Тәүәккәл йәштәр кинәнә08.09.2017

Тәүәккәл йәштәр кинәнәНимә ул скейт-парк? Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән майҙансыҡ. Скейтборд (тәгәрмәсле таҡта), велосипед һәм роликлы коньки менән ҡатмарлы трюктар башҡарыу өсөн махсус фигуралар (ҡоролмалар) урынлаштырыла. Фигураларҙың исемдәре лә ниндәй бит әле - «разгонка», «перила», «рампа», «фанбокс» һәм башҡа.
Күпмелер ваҡыт элек район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән студенттарҙың осрашыуы үткәндә, йәштәр тап скейт-парк булдырыу теләген бел-дергәйне. Һәм был ниәт ошо көндәрҙә тормошҡа ашты - ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында яңы спорт объекты тантаналы рәүештә асылды. «Ра-йон ҡаҙнаһы төрлө юҡ-барға сарыф ителә!» - тип һуҡраныусылар ҙа табылыуы мөмкин, шуға ла һыҙыҡ өҫтө-нә алырға кәрәктер - аҡса маҡсатлы рә-үештә республика бюд-жетынан килде. Теүәл әйткәндә, муниципаль «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» тип аталған федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Йәштәр өсөн шатлыҡлы ваҡиға менән Учалы ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов ҡотланы һәм:
- Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тулайым 6,9 миллион һум бүленде. Роллердромдан тыш, бында яңы аттракциондар һәм физик мөмкинлектәре сик-ләнгән кешеләр өсөн махсус эскәмйәләр ҡуйыла. Шулай уҡ «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса ҡалала күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү эштәре ҡолас йәйҙе. Скейт-паркка килеүселәрҙе яңы йыһаздарға һаҡсылыраҡ ҡарарға саҡырам, оҙағыраҡ хеҙмәт итһендәр! Ә иң мөһиме - экстемаль спорт менән булғанда үҙегеҙ уяуыраҡ тотоноғоҙ, яңылыштан имгәнеп ҡуймағыҙ, - тип өндәне.
Эйе, бигерәк тә тәүәккәл шөғөл шул. Ябай велосипед менән дә шулай цирктағы кеүек әллә нимәләр ҡылып булыуын күреп хайран ҡалырлыҡ. Ә скейтборд өҫтөнә ябай кешегә тыныс ҡына баҫыуы ла ҡыйын, былар иһә «ыһ!» та итмәй йәшен тиҙ-легендә тегеләй-былай елдерәләр. Шөкөр, урамда, йәйәүлеләр һәм автомобилдәр араһында елеү менән сағыштырғанда, махсус урында бик күпкә хәүефһеҙерәк. Ә йәштәр ҡыйыулыҡ, йылғырлыҡ талап иткән күнекмәләргә һәр саҡ тартыла, ҡан ҡайнауын нисектер баҫырға талап ителә бит инде. Һәр хәлдә лә был спорт төрҙәре донъяла киң таралған, популярлыҡтары ар-та ғына бара. Хәҙер ҡайҙалыр ситтә, ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, үҙебеҙҙең төбәктә камиллашырға, сәлә-мәт рәүештә ял итергә мөмкинлек бирелде.
Йәштәргә ылыҡтырғыс булғас, күптәре Оскар Аверьянов етәк-селегендә майҙансыҡты булдырыуҙа үҙҙәре лә ихлас ҡатнаштылар. О. Аверьянов - сноу-бординг буйынса секция тренеры. Нимә икәнен Олимпия уйындарын телевизорҙан ҡарап бе-ләһегеҙҙер - таҡтаны хәтерләткән яйланма өҫтөндә үрҙән шыуып төшөү. Сноубординг менән ҡышҡы миҙгелдә генә шөғөлләнергә мөмкин, ә скейт-парк төҙөлгәс, балалар йәйен дә күнекмәләрҙе туҡтатмаясаҡ. «Урындағы инициа-тиваларға булышлыҡ итеү программаһы» буйынса төҙөлөп 2015 йылда асылған саңғы-роллер трассаһы саңғысыларға ҡар булмағанда ла күнек-мәләр үткәрергә ирек биргән булһа, хәҙер сноубордсыларға ла сират етте.
Спортсылар ғына түгел, теләге булған һәр кем үҙен һынап ҡарай, яңы оҫталыҡҡа өйрәнә ала - скейт-паркка инеү бушлай.
Беҙҙең хәбәрсе.

Вернуться назад