияларына кеше күпләп йөрөй. Спорт һөйөүселәр тәжрибәле тренерҙар Барый Әхмәтвәлиев, Рәфис Хәсәнов, Марсель Ғибаев, Фәрит Шакиров, Тимур Хәлифовтың ҡулы аҫтында шөғөлләнә. Биләмәлә спортты үҫтереүгә көс-ваҡыттарын йәлләмәйҙәр. Ҡала-район, республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Район спартакиадаһында йыл һайын уларға етеүселәр юҡ.
- Халыҡ спортҡа битараф түгел, ихлас йөрөй. Көнөнә 60-лап кеше килә, йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы, - ти Барый Шәһивәли улы.
Барый Әхмәтвәлиев спорт фанаттарының береһе. Оҙаҡ йылдар тренер булып эшләй, мини-футбол, волейбол секцияларын алып бара.
Тәрбиәләнеүселәре араһында чемпиондар байтаҡ.
9-сы класс уҡыусыһы Рината Кинйәкәе-ва еңел атлетика менән етди шөғөлләнә. Йүгереү буйынса ҡала-район чемпионы. Киләсәктә фитнес-тренер булырға йыйына.
- Яңыртылған спорт залында шөғөлләнеү беҙгә мотлаҡ тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итәсәк, - ти үҫмер.
Эшләргә лә, техникумда уҡып спорт менән булышырға ла ваҡыт тапҡан йәштәрҙең күп булыуы һоҡландырҙы.
Илсаф Әмиров, Рәфис Зәйнәшев, Данис Усманов мини-футбол менән мәктәп йылдарынан айырылмаҫ дуҫтар, әле лә уңайы сыҡҡан һайын спорт секцияһын ҡалдырмайҙар. Динар Хәбиров менән Кәрим Әхтәмов ағайҙарына алмаш булып үҫә.
- Мини-футбол уйнау беҙгә оҡшай, танылған футболсылар булырға теләйбеҙ, - ти улар.
Ильмир Хәнәфин гер күтәреү буйынса чемпион. 24 килолыҡ герҙе «ыһ» та итмәй 50 тапҡыр күтәрә. Төбәгебеҙҙә уға етеүсе юҡ, ярыштарҙа беренсе урын тик уныҡы. Армрестлинг, хәрби-ҡулланма спорт менән дә мауыға. Һалдат һурпаһын эскән егет, әле «Уралэнерго» йәм-ғиәтендә эшләп йөрөй. Ҡустыһы Әлмирҙың да гер күтәреү менән етди шөғөлләнеүен ишетеп ҡалдыҡ. Был уҙамандарға артабан да юғары ҡаҙаныштарға ирешеүен теләйбеҙ.
Спорт залын тантаналы асыуҙа ауыл хакимиәте башлығы Әмир Харисов, район Советы депутаты Амур Зәйнуллин, балалар һәм үҫмерҙәр туриз-мы үҙәге директоры Рәмил Мөслимов һәм башҡалар ҡатнашты. Килгән ҡунаҡтар изге теләктәрен еткерҙеләр, киләсәктә лә спорт, сәләмәт тормош менән дуҫ булып ҡалыуҙарын теләне. Яңы спорт залы артабан да йәш спортсылар тәрбиәләүҙән туҡтамаһын.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Социаль объекттар ремонтланаСоциаль объекттар ремонтлана
b]Социаль учреждениеларҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Ҡаланың 4-се, Учалы ауылының 72-се, Мәҫкәү ауылының балалар баҡсаларында инеү урыны, ҡаланың... Тотош уҡырға
Чемпиондар сәхнә түрендәЧемпиондар сәхнә түрендә
Ҡала филармонияһының тамаша залы Олег Газманов башҡарыуындағы дәртле «Рәсәй!» йыры аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды.... Тотош уҡырға
Ихлас ярыштыҡИхлас ярыштыҡ
b]«Берҙәм Рәсәй» партияһының тыуған көнөнә бағышлап Ахун ауылындағы тәү ойошма «Спорт - яман ғәҙәттәргә альтернатива» девизы аҫтында волейбол... Тотош уҡырға
Уйын ҡыҙыу барҙыУйын ҡыҙыу барҙы
Предприятие, ойошма һәм ауыл ултыраҡтары араһында XIII Спартакиада иҫәбенә мини-футбол буйынса ярыштар үтте. Унда бөтәһе 15 команда ҡатнашты. Ауыл... Тотош уҡырға
Таусыларға - афарин!Таусыларға - афарин!
28 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур тантана үтте - теннис залы асылды. Бер ыңғайы оло дата - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.